Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәктәп дәрестәре аҙ ҙа, тар ҙа
Халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең данлы исемен йөрөткән башҡорт гимназияһы ил кимәлендә лә яҡшы билдәле. “Киләсәк мәктәбе: Рәсәйҙә хәҙерге заман мәктәбенең проблемалары һәм үҫеш перспективалары” тип аталған Бөтә Рәсәй белем биреү форумында ул “100 иң яҡшы мәктәп” конкурсында еңеүселәрҙең береһе булыуын һөйөнөп ҡабул иткәйнек. Ә гимназия директоры Гөлшат Хөсәйенованың “Йыл директоры” билдәһенә лайыҡ булыуы шатлыҡты йәнә арттырҙы.

Һәр баланың уңышы артында уҡытыусының фиҙакәр хеҙмәте тороуы бәхәсһеҙ. Хәҙерге юғары технологиялар үҫешкән, ҙур үҙгә­рештәр кисергән, асыштар заманында уҡыусыға мәктәп дәрес­тә­ре генә аҙҙыр ҙа, тарҙыр ҙа кеүек.

Гимназияла балаларға белем биреү, тормошта үҙ юлын табырға ярҙамлашыу менән бергә уларҙың кеше йәнле, башҡаларға ҡарата түҙемле, ярҙамсыл булып үҫеүе өсөн тәүге нигеҙ таштары ла һалына. Эргә-тирәбеҙҙәге сәлә­мәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән һәйбәт, кешелекле мөнәсәбәттәр ҡороу буйынса тәүге һабаҡтарҙы ла үҫмерҙәр ошонда ала. “Изгелек дәрестәре” тип аталған фәһемле саралар оло тормош юлына аяҡ баҫырға әҙерләнгән йәш быуын күңелендә тәрән эҙ ҡалдырмай ҡалмаҫ. Мәҫәлән, һуҡыр балалар өсөн Рәсәйҙәге берҙән-бер һәм боронғо уҡыу йорто тураһында документаль фильмды күмәкләп ҡарағандан һуң тыуған тойғоларҙы һөйләп аңлатырлыҡмы ни? Санкт-Петербург ҡалаһындағы К. Грот исемендәге һуҡырҙар мәктәп-интернаты тормошо, ундағы тәрбиә­ләнеүселәрҙең еңеү шатлыҡ­тары, үҫеш юлындағы уңыш һәм уңыш­һыҙлыҡтары хатта өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырмай.

Балаларға һөнәри йүнәлеш биреү – һәр педагог коллект­и­вының бурысы. Был йәһәттән гимназияла башҡарылған эштәр ҡолас еткеһеҙ. Шуларҙың береһе – уҡыусыларҙың һәләттәрен ваҡытында баһалап һәм үҫтереп, үҙ көстәрен һынарға ярҙам иткән төрлө кимәлдәге олимпиадаларға әҙерләү.
Балаларға сифатлы белем биреүҙең төп бурыстарын сабый күңеленә аҡ нур һуҙған педагогтар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫте­реүҙә, гуманитар белем биреү системаһын камиллаштырыуҙа, уҡыусыларҙың тикшеренеү эшмә­кәрлеген әүҙемләштереүҙә, баш­ҡорт халҡының этномәҙәниәт традицияларын эсенә алған хәҙерге заман белем биреү технологияларын тәьҫирле файҙаланыуҙа күрә. Заман ағышынан ситтә ҡал­мауҙың хәҙерге дәүерҙә үтә мө­һимлеген гимназия уҡы­тыу­сылары яҡшы аңлай. Ә бит аҡыл эйәһенең әйткәне хаҡ: ваҡыт шундай тиҙ үтә, кисә бөйөк ғалим булғандың бөгөн шәкерт булып ҡалыуы ихтимал.

Ата-әсәләрҙең кескәйҙәрен тап ошо гимназия коллективына ҙур ышаныс менән тапшырырға теләүе аңлашыла ла: бында һәр баланы һөнәрле, үҙаллы шәхес итеп күрергә теләгән, үҙ эшен һөйөп башҡарған кешеләр эшләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 764

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 197

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 627

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 169

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 388

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 163

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 220

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 219

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 171

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 150

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 159

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 302