Урал батыр – төрлө телдә03.12.2018
Өфөлә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара конкурсы үтте. Ул бер нисә секцияға бүленеп уҙғарылды – үлемһеҙ әҫәр Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтары, сит телдәрҙә яңғыраны.

Бәйгелә ҡатнашыусылар араһында Асҡын районынан уҡыусы балалар ҙа күп ҡатнашты. Мәҫәлән, Асҡындағы 1-се урта мәктәптең V класс уҡыусыһы Динара Шакирова Рәсәй һәм донъя телдәре секцияһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп, II урынды яуланы. Шулай уҡ Асҡындағы 2-се мәктәптең V класынан Диана Әхмәрова, Асҡындағы 1-се мәктәптең VIII класс уҡыусыһы Виктория Никитина, IX кластан Максим Рогатин, Руслан Кулик, Диана Зиннурова (бөтәһе лә – рус теле секцияһы) II урынға сыҡты.


Вернуться назад