Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балалар илһөйәр булһын тиһәң...
Балалар илһөйәр булһын тиһәң... Ватансылыҡ — Тыуған илгә, ергә, уның халҡына, теленә, диненә, тарих һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү. Тыуған илгә мөхәббәт хисе һәм Тыуған ил үҙе — юғары ҡиммәттәр, кеше өсөн иң изге, ҡәҙерле төшөнсәләр. Йәш быуында тотороҡло патриотик, юғары рухи-әхлаҡи сифаттар, ысын граждан итеп тәрбиәләү — беҙҙең төп бурыс. Солтанбәк урта мәктәбендә был йәһәттән бай тәжрибә тупланған.


Халҡыбыҙҙың тарихын белеү фарыз

Солтанбәк — бай тарихҡа эйә, республикаға һәләтле шәхестәр үҫтереп биргән ауыл. Ниндәй генә ауыр ваҡыттарҙа ла солтанбәктәр үҙҙәренең асылына тоғро ҡалған, милли рухын юғалтмаған. Ауылыбыҙҙа көслө ихтыярлы, ҡунаҡсыл һәм йомарт, мәҙәниәтле һәм ихлас кешеләр ғүмер итә. “Заманында Тәфтиләүгә биреш­мәйенсә, яндырылған Һөйәнтүҙ ауылы урынында яңынан тамырланып киткән башҡорттар бит улар!” – тиҙәр беҙҙең хаҡта. Шул ҡәһәрле янғын урынында, Солтанбәккә ингән ерҙә, 2002 йылда бейек стела ҡуйылды. Унда “Тәфтиләү” йырынан өҙөк яҙылған:
“...Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш –
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта”.
Ошонда уҡ йәнәшә генә Ер шарын ҡулдар күтәреп торған һәйкәл ҡуйылды.
Ауылыбыҙҙың ғына түгел, районыбыҙҙың ошо иҫтәлекле урынын республикабыҙҙан һәм башҡа сит-яҡтарҙан да милләттәштәребеҙ килеп күреп, тарихыбыҙҙың ҡанлы үткәненә күҙ һалып китә. Был беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле урын. Уҡыусылар менән унда барып, сәскәләр һалабыҙ, тарихҡа байҡау яһап, һәләк булғандарҙы иҫкә алабыҙ. Йыш ҡына өмәләр ойоштороп, эргә-тирәләрен таҙартабыҙ. Уҡыусылар бында килгән һайын һәр саҡ берҙәм, дуҫ, татыу йәшәргә кәрәклегенә инанып ҡайта. Ошондай тарих һаҡлаған иҫтәлекле урындарға йөрөү — балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер сағылышы.


Батырҙар өлгөһөндә

Балалар илһөйәр булһын тиһәң...Ауылыбыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышына 127 ир-егет киткән. Шуларҙың 86-һы яу яландарында ятып ҡала, тик 41-е генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә арабыҙҙа юҡ, ләкин беҙ уларҙың яу юлдары, күрһәткән батырлыҡтары тура­һында уҡыусыларға һөйләйбеҙ. Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында ҡат­нашҡан олатайҙарыбыҙҙың, туғандары­быҙ­ҙың фотоһүрәттәрен тотоп, “Үлемһеҙ полк” акцияһына ҡушылабыҙ. Был акция, тәү сиратта, киләсәк өсөн кәрәк. Балалар тарихи ысынбарлыҡты белеп, ғорурланып, өлгө алып үҫергә тейеш, тип уйлайым.
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған иртәлектәргә Тыуған ил һаҡсылары — армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡан ағайҙарҙы, атайҙарҙы, олатайҙарҙы һәм Ишембай кадет корпусында белем алған үҫмерҙәребеҙҙе саҡырабыҙ. Улар менән малайҙар ҡатнашлығында етеҙлектә, ҡыйыулыҡта бәйгеләр ойошторабыҙ. Балалар менән илһөйәрлек, батырлыҡ тәрбиәләүсе әҫәрҙәр, китаптар тураһында әңгәмәләр үткәрәбеҙ.


Музей патриотик хис-тойғо уята

Уҡытыусыларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә мәктәбебеҙҙең тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөмкинлектәренән уңышлы файҙаланабыҙ. Оҙаҡ йылдар музей эшмәкәрлеген алып барған география уҡытыусыһы Фәйрүзә Фаһаманова бында бай материал туплаған. Экспонаттар балаларҙы башҡорт халҡының ижады, тарихы, кәсеп-һөнәрҙәре һәм көнкүреше менән таныштыра, уларҙың үҙаңын үҫтерә, әүҙемлеген, ижади һәләтен уята, үҙ халҡына хас булған сифаттар, патриотик хис-тойғо, милли рух тәрбиәләүгә нигеҙ һала. Шуға күрә йәш быуындың ышаныслы шәхестәр булып үҫеүенә, быуаттар бәйләнешенә, традициялар һаҡланыуға туранан-тура йоғонто яһай. Шулай уҡ бында башҡорт халҡының арҙаҡлы һәм районыбыҙҙың күренекле шәхестәре, тыуған яҡтың тәбиғәте тураһында альбомдар, һүрәттәр тупланған.
Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы етәкселегендә уҡыусылар, ауылыбыҙ тарихы, уның ер-һыу атамаларын өйрәнеп, тикшеренеү эштәре яҙа. Республика конкурстарында ла ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәләр. Мәҫәлән, VI класс уҡыусыһы Эмилия Зәйнуллина, ер-һыу атамаларын өйрәнеү буйынса бәйгелә ҡатнашып, республика призеры булды.


