Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайҙа урын етмәй, ҡайҙа – уҡыусылар…

Рәсәй ауылдары ҡояшы байыуға ыңғайлай.

Журналист Илдар Аҡъюловтың яҙмаларын (“Икенсе смена: уйҙырмалар һәм ысынбарлыҡ”, 2018 йыл, 18 декабрь) уҡығандан һуң былтыр мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштар һәм етешһеҙлектәр менән танышҡан саҡта алған тәьҫораттар яңырҙы.

Ауыл мәктәптәрен һаҡлап ҡалыу фарыз

Нигеҙле анализдан күрене­үен­сә, ҡала мәктәптәрендә белем биреүҙе ике сменала ойош­торорға мәжбүр иткән проблема беренсел түгел, урындар етмәү ауыл мәктәптәрендә уҡыусы­лар­­ҙың ҡырҡа кәмеүенә һәм күп кенә белем усаҡтарының бөтөн­ләй ябылыуына барып тоташа. Тимәк, унан ҡо­то­лоу юлы эре ҡа­сабалар һәм ҡала­ларҙа мәк­тәп­тәрҙе күпләп төҙөүҙә түгел, киреһенсә, ауыл мәктәптәрен һаҡ­лап ҡалыу өсөн унда эш урындары булдырыу, инфраструктураны яҡшыртыу йүнәлешендә күҙәтелә.

Материяның һаҡланыу законына ярашлы, нимәлер билдәле урында кә­мей икән, тимәк, икенсе ерҙә ул мотлаҡ арта (күбәйә) һәм ниндәйҙер мәшә­ҡәт­тәр тыу­ҙыра. Уҙған быуаттың 90-сы йыл­дарында илдә капитализмды тер­ге­ҙеүҙә ғәйепле ре­фор­ма­торҙар күп тапҡыр тән­ҡит­ләнеүгә ҡарамаҫтан, был тәнҡит ысынбарлыҡта ғәҙел үк түгел. Ошоға оҡшаш күңелһеҙ һәм аҙағы шул рәүешлерәк та­мам­лан­ған күренештәр Рәсәй импе­рияһы тарихында тради­цияға әүерелә яҙған. Иҫкә тө­шө­рөп үтә­йек: Иван Гроз­ныйҙың опричналары, Романовтар тә­хеткә ултырыр алдынан булып үткән Боларыш йылдары, Петр I реформалары, 1917 йыл­ғы Октябрь ре­волюцияһы… Былар­ҙың бары­һы ла халыҡтың киң ҡат­лам­дарының ихтыярынан тыш, әммә ойошҡан ҡаршы­лы­ғына осрамай ғына уҙғарылған.

Сәйәси һәм социаль-иҡти­сади рефор­малар кеүек, мәға­риф тарма­ғындағы үҙгәрештәр ҙә эволюцион үҫеш һөҙөмтәһе һәм әҙерлекле белгестәр булмау арҡаһында уңышһыҙлыҡҡа дусар ителде. Нисек кенә ғәжәп тойол­ма­һын, ил өсөн ҡулай, уның күп милләт­ле һәм күп конфессиялы халҡы ихтыяждарына яраҡлы үҫеш йүнәлештәре һаман төҫмөрләнмәй. Күрәһең, Рәсәйҙә борон замандарҙан килеп, социализм дәүерендә айырыуса нығынған патернализм (һалышыу кәйефе) юҡҡа сыҡһын өсөн тәүшарттар барлыҡҡа килмәгән.

