Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икенсе смена: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

Өфөлә 128 мәктәп, лицей һәм гимназияның 69-ында уҡытыу ике сменала ойошторолған.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, баш ҡалабыҙҙа 128 мәктәп, лицей һәм гимназияның 69-ында уҡытыу ике сменала ойошторолған. Сәбәбе — Өфөнөң яңы биҫтәләрендә торлаҡ төҙөү мәктәп, балалар баҡсалары һәм поликлиникалар һалыу менән бергә алып барылмауында.

Ваҡытында йоҡларға ятҡандар – әүҙем

Шәхсән үҙем тәүҙә икенсе сменала уҡыған танышыма ныҡ көнләшеп ҡарай торғайным. Беҙ таң һарыһынан күҙҙе тырнап саҡ асҡанда, ул рәхәтләнеп йоҡлай, унан инде өлкәндәр күҙәтеүенән азат, улар эштә саҡта үҙеңдең донъяң менән йәшәргә мөмкин. Баҡтиһәң, һис кенә лә улай түгел. Төштән һуң уҡығандар өсөн дәрестәр бик һуң тамамлана, бигерәк тә ҡыш йортҡа ҡараңғыла ҡайтаһың. Кис өйгә эште әҙерләү тураһында һүҙ ҙә юҡ, ныҡ арытҡан. Иртәгәһенә иһә дәрес әҙерләп бөтөр-бөтмәҫтән тағы ла мәктәпкә йүгерәһең. Ошо һүҙҙәремә ағайымдың үтенесе лә ҡеүәт. Әйтеүенсә, уның улы биш йыл буйы икенсе сменала уҡып яфа сигә, бәләкәстең ыҙалағанын күрһәгеҙ икән. Яҡуп тәбиғәте менән “һабантурғай”, кис сәғәт нисәлә йоҡларға ятыуына ҡарамаҫтан, ныҡ иртә уяна. Әлбиттә, дәресен әҙерләүгә лә, йорттағы бүтән төрлө эште башҡарырға ла ваҡытын еткерә. Әммә бына төшкө сәғәт 1-ҙән һуң мәктәпкә бармау өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер. Быны баламдың ихтыяр көсөнә ҡаршы килеү тип ҡабул итәм. Ғәзиз кешем генә түгел, ә бүтән мәктәптәрҙә лә уҡытыу төштән һуң алып барылғанын беләм.
– Уны бер сменала ғына ойошторорға булмаймы? – тип һорай ул.

Психологтар аңлатыуынса, әҙәм балаһының эшкә һәләтлелеге лә, теләге лә, айырыуса үҫеп килеүсе йәш кешенеке, төштән һуңға ҡарағанда, иртәнге сәғәттәрҙә күпкә юғары һәм ташып тороусан. Был осорҙа күптәр үҙен үтә теремек тоя, төрлө ҡыҙыҡлы идеялар менән яна, киләсәккә пландар ҡорғанда ла теүәл һәм әүҙем. Төштән һуң иһә һүлпәнлек күҙәтелә, хатта ошо ара­уыҡты ҡайһы берәүҙәр ҡояш байырға әҙерләнеү менән дә сағыштырыусан.

Балалар психологы Көнһылыу Әхтәрйәнованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ғәҙәттә, бәләкәйҙән баланы киске сәғәт ундар тирәһендә йоҡларға һалыу һәм иртә менән уятыу тигән тәртип йәшәй, быны тормош үҙе талап итә. Әгәр улай түгел икән, атай-әсәй – эшкә, ә улы йәки ҡыҙы балалар баҡсаһына һуңлаясаҡ. Тәүгеһенең бигерәк тә насар тамамланыуы ихтимал. Ошо балалар баҡсаһынан һуң ул бүтән бер ҡайҙа ла түгел, ә тура мәктәпкә атлап инә. Ярай, унда ла иртәнсәк уҡырға барһа, бик тә хуп. Ҡайһы бер белем усаҡтарында ҡыҙ һәм малайҙарҙың икенсе сменала, тимәк, төштән һуң уҡыуы уның өсөн ауыр йөк һанала, тиеү дөрөҫлөккә тап килә.

Беренсенән, белгес бер нисә ай һуҙымында 100 баланың ҡылыҡ-фиғелен яҡындан өйрәнгән: бер өҫтәлдә туҡланған, уйнаған, тәбиғәткә сыҡҡан, хатта бер бүлмәлә йоҡлаған, ҡыҫҡаһы, уларҙың тормошона инеп, урталарында ҡайнап йәшәгән. Ҡояш арҡан оҙонлоғо күтәрелгәнсе иҙерәп йоҡларға яратҡан берәүҙе иҫәпкә алмағанда, бүтән тиҫтерҙәре иртә тороу яҡлы булған.

