Бүләккә — автобус10.12.2018
Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу айҡанлы байрам саралары үтте.

Тантаналарҙа белем усағының ветеран уҡытыусылары, ҙур урындарҙа намыҫлы хеҙмәт иткән элекке уҡыусылары, абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Әлеге көндә Байым мәктәбендә 217 бала белем ала, 25 уҡытыусы эшләй. Белем усағының өс филиалы бар. Мәктәп районда төплө белем биргән, бар яҡлап та үҫешкән белем усағы булараҡ танылыу алған. Юбилей уңайынан мәктәпкә яңы автобус тапшырылыуы хаҡында һөйөнөслө хәбәр алдыҡ.




Вернуться назад