Баш ҡала мәктәптәрендә уҡыу­сы­ларҙың бер сменала йәки төшкә тиклем белем алыуы өсөн шарттар юҡлығы ул ауыл­дарҙа колхоз һәм совхоздар бөтөрөлөп, эш эҙләү ихтыяжы менән ошонда килеп һыйынырға мәжбүр булған ата-әсәләрҙең балаларына бәйле. Мәҫәлән, Дим районында ғына тиҫтәләрсә мең кешене һый­ҙырған “Көмөш шишмә” һәм “Сағыу” биҫтәләре төҙөлөп, тәүгеһендә былтыр 700-ләп балаға иҫәпләнгән мәк­тәп сафҡа инде, ә икенсеһендә уны быйыл төҙөп бө­төрмәк­селәр. Билдәле, баҙар мөнә­сәбәттәре шартта­рын­да тиҙерәк аҡса һуғып ҡа­лыуҙы хәстәрләгән төҙөлөш компаниялары мәға­риф, мәҙәниәт, көнкүреш объекттары ла һа­лыуҙы күҙ уңынан ысҡындыра, сөнки улар мул килем вәғәҙә итмәй. Шул уҡ ваҡытта торлаҡ төҙөлөшө киң ҡолас алған Өфө ҡалаһында торлаҡҡа ихтыяж­дың ҡырҡа кәмеү хәүефе лә көсәйә, сөнки, берен­сенән, халыҡтың килеме кәмегәндән-кәмей; икенсенән, эш урындары ла артмай бит.

Битарафлыҡ бер килеп хаҡ ҡуйыр

Ҡала мәктәптәрендә икенсе сменала уҡыған уҡыусыларҙың хәле шәптән түгелдер, ә бына бә­ләкәй ауылдарҙа йәшәп, күр­ше йәки йыраҡ ауылдарға автобуста көн һайын йөрөп белем алырға мәжбүр булған бала­ларҙың хәл-кәйефе ни рәүешле? Мыжыҡ көҙгө ямғырҙарҙа, ҡыш­ҡы ыжғыр бурандарҙа юлға сы­ғыу, дәрестән һуң өйгә ҡайтыу өсөн автобус көтөп зарыҡҡан кескәйҙәр ниҙәр кисерә — ошо турала баш ватҡандар бармы икән? Билдәле, был балаларҙа ауылда тормош көтөү, теләһә ниндәй йәмғиәт өсөн абруйлы һәм маҡтаулы игенсе йәки малсы һөнәре һайлау теләге, моға­йын, юҡтыр. Ошондай һынауҙар кисереп үҫкән быуындың донъя­ға ҡарашы беҙҙең өсөн билдәһеҙ.

Теге йәки был хөкүмәттең абруйы, тигән бер аҡыл эйәһе, уның ерҙә эшләүсегә мөнә­сә­бәтенә ҡарап баһалана. Илдең аграр тармағына етәкселек итеүгә икенсе тапҡыр тәғәйен­ләнгән тимер юл белгесе Алексей Гордеев уҙған көҙ баштарында ауылдарҙы үҫтереү буйынса милли проект әҙерләргә тәҡдим яһап ҡарағайны, уға ҡолаҡ һалыусы табылманы. Шул уҡ ваҡытта йәмәғәтселек иғтибарына сығарылып барма­ған хәбәргә ярашлы, агломе­рацияларға булышлыҡ итеү йәһәтенән ундай документ бар, тиҙәр. Бында, моғайын, иң элек бер үҙенә ике Финляндия хал­ҡын һыйҙырған Мәскәү күҙ уңын­да тотолалыр. Әммә шуны ла оноторға ярамай: агломерация – ул һәр йән эйәһе өсөн ҡотол­ғоһоҙ ҡартлыҡ мәле кеүек үк, теләһә ҡайһы цивилизацияның ҡояшы байыуға ыңғайлауын аңлатҡан күренеш.

Әҙәм балаһында кешелек сифаттары ҡайҙа яҡшыраҡ формалаша: саф тәбиғәт ҡосағын­дамы, әллә кирбес өйҙәрҙә тыуып, ҡәбергәсә асфальт тапарға, хәҙерге заман технологиялары уратылышында йәшәргә мәжбүр ителгән шарттарҙамы? Был һорауға, әлбиттә, яуапты ҡапыл ғына табыуы ла ҡыйын, сөнки хәҙерге тормошто интернет, кеҫә телефонынан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Тик ҡаҙанышмы һуң былар? Уға яуапты, һис шикһеҙ, ваҡыт ҡына ҡайтара ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518