Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аҡсарлаҡ”та үтә бала саҡ

“Баҡсабыҙға йәм дә, йән дә инде”, – тип һөйөнә тәрбиәселәр.

Кескәйҙәрҙең дә донъяһы, өлкәндәрҙеке кеүек үк, күп яҡлы, сағыу ваҡиғаларға, иҫтә ҡалырлыҡ байрамдарға ифрат бай. Шулай булмаһа, иртән тороу менән яратҡан тәрбиәселәре эргәһенә барырға ашҡынып та тормаҫ ине бәләкәстәр.

Һабантуймы, Рәсәй, Балаларҙы яҡлау йә булмаһа Космонавтика көнөмө – кескәйҙәр һәр байрамды “Аҡсарлаҡ” (“Чайка”) баҡсаһында ҙур әҙерлек менән ҡаршы ала. Тәрбиәселәр, балалар күңеленә изгелек, илһөйәрлек орлоҡтарын һалыу менән бергә, төрлө һөнәрҙәр хаҡында әңгәмә ҡороп, улар үҙләштерерлек мәғлүмәт менән таныштыра.

Асыҡ ишектәр көнө – ата-әсәләр өсөн көтөп алынған фәһемле ваҡиға, сөнки улар көн тәртибен ойоштороу, туҡланыу, балаларҙың ял һәм үҫеш шарттары менән яҡындан танышыу, шулай уҡ педагогтарҙан тейешле кәңәш алыу мөмкинлегенә эйә.

Бөтә ғүмерен ошо теремек, илгәҙәк, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан сабыйҙар тәрбиә­ләүгә арнаған Регина Исламова капиталь ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән йорт­тоң ҡайнап торған тормошо менән таныштырҙы.

– 1954 йылда һалынған бинаның ниндәй хәлдә булғанлығын аңлайһығыҙҙыр. Ремонт эштәре 26 миллион һумға тиерлек төштө. Йыһазландырыуға, уйынсыҡтар алыуға йәнә дүрт миллион һум тотонолдо. Йылылыҡ, һыу селтәрҙәре алмаштырылды, йорттоң ҡыйығы яңыртылды, иҙәндәр ҙә, стеналар ҙа хәҙер өр-яңы. Биләмәне төҙөкләндереү буйынса ла ҙур эш башҡарылды: ҡартайған ағастарҙы ҡырҡтыҡ, уңдырышлы ҡара тупраҡ килтереп, сәскә клумбалары яһаныҡ, балалар өсөн уйын ҡорамалдары ҡуйҙыҡ. Ҡалабыҙҙың бөтә белгестәре тиерлек “Аҡсарлаҡ”ты әкиәт донъяһына әүерелдереү өсөн тырышлыҡ һалды, фантазияһы, идеялары менән уртаҡ­лашты. Туймазының “Стройрегионсервис” компанияһы етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәт. Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә баҡсабыҙҙың эсен дә, тышын да гөл иттеләр, – тип һөйөнөп бөтә алмай Регина Исламова.

Бөгөн алты төркөмдә 140 бала тәрбиәләнә. “Аҡсарлаҡ”ҡа эләгеү өсөн электрон сират булдырылған. Ата-әсәләр сабыйҙарын туҡландырыуға көнөнә 106 һум түләй. Коллектив бөтә тейешле педагогтар, тәрбиәселәр менән тулыһынса тәьмин ителгән. Хәүефһеҙ­лек саралары ла уйланылған. “Кер йыуыу, үтекләү кеүек эштәр аутсорсингка тапшырыл­ғас, мәшәҡәттәр бер аҙ еңеләйҙе, үҙебеҙҙең төп бурысыбыҙҙы үтәүгә иғтибарыбыҙ артты”, – ти Регина Венер ҡыҙы.

“Аҡсарлаҡ”тың өлкән төркөмөндә бөгөн айырыуса күңелле. Аделинаны һәм Каринаны тыуған көндәре менән ҡотлап, кескәйҙәр үҙҙәренең маһирлығын күрһәтә, бер-береһенә йылы һүҙ әйтергә, дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәнә.

– Оло йортобоҙҙоң ҡото ла, биҙәге лә бит ул – балалар. Кескәйҙәрҙең шат тауышы яңғырап торған, ғаилә йылылығы хөкөм иткән татыу мөхиттәге хеҙмәт бары кинәнес кенә килтерә беҙгә, – ти тәрбиәселәр.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 061

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 425

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 956

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 861

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 608

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 215

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 439

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504