Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырыҫ түгел миңә был яҡтар...

“Мәктәп — минең өсөн яҡтылыҡ, изгелек иле”, — ти алдынғы уҡытыусы.

Уҡытыусы — ул талапсан һәм ҡәтғи, әммә йомшаҡ күңелле, кешелекле, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торған күркәм шәхес һәм изге йән. Ул белем биреүсе генә түгел, ә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе, балаларҙың күңеленә изгелек орлоғо сәсеүсе лә. Ысын уҡытыусы ғына баланың һәләтен артабан үҫтерә белә, тормошта үҙ урынын табырға өйрәтә ала. Элек-электән был һөнәр мәрхәмәтлеләрҙән һанала, тик балаларҙы яратҡандар ғына уны үҙ итәлер, моғайын.

Оло Ыҡтамаҡ башҡорт гимназия­һының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилиә Фәтҡуллина — ана шундайҙарҙың береһе. 30 йылға яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреү менән бер рәттән балаларҙа милли үҙаң, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, рухи-әхлаҡи, патриотик һәм, иң мөһиме, һәр яҡтан тулы үҫешкән шәхес тәрбиәләү бурысы менән йәшәй һәм янып эшләй.

Зилиә Закирйән ҡыҙы – Йылайыр районының Үрге Сәлим ауылынан. Ауыл мәктәбендә белем эстәгәндән һуң артабан уҡыуын Сибай мәктәп-интернатында дауам итә. Уҡыу осоронда тырыш ҡыҙ мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө сара-байрам­дарҙың уртаһында ҡайнап, класташтары араһында абруй ҡаҙана. Мәктәп етәкселеге лә, уны һәр яҡтан маҡтап телгә алып, “киләсәктә һинән бынан тигән уҡытыусы сығасаҡ, яҙмышыңды балаларға белем биреүгә арнаһаң, үҙ юлыңды табасаҡһың” тигән теләк­тәрен белдерә. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән ҡыҙ ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, һис ике­ләнеүһеҙ документтарын Стәрлета­маҡ дәүләт педагогия академияһына тапшыра.

— Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялландым, тиһәм дә, хата түгел, сөнки бәләкәй туғандарымды иҙәнгә теҙеп ултыртып, уларға үҙем белгән хәрефтәрҙе танытып, төрлө мәсьә­лә­ләр сисергә өйрәтә инем, — ти алдын­ғы уҡытыусы. — Миңә тәүге һа­баҡ биргән уҡытыусыларым да быға сәбәпсе булғандыр, әле лә улар менән осрашып торам, кәңәштәренә мохтажмын.

Юғары белем алғас, яҙмыш уны Мәсетле тарафтарына алып килә. Ошонда тормош иптәше Айҙар Мансур улы Фәтҡуллинды осрата. Бер йылдан һуң йәштәр ғаилә ҡороп, район үҙәгендә төпләнә. Әйткәндәй, ире ошо уҡ гимназияла физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, еңел атлетика, волейбол буйынса түңәрәктәр алып бара. Айҙар Мансур улы ла — мәктәптең ғорурлығы, 2009, 2010 йылдарҙа район физкультура уҡытыусыларының “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүсе булған.

Зилиә Фәтҡуллина әсә телен бар күңелен биреп уҡытып ҡына ҡалмай, ә башҡа милләт балаларында ла башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Алдынғы ҡарашлы, талапсан уҡытыусы матбуғат яңылыҡ­тары, заманса уҡытыу технологиялары менән даими танышып бара, район, хатта республика кимәлендә асыҡ дәрестәр күрһәтеп, бай эш тәжрибәһе менән дә уртаҡлашырға ваҡытын йәлләмәй. Уның етәксе­легендә белем алған уҡыусылар йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район, республика олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгә­шә. Телем, илем тип янып эшләгән Зилиә Закирйән ҡыҙы Рәсәй, Баш­ҡортостан Мәғариф министрлыҡ­тарының Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған. 2006 йылда “Йыл уҡытыу­сыһы” республика конкурсында “Сәсән уҡытыусы” номинацияһында еңеү яулай, 2007 йылда “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә иғлан ителгән конкурста ҡатнашып, грант алыуға өлгәшә.

Фәтҡуллиндарҙың өлкән улдары Айрат яҡшы билдәләргә генә уҡый, спорт, музыка менән мауыға. Кесе улдары Данир иһә һүрәт төшөрөүгә әүәҫ, моңға ғашиҡ. Был изге йөрәкле ғаилә, Айҙарҙың бер туған апаһы вафат булғас, уның улы Русланды ла үҙ ҡосағына һыйындыра. Руслан да мәктәптә ойошторолған төрлө байрам сараларының уртаһында ҡайнап, башҡа туғандары кеүек, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.

— Тәүҙә Мәсетле районы ят тойолдо, тәбиғәте лә, халҡы ла ҡырыҫ күренде, бөгөн иһә был яҡтар миңә бик яҡын, ҡәҙерле, — ти Зилиә Закир­йән ҡыҙы. — Яратҡан эшем, мине ярты һүҙҙән аңлаған ғаиләм, хеҙмәт­тәштәрем бар, үҙемде бәхетле тоям.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509