Йәш быуында —
ижад һәм рух сатҡылары


Балалар илһөйәр булһын тиһәң...Илһөйәрлек рух, намыҫ, ихтыяр көсө булып, моғайын да, тыуғанда уҡ әсә һөтө менән һалыналыр. Был төшөнсә уҡыусыларыбыҙҙың осҡонланып торған күҙҙәрендә һәм төрлө ижади эштәрендә лә сағыла.
Мәктәптә балалар ижадына ҙур иғтибар бүленә. Ҡәләм тирбәткән уҡыусыларҙың эштәре айырым папкаларҙа һаҡлана. Бигерәк тә ҡыҙҙар илһамланып тыуған ауылыбыҙ, уның гүзәл тәбиғәте, бай тарихы тураһында матур шиғырҙар, рухлы ҡобайырҙар ижад итә. Уларҙың иң уңышлылары район һәм республика матбуғат баҫмаларында ла баҫылып сыға. Бик оҫта ҡобайырсы булып танылған уҡыусыбыҙ Илмира Манапова бөгөн БДУ-ның журналистика факультетында уңышлы ғына уҡып йөрөй. Һәләтле ҡыҙ Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Тамыр” каналында “Тау-тау хәбәрҙәр” тапшырыуын да алып бара.
Мәктәптә һәм район күләмендә матур традицияға әйләнгән “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, ”Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр, Тыуған ил тураһында һүрәттәр, шиғырҙар бәйгеләрендә уҡыусыларыбыҙ әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, IX класта яҡшы билдәләргә генә уҡыусы Илиза Рәхимйәнова “Урал батыр” район конкурсында гран-при яуланы. Ә IV класс уҡыусыһы Алһыу Миңлеғәлиева “Һаумы, һаумы, әкиәт!” район конкурсында II урынға лайыҡ булды.
Йыл һайын Республика көнөн ҙур әҙерлек менән ҡаршы алабыҙ. Быйыл башланғыс кластарҙа — “Башҡортостанды беләһеңме?” викторинаһы, шиғырҙар конкурсы, өлкән кластарҙа — Башҡорт теле аҙналығы, V-VI кластарҙа “Шаяндар, тапҡырҙар” ярышы бик күңелле һәм мауыҡтырғыс үтте. Уҡыусылар Башҡортостандың байлыҡтарын, йылға-күлдәрен, батырҙарын, күренекле шәхестәрен иҫкә төшөрҙө.
“Башҡортостандың дәүләт символдары” һүрәттәр конкурсында ла балалар теләп ҡатнаша. “Сәскә ат, гүзәл Республикам!” тигән әҙәби-музыкаль кисәлә уҡыусылар Башҡортостан тураһында йырҙар йырлай, шиғырҙар һөйләй, бейей. Ошондай саралар уҡыусыларҙа илһөйәрлек, ерһөйәрлек, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә, башҡа милләттәргә хөрмәт уятырға ярҙам итә.


Китап һәм гәзит-журналдар —
рухи байлыҡ сығанағы


Мәктәбебеҙҙә бай китапхана бар. Балалар башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен күпләп уҡый. Бында матбуғат баҫмалары ла тупланып барыла. Ҡыҙҙар һәм егеттәр гәзит-журналдарҙы ҡарап бара. “Баш­ҡорт­остан”, “Йәшлек”, “Йәншишмә” гәзиттәрен, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарын дәрес үткәргәндә генә түгел, кластан тыш сара­ларҙа, ата-әсәләр менән эш алып барғанда ла йыш ҡулланабыҙ. Туған телгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә улар ҙур ярҙамсы булып тора. Әйткәндәй, мәктәбебеҙҙә матур традиция бар. Йыл да уҡытыусылар коллектив менән “Ышаныч” район һәм “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә яҙыла. Нәҡ беҙҙең районда алты районға таратылған “Йәнтөйәк” төбәк гәзите сыға икән, был да Асҡыныбыҙҙың данын арттыра, хал­ҡыбыҙҙың милли үҙаңын, рухын күтәреүсе бер сара булып тора. Республика гәзит-журналдарын да күпләп алдырабыҙ. Ғөмүмән, милли баҫмаларға яҙылып, үҙебеҙҙе әүҙем, илен, телен, тарихын яратыусы илһөйәрҙәр итеп күрһәтергә кәрәк, тигән фекерҙәмен. Барыһы ла беҙҙең теләккә, рухыбыҙға бәйле.
Мәктәбебеҙҙә ниндәй генә саралар үткәрелмәһен, телһөйәрҙәр бәйгеһеме, спорт ярыштарымы, фән буйынса викториналармы, экологик өмәләрме — уларҙың телмәр осо барыбер ҙә тыуған ерҙе яратыуға, уны ҡәҙерләүгә, һаҡлауға, уның данын арттырыуға барып ялғана. Үҫеп килгән йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү ысулдарын һәм юлдарын артабан камиллаштырыуҙы дауам итәсәкбеҙ.

Лилиә МИҢЛЕҒӘЛИЕВА,
Солтанбәк мәктәбенең башланғыс
кластар уҡытыусыһы.


Асҡын районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518