Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәйғор”ҙа һәр саҡ йәнле

Стәрлебаш районы Өфөнән 182 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Яҡындағы тимер юл станцияһы – Стәрлетамаҡта (57 километр). Райондағы иң боронғо ауылдар: Стәрлебаш (1680 йылда нигеҙ һалынған). Айҙарәле һәм Түбәнге Ибрай ауылдарына Ырымбур янындағы Татар Ҡарғалыһы ауылы татарҙары нигеҙ һала. Улар ерҙе аҫаба башҡорттарҙан һатып алған.

Стәрлебаш ауылы революцияға тиклем үҙенең боронғо, ҙур, атаҡлы мәҙрәсәһе менән билдәле булған. Ул мәҙрәсә 1640–1660 йылдарҙа асылған һәм Петр I тарафынан 1720 йылда рөхсәт ителгән. Сәбәбе – Стәрлебаш мәҙрәсәһенә килеп уҡыған ҡаҙаҡ-ҡырғыҙ шәкерттәре аша киләсәктә яулап алынырға тейешле Урта Азия ерҙәрендәге хәлдәр тураһында мәғлүмәт йыйыу. Урал, Урта Азия, Иҙел буйҙарында уны “Кесе Бохара” тип атағандар.

Район 1930 йылдың 20 авгусында Стәрлетамаҡ кантонының Федоровка, Ҡалҡаш, Ергән улыстары ерҙәрендә, Ҡарағош районы булараҡ ойошҡан. 1931 йылдың 6 мартынан Стәрлебаш районы итеп үҙгәртелә. 1963 йылда Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарына ҡушылған. 1964 йылдың 3 мартында яңынан булдырылған.

Район Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, Ырымбур далалары башланған ерҙәр менән сиктәш урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Миәкә, көньяҡта Ырымбур өлкәһе һәм Федоровка, көнсығышта Мәләүез, төньяҡ-көнсығышта Стәрлетамаҡ райондары менән сиктәш. Майҙаны 1609 квадрат километр тәшкил итә.

Тәтер, Күндерәк, Стәрле, Ҡуғанаҡ, Өршәк, Ашҡаҙар йылғалары менән йыуыла.

Иң эре ауылдар: Стәрлебаш, Тәтер-Арыҫлан, Ҡуғанаҡбаш, Буҙат, Айҙарәле. Районда башҡорттар, татарҙар, урыҫтар һәм сыуаштар бер ғаилә булып йәшәй.

Мәҡсүт ауылында урынлашҡан Стәрлебаш 3-сө балалар баҡсаһы ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн уңайлы, яҡты һәм йылы йорт. Бында һәр кескәйгә күңелле, һәйбәт һәм ҡыҙыҡ, шуға ла бәләкәстәр баҡсаға ҙур теләк менән килә. Ә уларҙы һәр көн иртән эшенә сикһеҙ ғашиҡ тәрбиәселәр ҡаршылай. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн иң мөһиме — уларҙың тәрбиәләнеүселәре. Иғтибарлы, балалар күңеленә һәм йөрәгенә асҡыс таба белгән тәрбиәселәр улар менән һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә.

— Балалар баҡсаһына биш йәш кенә, әммә беҙ тотороҡло үҫешәбеҙ. Беҙҙә һөнәре туранан-тура педагогикаға бәйле кешеләр эшләй, коллективта белемле һәм тәжрибәле, юғары квалификациялы белгестәр тупланған. Күркәм йортта сабыйҙарға рәхәтләнеп үҫергә, ә тәрбиә­селәргә ең һыҙғанып эшләргә генә ҡала, — ти “Йәйғор” балалар баҡсаһы мөдире Зәкиә Шакир ҡыҙы Сәфәрғәлиева.

Әйткәндәй, уның ҙур педагогик стажы, тәрән теоретик белеме, ғәйәт ҙур практик тәжрибәһе ниндәй ҙә башланғыста уңыш гарантиялай, тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһен­дә коллективта йылы мөхит хөкөм һөрә.

Баҡса 85 балаға иҫәпләнгән, биш ауыл кескәйҙәре бында тәрбиәләнә. Бынан тыш, тағы ла Ибраҡай, Яңы Ҡалҡаш һәм Иҫке Ҡалҡаш ауылдарында уның филиалдары эшләй. Юғары һәм урта махсус белемле 18 белгескә эш урыны булды­рылған.

Йылдан-йыл балалар баҡсаһы яҡшы­ра, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тәрбиә ысулдары, ҡоролмалар, матди-техник һәм норматив база яңыртылған. Тәрбиә­селәр белемдәрен һәм оҫталыҡтарын даими камиллаштыра. Бында эшләгән педагогтар һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙә, республика һәм район конкурстарында әүҙем ҡатнашып, һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтеп, йыш ҡына призлы урындар яулай. Тәрбиәселәр Лилиә Сәлихова, Әлиә Сәфәрғәлиева, Резида Хәйбуллина, Ләйсән Ғәзизова, Гөлназ Искәндәрова һәм башҡалар балалар баҡсаһы данын йыраҡтарға таратып, матур ғына хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Балаларға баҡсала ҡыҙыҡлы, эстәлекле булһын өсөн үҙенсәлекле һөйөү һәм шатлыҡ мөхите булдырылған.

Педагогтарҙың уйлап таба белеү һәләтенә, фантазияһына хайран ҡалыр­лыҡ! Балалар баҡсаһы хеҙмәт­кәрҙәренең һәр балаға ҡарата изге мөнәсәбәте, энтузиазмы, инициативаһы һәм ихлас ҡыҙыҡһыныусанлығы үҙгәреш­һеҙ ҡала. Тәрбиәселәр, педагогтар төрлө фәһемле һәм файҙалы саралар үткәреп, мәктәп­кәсә учреждениены үҫтереү програм­маһын тормошҡа ашыра.

“Йәйғор”ҙа аң даирәһенә, аралашыуға һәм заманса технологияларға нигеҙләнеп, Башҡортостандың ысын патриоттарын, уны яратҡан, хөрмәт иткән һәм һаҡлай алырлыҡ быуын тәрбиәләйҙәр.

— Заман талаптарына ярашлы төҙөл­гән баҡсала балаларҙың физик һәм психик үҫеше, ялы өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнеү, медицина күҙәтеүе үтеү өсөн иркен бүлмәләр, залдар бар, шул уҡ ваҡытта балалар психологы, релаксация кабинеттары эшләй. Аш-һыу, йоҡо, уйын бүлмәләре йылы һәм зауыҡ менән биҙәлгән, — ти баҡса мөдире Зәкиә Сә­фәр­ғәлиева. — Балаларҙың хәүефһеҙ­леге лә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, был йәһәттән һәр ерҙә тиерлек видеокамералар, янғын сығыуын иҫкәртеү ҡорамалдары ҡуйылған.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 761

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 195

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 624

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 167

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 383

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 157

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 218

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 216

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 170

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 147

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 157

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 298