Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы былтыр йыл һуҙымында халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлына һәм ижадына арналған “Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” исемле республика әҙәби-педагогик конкурсы ойошторҙо. Унда 135 уҡытыусы һәм 14 уҡыусы ҡатнашты. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды.

– Мостай Кәримдең әҫәрҙәре аша йәштәр күңелендә әҙәп-әхлаҡ сифаттары, мәҙәнилек тәрбиәләү, өлкәндәргә ихтирамлы булырға өйрәтеү, кешеләр араһына дуҫлыҡ күпере һалыу кеүек изге маҡсат­тарҙы күҙ уңында тотоп, конкурс үткәрҙек, – тине “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов. – Әҙиптең ижады тыныслыҡ һәм изгелек символы булды, ул әле лә шулай, унда кешелеклелек, мәрхәмәтлелек тойғолары ярылып ята, Ер шарындағы бөтә халыҡтарҙы берләштереү күҙ уңында тотола.


Жюри конкурста ҡатнашыусыларҙы дәрестәге методик эшләнмәләре, кластан тыш саралар сценарийы, уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәре (башҡорт һәм рус телдәрендә) буйынса баһаланы. “Заманса белем биреү технологияларын ҡулланған иң яҡшы дәрес” номинацияһында Туймазы педагогия колледжы уҡытыусыһы Гөлнара Кәримова еңеүсе тип билдәләнде, “Мәктәпкәсә учреждениела иң яҡшы дәрес” номина­цияһында Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Хызырова алдынғылыҡты бирмәне, ә “Кластан тыш сараларҙа иң яҡшы эш” номина­цияһында Гөлфиә Ноғоманова (Стәрле­тамаҡ күп тармаҡлы һөнәри колледж уҡытыусыһы), “Иң яҡшы тикшеренеү эше” номинацияһында уҡытыусы Розалия Мәү­ле­това менән XI класс уҡыусыһы Регина Ғарифова (икеһе лә Баймаҡ ҡалаһы­ның 2-се мәктәбенән) һынатманы. Уларҙың ба­рыһы ла Мостай Кәрим исемендәге фондтан иҫтәлекле бүләктәр алып шатланды.

Мостай Кәрим исемендәге фондтың директоры Әлфиә Кәримова сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтте, конкурсҡа килгән эштәрҙең йөкмәткеле булыуын билдәләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 095

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 085

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436