Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Абдулхаҡ вариҫтары
Абдулхаҡ вариҫтары Балалар китап уҡымай, тип ниндәй уҡытыусының зарланыуы ихтимал? Әгәр уҡыусыларҙың рухи талабын, заман һулышын яҡшы тоя икән, белем биреүсе улай тип әйтмәҫ, моғайын. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Тимербулатова Әҙәбиәт йылында яҙыусылар ижадын пропагандалауҙың яңы юлын тапҡан. Бәлки, тапҡан тип әйтеү дөрөҫ тә түгелдер, сөнки ул киң билдәле викторина алымын ҡулланып, милли мөхиттә, БСТ каналының “Алтын тирмә” тапшырыуы миҫалында тотош зал өсөн шиғыр дәресе ойошторҙо.

Мәктәп уҡыусылары – “Абдул­хаҡ вариҫтары” командаһы – ошо уҡ белем усағының уҡытыусы­лары – “Күктүбә”ләр — менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ижады буйынса көс һынашты.
Башҡортостандың халыҡ артисы, телевидениелағы “Алтын тирмә”нең алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Нәғим Нурғәлингә лайыҡлы алмаш үҫеп килә, тинек, Алмас Айытҡоловтың үҙен ышаныслы һәм бик мәртәбәле тотоуына ҡарап. Музыкаль пауза ваҡытында шулай уҡ мәктәп уҡыу­сыһы Әғләм Юлгилдин ҡурайҙа уйнап ебәргәйне, тамаша залының ултырғыстарына тиклем бейергә төшөп китә яҙҙы! Афарин, егет! Танылған йырсы Юнир Һағынбаев, Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарына яҙылған йырҙар бүләк итеп, залдағыларға дәрт өҫтәне.
Ә инде викторина һорауҙа­рына килгәндә, бер ҡараһаң, улар ҡатмарлы ла һымаҡ, икенсе яҡтан – алдан билдәләнгән тема буйынса сараға әҙерләнгәндәр ҙә инде. Шуға күрә Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев ижады менән, моғайын, ныҡлап танышырға өлгөргәндәр­ҙер, тигән ҡараш тыуҙы “Шағир ниндәй әҫәр өсөн Ғ. Сәләм исе­мендәге премияға лайыҡ бул­ған?”, “Әҙиптең 1954 йылда донъя күргән “Йәшлек йыры” исемле китабына кем рецензияны яҙ­ған?”, “Ҡасан халыҡ шағиры исе­менә лайыҡ булған?” тигәндәргә яуап алып. Өс турҙа үткән ярышта 27-шәр мәрәй менән дуҫлыҡ еңде. Ә иң мөһиме – тотош зал әҙиптең ижады менән яҡындан танышты, биографияһынан күп мәғлүмәт алды. Әйткәндәй, шуны­һы ҡыҙыҡлы: уҡыусылар Ш. Бабич менән М. Кәрим хаҡында ла яҡшы хәбәрҙар. Ә бына Ғ. Сә­ләмгә ҡағылышлы һорауҙарҙа башта баҙабыраҡ ҡалалар. Быныһы бер яҡтан аңлашыла ла кеүек, сөнки бөгөн һәр кемдең ауыҙында — Шәйехзада һәм Мос­тай ағай тигән исемдәр. Ә бит үҙ заманында, киреһенсә, Ғ. Сәләм­де яҡшы белгәндәр, ә Ш. Бабич­тың исемен дә әйтергә ярамаған. Ҡыуанысҡа, бөгөн әҙәбиәтте өйрәнеү даирәһе киң: китаптарҙан ғына түгел, матбуғат, Интернет, аудио һәм видеояҙмалар аша уҡыусылар әҙәбиәтте өйрәнә ала.
Сарала З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙә­биәте бүлеге мөдире Айгөл Буран­ғолова уҡыусыларға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итте. Тапҡыр яуап биреүселәр китап менән бүләкләнде. Шулар ара­һында Лидия Динмөхәмәтованы айырым билдәләге килә. Шул уҡ көндә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ул бына нимә тип яҙҙы: “Был сара бик матур, фәһемле үтте. Абдулхаҡ Игебаев ижады буйынса, ғөмүмән, яҙыу­сылар хаҡында яңы мәғлүмәт алдыҡ, белемебеҙҙе тағы ла нығыраҡ арттырҙыҡ! Ойоштороусы Римма Мирсәйет ҡыҙына, барлыҡ уҡытыусыларға, ҡунаҡ­тарға ысын күңелдән ҙур рәхмәт! Әлегә беҙ уҡыусылар ғына, алда беҙҙе яңы үрҙәр, еңеүҙәр көтә! Сөнки барыһы ла тик үҙебеҙҙән тора!” Тик компьютерыңа баш­ҡортса шрифт ҡуйып ал, Лидия. Күптән бөтә донъя үҙебеҙҙең яҙманан файҙалана бит!
Кисәне әҙерләгәндә ҡыҙҙарға һәм малайҙарға әҙәби сығанаҡтар менән ярҙам иткән китапханасы Рәфисә Бикҡолова уҡыусылар­ҙың зирәклегенә һоҡланыуын йәшермәне.
Әйткәндәй, сараның заманса ойошторолоуы, мәғлүмәтле булыуы хаҡында халыҡ шағиры Абдулхаҡ ағай Игебаевтың үҙенә еткерҙем. Әлбиттә, ул сикһеҙ ҡыуанды һәм иң әүҙемдәргә бүләккә ҡултамғаһы ҡуйылған китап вәғәҙә итте. Йәдкәр ошо көндәрҙә хужаларын табыр, көтөгөҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр

Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр 04.07.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Краснокама районы күгендә БПЛА осоп йөрөгән....

Тотош уҡырға 15

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте 04.07.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 14

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан 04.07.2025 // Йәмғиәт

Уға лотереяла уңыш йылмайған....

Тотош уҡырға 16

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе 04.07.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә түләүле хеҙмәттәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла

Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла 03.07.2025 // Йәмғиәт

Ике аҙна һайын медицина округтарының үҙәк дауаханалары һәм республика дауаханалары табиптары тура...

Тотош уҡырға 24

Өфөлә түләүле парковкалар буйынса кол-үҙәккә көнөнә 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә
Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә...

Тотош уҡырға 24

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине,...

Тотош уҡырға 51

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан 02.07.2025 // Йәмғиәт

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан...

Тотош уҡырға 27

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола...

Тотош уҡырға 28