Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ЙЫЛ МӘКТӘБЕ! Байым тигән даны бар
Әбйәлил районының Байым мәктәбе – заман талаптарына яуап биргән XXI быуат белем биреү учреждениеһы. Бөгөн бында уҡыусыларға иң яҡшы тип иҫәпләнгән ҡала мәктәптәре көнләшерлек шарттар булдырылған. Уңған коллективҡа Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Зилә Зарипова етәкселек итә.

– Дөйөм мәктәп сараларын ойоштороу уҡыу йылы башында уҡ кластарға бүленеп бирелә. Уларҙан бер бала ла ситтә ҡалмай. Әҙерлек эштәре алдан башлана, кәрәкле мәғлүмәт туплана. Был – бик отошло алым, сөнки уҡыу йылы дауамында яңы исемдәр, таланттар асыҡлана. Уҡыу йылы аҙағында район, республика кимәлендә уңыш яулаған уҡыусыларға “Йондоҙсоҡ” таҫмалары тағыла. 2017/18 уҡыу йылында – 13, быйыл 14 уҡыусы район кимәлендәге олимпиада­ларҙың призерҙары булды. Ә дөйөм алғанда, мәктәп коллективы һуңғы йылдарҙа район һәм республика кимәлендә даими еңеү яулап тора, – ти Зилә Шәғәли ҡыҙы.


Бынан тыш, балаларҙы дәртләндереү маҡсатында, элекке директор Илдар Исламов иҫтәлегенә география, биология, экология, тыуған яҡты өйрәнеү фәндәре буйынса уңыштар өсөн премиялар тапшыралар. Байым ауыл биләмәһе хакимиәте лә мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша һәм 2016 йылда ауыл хакимиәте премияһын булдырған. Ул Һуңғы ҡыңғырау байрамында иң яҡшы уҡыусыға бирелә. Данлыҡлы педагогтар Роза Моратованың, Зөлфәр Мәхийәновтың иҫтәлегенә булдырылған премиялар “Йыл уҡыусыһы” конкурсындағы “Рус телен яҡшы белеүсе”, “Йыл спорт­сыһы”, “Йыл алдынғыһы” номинациялары буйынса тапшырыла.

Быйыл урта мәктәпте тамамлаған ун ике уҡыусының бишәүһе юғары уҡыу йортона уҡырға ингән.

Байым мәктәбе уҡыусыларынан дөйөм гимнастика буйынса (Г.Ю. Ғилметдинова), юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропаган­далаған “Тридэ” отрядында, “Пятнашки” шаяндар һәм отҡорҙар командаһында (Н.Н. Әғзәмов, Р.У. Собханғолов), тхэквондо секцияһында (Б.А. Хажиәхмәтов) шөғөл­ләнеү­селәр йыл һайын республика кимәлендә еңеүгә өлгәшә.

Ирекмәндәр йылында элекке уҡыусы­лары Клара Әхтәмова ярҙамында имән ағастарынан Ветерандар аллеяһы булдырған. Унда тағы ла 100 төп шыршы, 50 төп алмағас ултыртҡандар.

Әлеге көндә Байым мәктәбендә 217 бала белем ала, 22 уҡытыусы эшләй. Белем усағының өс филиалы бар. Мәктәп районда төплө белем биргән, бар яҡлап та үҫешкән белем усағы булараҡ танылыу яулаған. Быйыл мәктәпкә яңы автобус тапшырылған.
Нигеҙ һалыныуға – 90, урта мәктәп булып эшләй башлауына 50 йыл тулды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507