Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?02.12.2018
Асҡын ауылының 2-се урта мәктәбендә педагог-психолог Наза Миңлеғәлиева менән Афған һуғышы хәрәкәте ветераны Йәүҙәт Шәйәхмәтов V класс уҡыусылары өсөн “Афғанстан – минең йөрәгемдә һыҡраған яра” тигән үҙенсәлекле класс сәғәте үткәрҙе. Бында тәү сиратта уҡыусылар күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсаты күҙ уңында тотолдо.

Ысынында илһөйәрлек ҡайҙа тәрбиәләнә? Ни өсөн егеттәр ил һаҡларға атлығып тормай? Йәүҙәт Раил улы белдереүенсә, егет кеше – ил һаҡсыһы, ҡыҙ бала өйҙөң нуры булырға тейеш. Ул тәүҙә “Афғанстан” тигән тетрәндергес шиғырын уҡыны, уны тыныс күңел менән тыңлау мөмкин түгел ине, артабан ҡан-ҡойош хаҡындағы йөрәктәрҙе өтөрлөк йырын тамашасылар хөкөмөнә тапшырҙы. Шулай уҡ һалдат бурысын үтәгән йылдарҙы иҫкә төшөрҙө, спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы. Һуңынан класс етәксеһе Оксана Кохарчукка “Вспомним всех поименно” исемле китабын бүләк итте, бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төштөләр.




Вернуться назад