Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылдың йәме лә, йәне лә ул – мәктәп
...Республикабыҙҙың көнбайышындағы данлыҡлы башҡорт ауылдарының береһе Ҡаңны-Төркәй беҙҙе һиллек менән ҡаршы алды. Төҙөк, йыйнаҡ ауыл урамдарында кеше күренмәй, тик өй ҡыйыҡтарынан сыҡҡан ҡуйы төтөн генә бында тормош үҙ яйына һәүетемсә аҡҡанын, халыҡтың көндәлек эш менән мәшғүл икәнлеген иҫбатлап торғандай тойолдо.

Фиҙакәрлек – һөнәрҙе яратыуҙа

Әммә тәүге тәьҫораттар урындағы мәктәп ишеген асҡас уҡ юйылды.
– Һаумыһығыҙ! – ишек төбөнән үк беҙҙе бөхтә ке­йенгән балалар саф баш­ҡорт­са сәләмләп, эскә әйҙә­не, мәктәп директоры Гөлзиә Фәнис ҡыҙы Әҙелгәрәева учреждение коллективы менән таныштырҙы.

Башҡорт әҙәбиәтенең са­ғыу вәкилдәренең портреттары эленгән ҙур кабинетта Фәриҙә Хәбибрахман ҡыҙы Сәғәҙиева менән таныша­быҙ. Ул ошо ауылда тыуып үҫкән. Юғары уҡыу йортон тамам­лағандан һуң, өс тиҫтә йылға яҡын балаларға баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә икән.
– Үҙемде башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым – шул тиклем фәнемде яратам. Биге­рәк тә әҙәбиәт күңелемә яҡын. Уҡыу программаһына инде­рел­гән әҫәрҙәрҙән тыш, бала­ларҙы яҙыусыларҙың ижады, гәзит-журналда баҫылған мәғлүмәт менән дә даими таныштырып барырға тырышам. Бик тә оҡшаған хикәйә-повес­тар буйынса йылына бер нисә тапҡыр спектаклдәр ҙә ҡуябыҙ балалар әүҙем ҡатнаша.

Фәриҙә Хәбибрахман ҡыҙы – үҙе лә тынғыһыҙ, ижади булмышлы кеше, йыл һайын төрлө бәйге­ләрҙә ҡат­наша. Был – уҡытыусының күңел талабы. “Милләт­тәштә­рем менән аралашып, тәжри­бә уртаҡ­лашып, рухланып ҡайтһам, донъям яҡтырып киткәндәй була”, – ти ул. Әйт­кәндәй, күптән түгел Фәриҙә ханым Әлшәй районында үткән “Сәсәндәрем, килегеҙ!” төбәк-ара конкурсында ҡат­наш­ҡан. Үлемһеҙ “Урал батыр” эпосының 500 юлын яттан һөйләп, “Уҡытыусы-сәсән” но­ми­нацияһында еңеү яулаған.

– Бәйге тураһында осраҡ­лы ғына ишетеп ҡалдым. Ауылыбыҙ ағинәйҙәренең бе­реһе, ифрат рухлы, дәрт-дарманлы апайыбыҙ Рәйсә Харис ҡыҙы Яҡупова, баҡһаң, ошо сарала ҡатнашырға йыйынып йөрөй икән. Икәүләп барҙыҡ. Ул “Саҡ менән Суҡ” бәйетен һөйләне. Шул тиклем көслө, әһәмиәтле конкурс булды! Дәртләнеп ҡайттым – киләһе йыл мотлаҡ тағы ла барам, – ти Фәриҙә Хәбибрахман ҡыҙы.

Ул арала кабинетҡа ХI класс уҡыусылары килеп ин­де. Быйыл Ҡаңны-Төркәй мәк­тәбен дүрт кенә бала тамамлай икән. Дөйөм уҡыусылар һаны һигеҙ тиҫтәгә яҡын, ошо ауылдыҡыларҙан тыш, күрше Таллыкүл ауылынан да йөрөп уҡыйҙар.

Йәштәрҙең хәле йәштәрсә: алдағы Берҙәм дәүләт имтихандары менән бергә ки­лә­сәккә ҡорған пландары тор­мош­ҡа ашыу-ашмауы борсой, әммә 17-18 йәштә барыбер бар донъя ҡолас йәйеп торған кеүек тойола бит ул! Бала­ларҙың ихласлығына һоҡла­нып, уңыштар теләп хуш­лаштыҡ: әлбиттә, барлыҡ хыялдары бойомға ашһын!

Булыр бала биләүҙән

Ҡаңны-Төркәй урта мәктә­бенең тағы бер “йондоҙсоғо” менән аралашырға насип булды беҙгә. Илүзә Аҫыл­гәрәева IX класта уҡый, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, йырлай ҙа, бейей ҙә, мәктәптең өлкән класс уҡыусылары советы рәйесе лә икән. Район, республика сараларында ла бихисап призлы урын яулаған.

Ул – күрше Таллыкүл ауылынан, Гөлүзә менән Азат Аҫылгәрәевтәрҙең татыу ғаиләһендәге төпсөк ҡыҙ бала. Ғаилә башлығы “Россельхоз­надзор” идара­лы­ғының урындағы филиалында инспектор булып эшләй, әсәһе урындағы мәктәптә башланғыс класс уҡыусы­ларына белем бирә. Илүзә өлкән ағаһы менән апаһын ҙур ғорурлыҡ менән телгә алды. Айнур, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағандан һуң, Себергә эшкә киткән, инженер һөнәре буйынса тәжрибә туп­лай. Юлиә лә ошо уҡ юғары уҡыу йортон тамамлап, Өфөлә хеҙмәт юлын башлаған.
– Ағайым менән апайым миҫалы – миңә өлгө, улар кәңәшселәрем, фекер­ҙәш­тәрем. Әммә күңелемә табип һөнәре яҡыныраҡ, шуға ла медицина юлын һайларға ниәтләйем.

Класта туғыҙ кеше уҡый­быҙ. Төрлө сараларҙың урта­һында ҡайнарға, нин­дәйҙер яңылыҡ уйлап сыға­рырға, шуға башҡаларҙы ла йәлеп итергә яратам. Ойоштороу һәләте – атайымдан. Әсәйем иһә төплө кәңәштәре менән күңелемде үҫтереп, дәртлән­дереп тора, – ти Илүзә Аҫылгәрәева.
Уның ғаилә ҡиммәттәре хаҡында төплө итеп һөйләүе шуны иҫбатлай: Аҫылгә­рәевтәр һәр шатлыҡты һәм ҡаршылыҡты бер төптән булып, уртаға һалып кисергән татыу, берҙәм ғаиләләрҙән. Юҡҡамы ни балалары уның усағынан йәшәүгә көс, эшләргә дәрт алып, үҙаллы тормош юлына ныҡлы аяҡ баҫҡан? Иманым камил, Илүзә лә һынатмаясаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 764

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 197

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 627

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 169

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 388

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 163

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 220

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 219

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 171

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 150

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 159

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 302