Икенсенән, балаларҙың хәүефһеҙ­леге тураһында ла оноторға ярамай. Көндәлек тормоштан ябай ғына миҫал. Иртән ата-әсәһе менән бергә балалары ла, өйҙөң ишеген бикләп, төрлөһө төрлө яҡҡа сығып китә. Был осраҡта өлкән­дәргә борсолорға һис тә урын юҡ, ғәзиз кешеләре ышаныслы урында булғас, күңелдәре тыныс. Юғиһә үҙҙәре – эштә, ә балалары өйҙә яңғыҙы ҡалған саҡта, ҡасан йоҡонан торҙолар, нимә ашанылар, мәктәпкә һуңламанылармы, тышҡа сыҡҡанда ишекте бикләнеләрме икән, тип мейеләрен мең һорау быраулаясаҡ. Өҫтәүенә ҡараңғыла йөрөү айырыуса хәүефле (бөтәһенең дә ҡаршы алырға мөмкинлеге лә сикле).

Өсөнсөнән, белем биреү учреждениеларында барлыҡ түңәрәктәр һәм секциялар төштән һуңға ҡалдырылған. Әйтәйек, бындай осраҡта малайҙар – бокс, каратэ, самбо ише спорт секцияларынан, ә ҡыҙҙар сигеү-бәйләү кеүек ҡул эштәренә өйрәнеүҙән мәхрүм буласаҡ. Кемгә нисектер, миңә иһә баланы мәктәп йылдарында һәр йәһәттән дә үҫтереү сараһын күреү зарур. Был һис кенә лә уға мәшәҡәт өҫтәү тигәнде аңлатмай. Һуңынан һеҙгә бындай хәстәрлеге өсөн рәхмәт кенә уҡыясаҡ, иманым камил.

Дүртенсенән, мөғәллимдәр робот түгел йәки тимерҙән ҡоршалмаған да инде. Мейенең арыуы тураһында һүҙ алып барам. Бындай осраҡта илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуйылмаҫмы?!


Бындай уҡыу алымы тарҡаулыҡҡа юл аса, тиҙәр...

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Фәнис Мәүлетҡолов, башланғыс кластарҙы һанамағанда, ете йыл буйы төштән һуң уҡыған.
“Һөйрәлә-һөйрәлә төшкө сәғәт 2-се яртыла мәктәпкә бара торғайным, – тип башланы һүҙен ул. – Уның ҡарауы, туйғансы йоҡлайһың. Әгәр быға хәтлем таҙа класҡа аяҡ баҫһаҡ, икенсе сменала уҡый башлағандан алып үҙебеҙҙе йыйыштырылмаған өйҙә кеүек хис иттек. Парталар ҡыйыш-мыйыш ултыра, аҫтары тулы ҡағыҙ – унда нимә генә юҡ! Ә иҙәндең бысраҡлығы хаҡында телгә алыу артыҡ. Шунда уҡ кәйеф ҡырыла, күңел төшә лә ҡуя. Өлкән кластарҙа иһә, был эш уларға ҡағыл­маһа ла, ҡыҙҙар тиҙ генә йыйыштырып алды кабинетты”.

Ә бына Мәликә Вафинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, кискә ҡарай сатлама һы­уыҡтар ҡурҡытыуы етмәгән, урамдың ҡараңғылығы ла үҙәккә үткән. Ауыл ҙур, ә эңер төшкәс, урамда кемдәр генә эт һуғарып йөрөмәй! Өҫтәүенә уҡытыу­сыларҙың йыш иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, ауылдаштарының уҫал эттәрен сын­йырҙан иртә ысҡындырыуы тамам йөҙәткән. “Дүрт аяҡлы дуҫтар”ҙан сумка ярҙамында ғына ҡотолоу мөмкин дә түгел, шуға күрә абзыйы дубинкаға оҡшаған имән таяғы әҙерләп биргәне хәтерендә. Ул күп осраҡта бәләнән ҡурсалаған.

– Ҡыңғырау шылтырағас, инде генә дәрескә инеп ултырһаҡ, иҙән йыуыусы апайыбыҙ килеп инә лә күнәктәге һыуын тас та тос килтерә башлай, – ти бер нисә йыл икенсе сменала һабаҡ алған күршем. – Бындай ваҡытта бөтә иғтибарыбыҙ ауылдашыбыҙҙа – нисек кейенгән, сепрәкте нисек һыға һәм башҡалар, хатта уҡытыусы менән ауыл хәлдәрен һөйләшкәнгә тиклем ауыҙ асып тыңлайбыҙ. Шул тиклем мәрәкә. Баҡтиһәң, беҙ бер ниндәй яңылыҡты ла белмәйбеҙ икән. Ғәйбәт ебе берәй ҡыҙ йәки малайҙың ата-әсәһе һәм туғандары тирәһенә барып етһә, был икәү шыбырлауға күсә.

Шәхсән үҙебеҙгә килгәндә, эшләп йөрөгән ҡыҙым да, әле мәктәп йәшен­дәгеһе лә, тәүге сменала уҡығанлыҡтан, һәр ваҡыт төштән һуң күп түңәрәктәрҙә шөғөлләнде, мәктәп тормошондағы бүтән төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡат­нашты. Әгәр ҙә икенсе сменаға ҡал­һалар, бейеү, драма түңәрәктәрен, башҡа сараларҙы күрмәҫ тә, белмәҫ тә ине. Һәр береһе бер нисә көнгә, хатта аҙнаға алдан график төҙөгән. Иң мөһиме — исемлектәге һәр пункт теүәл үтәлә. Әлбиттә, бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалырға ярамай. Белеүемсә, төштән һуң уҡығандар ҙа бөтә ергә лә өлгөрөргә тырыша. Икенсе сменала уҡыу алымы тарҡаулыҡҡа юл аса, тиҙәр, уйланырға урын бар.


1300-ҙән ашыу баланы һыйындырған мәктәп

Мәсьәләгә яҡыныраҡ килеү маҡ­сатында былтыр 60 йыллыҡ юбилейын билдәләгән, уҡытыу ике сменала ойошторолған Өфө ҡалаһының 103-сө урта мәктәбенә юл тоттоҡ. Унда иртән түгел, ә махсус рәүештә төштән һуң барҙыҡ. Ғәҙәттә, бындай ваҡытта белем усағында һиллек тойола йәки түңәрәккә йөрөгән бер нисә баланы ғына осратырға мөмкин, бында иһә уның нәҡ киреһенә шаһит булдыҡ. Фойе ғына түгел, ә иркен мәктәп алды майҙансығы ла ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә.

– Белем усағы 745 урынға иҫәп­ләнеүенә ҡарамаҫтан, беҙҙә 1 301 бала уҡый, – тип һөйләй 103-сө мәктәп директоры — Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Гөлнара Әминева. – Бил­дәле, өлкән кластағылар төшкә хәтлем белем ала. Беҙҙең III, IV, VII һәм VIII кластың ҡайһы берҙәренә төштән һуң белем алыу “бәхете тейҙе”, VI класта иһә уҡытыу тулыһынса икенсе сменала ойошторола. Әгәр ҙә был йәһәттән бүленеште ҡараһаҡ, тәүге сменаға – 797, икенсеһенә 504 бала тура килә.

Гөлнара Хәтмулла ҡыҙы белде­ре­үенсә, һүҙ ҙә юҡ, төштән һуң уҡығандар мәктәп тормошондағы сараларҙа ҡатнашыуҙан мәхрүм, түңәрәктәргә йөрөүҙәрен күҙ алдына баҫтырыуы ҡыйын. Педагогтарға ҙур йөкләмә булыуын әйтеп торорға ла кәрәкмәй.

Айырыуса балаларға мөмкин тиклем уңайлы шарттар тыуҙырыу ниәтендә мәктәп етәкселеге өҫтәмә кабинеттар төҙөгән, һөҙөмтәлә 2017/18 уҡыу йылында 100 урын булдырған, ә быйыл белем биреү учреждениеһы йәнә 25 урынға артҡан. Мәҫәлән, былтыр химия кабинетын бүлеү арҡаһында күркәм ике бүлмә барлыҡҡа килгән, ошо уҡ алым менән технология кабинетын да үҙгәрткәндәр. Бынан ары уҡыусылар иркен тын алып ҡалған, юғиһә дәрестә ҡыҫылышып тигәндәй ултырған. Етмәһә, коридорҙың бер мөйөшөн бүлеп, унан шулай уҡ кабинет яһағандар. Һүҙ ҙә юҡ, кабинеттар арттырыу үҙен аҡлағас, быйыл рус теле һәм әҙәбиәте һәм физика кабинеттары ла ярайһы үҙгәргән.

VI “б” класы уҡыусыһы Сафия Елизарева өсөн икенсе сменала уҡыу бөтөнләй оҡшамай. Күп уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыуға ҡамасаулауы хаҡында борсолоуын белдерҙе. Ҡыҙ төшкә тиклем бейеүгә йөрөй, спорт түңәрәген дә ҡалдырмай. Ҡыҫҡаһы, тап үҙенең әрһеҙлеге менән генә бөтәһенә лә өлгөрөргө тырыша, әммә кискә хәле бөтөп ҡайтып инә өйгә. Әгәр ҙә беренсе сменаға эләкһә, тағы ла өҫтәмә рәүештә шөғөлләнергә мөмкинлек булыуын билдәләне.

Сафияның һабаҡташы Тимур Ибраев футболды үҙ иткән, “Локомотив” стадионы – уның яратҡан урыны. Малайҙың шулай уҡ төшкә тиклем төрлө сараларға йөрөргә ваҡыты ҡала.

– Артабан эшмәкәрлек алып ба­рыуҙың ауырлашыуын иҫәптә тотоп, шундай алымды ҡулландыҡ һәм оттоҡ, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Рекреацияны һайланыҡ йәки ял урыны бар беҙҙә, ул да беҙҙең проект. Арыған малай һәм ҡыҙҙарға бында хәл йыйыу мөмкинлеге ҙур. Теннис ҡуйҙыҡ, өҫтәл футболы уйнайҙар, хатта аквариум урынлаштырҙыҡ һәм башҡа уңайлыҡтар тыуҙырҙыҡ.

Мәғариф ветераны Сәйет Хафизов фекеренсә, икенсе сменала дәрес биреү финанс яғынан яҡшы булһа ла, уның һаулыҡҡа зыяны ифрат ҙур. Йәш саҡта нисек тә түҙәһең, ә бына өлкәнәйә килә йонсота, таушалыу үҙен һиҙҙертә башлай. “Иртәнсәк дәрт ташып торһа, һүҙлек запасы күп булһа, төштән һуң “ваҡытты үлтереү” өсөн төрлө хәйлә уйлап табаһың”, – тип ысынбарлыҡты асып һалды педагог. Эйе, уҡытыусыға өҫтәмә сәғәттәр алыу хеҙмәт хаҡының артыуына туранан-тура бәйле. Йәшермәйек, бөгөн аҙнаһына 18 сәғәт дәрес биргән мөғәллим бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Улары иһә үҙ һөнәре буйынса түгел, ә бүтән эш менән мәшғүл. Шуға күрә лә артыҡ сәғәттәр алырға атлығып та тормайҙар шул.

Ысынлап та, республика етәксеһенең был тәңгәлдә саң ҡағыуы ваҡытлы һәм урынлы. Башҡортостанда төҙөлөш киң ҡолас йәйҙе. Шуға беҙ шаһит: торлаҡ йорттар йылдам ҡалҡытыла, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, мәҙәниәт усаҡтары файҙаланыуға тапшырыла, фельдшер-акушерлыҡ пункт­тары төҙөлә, айырыуса Белем көнөнә тура килтереп белем усаҡтарының ишектәрен асыуы – шатлыҡлы күренеш. Тиҙҙән бөтә мәктәптәрҙең дә бер сменалыға әйләнеүенә шик юҡ та һымаҡ, әммә был тәңгәлдә ташбаҡа тиҙлегендә шыуышабыҙ...

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе Раил ӘСӘҘУЛЛИН:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡытыу-тәрбиә эштәрен ике сменала ойошторған белем усаҡтары һаман да бар. Һүҙ ҙә юҡ, Өфө үҫә, үҙ сиратында ҡалала халыҡ һаны ла арта. Мәктәптәр бер генә көндә төҙөлмәй бит, һәр береһе эш планына ин­дерелгән. Шуға күрә лә һәр проб­лемаға киләсәк күҙлегенән ҡарарға кәрәк. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәсьәләне дөрөҫ күтәрҙе.

Ысынында иһә төштән һуң уҡыған ҡыҙ һәм малайҙар өҫтәмә програм­маларҙан тулыһынса ситләтелгән. Уларҙың төрлө түңәрәк, секция, кисә, осрашыу һәм башҡа сараларҙа ҡатнаша алмауы – шуға асыҡ миҫал.

Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөдире Айгөл АБЗАЛТДИНОВА:
– Беҙҙең районда барлығы 31 мәктәп бар, шуның 9-ы икенсе сменала эшләй. Район үҙәге Иглин ауылында ғына уларҙың һаны – дүртәү, шулай уҡ Көҙәй, Таутөмән, Сыуаш-Ҡобау, Оло Тәләк һәм Урманда ҡыҙ һәм малайҙар төштән һуң уҡый.

Шул иғтибарға лайыҡ: төбәк төҙөлөшкә ҡағылған һәр программала ҡатнашырға тырыша, район етәкселеге белем биреү учреждениеларын төҙөүгә бөтә көстө йүнәлткән. Мәҫәлән, 2019 йылда сираттағы белем усағының асылыуы көтөлә, бынан тыш, тағы ла ике мәктәп төҙөү проектҡа индерелгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511