Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бергәнең эше берәгәйле”

Яңы ойошманың маҡсаты – тел уҡытыусыларын туплау.

Ошо көндәрҙә республиканың туған тел уҡытыусылары ойоштороу конференцияһына йыйылып, Башҡортостанда Башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Яңы берләшмәнең төп йүнәлештәре, бурыстары һәм маҡсаттары тураһында уның рәйесе, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Фәнзил САНЪЯРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Фәнзил Бүләк улы, ассоциацияны төҙөү идеяһы нисек тыуҙы? Ул тел уҡы­тыу­сыларының үҙҙәренең теләгенә ярашлы барлыҡҡа килдеме, әллә был заман талабымы?

– Бында уҡытыусыларҙың теләге лә, көн талабы ла мөһим әһәмиәткә эйә. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта тотош Ер шарында, шул иҫәптән беҙҙең илдә лә телдәргә бәйле хәл-торош ҡатмарлы ғына. Милли мәғариф өлкәһендәге үҙгәреш­тәр, туған телде уҡыусыларҙың һәм уларҙың ата-әсәһенең һай­лауы нигеҙендә, йәғни ирекле өй­рәнеүҙе күҙаллаған алым, йәм­ғиәттә, ғаиләлә әсә телендә аралашыуҙың кәмей барыуы, әл­биттә, беҙҙе борсомай ҡалмай.

Ошондай шарттарҙа уҡытыу­сыларға ла эшләү еңелдән тү­гел. Әлеге тиҙ үҙгәреүсән мәғлү­мәт заманында уларҙың күбеһе теге йәки был мәсьәләлә нин­дәй сығанаҡҡа таянырға белмәй юғалып ҡала. Мәҫәлән, “Йыл уҡы­тыусыһы” кеүек конкурс­тарҙа һөнәренең барлыҡ нескә­лектәренә төшөнөп, иҫ киткес оҫталыҡҡа эйә педагогтар осрай, әммә уларҙың эш тәжри­бәһе тейешенсә таратылмай. Ә бит ҡайһы берәүҙәрҙең уҡы­тыу алымдары, үҙенсәлекле ме­тодикаһы күп коллегалары өсөн файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла булыр ине.

Башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһын төҙөгәндә беҙ тәү сиратта бына шул маҡсаттарҙы – мәғлүмәти ярҙам күрһәтеүҙе, тәжрибә ур­таҡлашыуҙы, бер-беребеҙҙең һөнәри үҫешенә булышлыҡ итеүҙе – күҙ уңында тоттоҡ. Әлбиттә, башҡорт һәм туған тел­дәрҙе һаҡлау, үҫтереү ҙә мө­һим бурыстарыбыҙҙың бе­реһе булып һанала, был йүнә­лештә дәүләт органдарына, беренсе сиратта республиканың Мәғариф министрлығына, йә­мә­ғәт ойошмаларына таянабыҙ. Шулай уҡ уҡытыусыларҙы социаль йәһәттән яҡлауҙы, хоҡуҡи ярҙам күрһәтеүҙе лә күҙ уңында тотасаҡбыҙ. Дөйөмләштереп әйткәндә, тел уҡытыусы­лары­ның һөнәри берләшмәһен төҙөү күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине.

– Ассоциацияның ойоштороусылары кем? Уның эшмәкәрлек нигеҙҙәре менән дә таныштырһағыҙ ине.

– Яңы берләшмәнең ойоштороусылары – Башҡортос­тан­дың Мәғарифты үҫтереү институты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы. Юғары органы булып съезд һанала, ул өс йылға бер тапҡыр үткәреләсәк.

Ассоциация үҙ сафына мәк­тәп­тәрҙең башҡорт теле һәм әҙә­биәте, туған телдәр – татар, сыуаш, удмурт һәм башҡа, рус теле һәм әҙәбиәте, юғары уҡыу йорттарының, колледждарҙың башҡорт теле уҡытыусыларын, республикала йәшәгән халыҡ­тар­ҙың телдәре өйрәнелгән мәғариф ойошмалары етәксе­ләрен, мәктәпкәсә милли мәға­риф учреждениелары педагогтарын берләштерә. Ағза булып инеү ирекле, йәғни уны һәр кем үҙе хәл итә. Һөнәри берләшмә булараҡ, иғәнә йыйыу ҡаралған. Төп ярҙамсыларым – рәйестәш­тәр итеп Ишембай ҡалаһын­дағы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернаты директоры урынбаҫары Рифат Әйүпов һәм Өфөнөң 65-се татар гимназия­һы директоры Анфиса Ғәлимйәнова һайланды.

– Бөгөн республика мәк­тәп­тәрендә туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе нисек тора? Былтыр уны ирекле нигеҙҙә, йәғни ата-әсәнең ғаризаһына ярашлы, уҡы­тыуға ҡағылышлы байтаҡ ҡына аңлашылмаусанлыҡ булып алғайны. Әле был мәсьәлә тулыһынса хәл ителде тип әйтеп буламы?
– Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙең бөгөн беҙҙә генә түгел, тотош донъя күләмендә көнүҙәк мәсьәлә булыуын әйтеп үткәйнем инде. Ил етәкселе­ге­нең был тәңгәлдәге уйланылған етди сәйәсәте яҡшыға өмөт­ләнергә нигеҙ булып тора. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сығышында: “Беҙҙең өсөн рус теле – милләт-ара аралашыу теле, уны бер нимә менән дә алмаштырып булмай. Ул – күп милләтле илебеҙҙең тәбиғи нигеҙе. Уны һәр кем белергә тейеш. Рәсәй халыҡтарының телдәре – шулай уҡ илебеҙҙә йәшәгән мил­ләттәрҙең үҙенсәлекле мәҙәниә­тенең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Уларҙы өйрәнеү – Конституция тарафынан гарантияланған ирекле хоҡуҡ”, – тигәйне.

Эйе, былтырғы уҡыу йылын­дағы туған телдәрҙе өйрәтеүгә бәйле хәлдәр беҙҙе хәүефкә һалғайны. Әммә шул уҡ ваҡытта интернет селтәрендәге, ҡайһы бер баҫма матбуғаттағы мәғлү­мәттәрҙең нигеҙһеҙ булыуын, йәмәғәтселек, ата-әсә, уҡытыу­сылар араһында ҡотҡо тара­тыуға йүнәлтелгәнен аңлай инек. Ысынбарлыҡта мәсьәләгә күпселек аңлап ҡараны, туған телдәрҙе өйрәнеүҙә әллә ни ҙур юғалтыуҙарға юл ҡуйыл­маны. Ата-әсәнең ғаризаһы нигеҙендә уҡытыуҙы тулыһынса туған телдә алып барған белем усаҡтарының һаны бер аҙ кәмене: 2016/17 уҡыу йылында улар 639 булһа, 2017/18-ҙә – 477, йәғни бығаса барлыҡ уҡыусыларҙың 10,5 проценты башҡа фәндәрҙе туған телендә өйрәнһә, былтырғы уҡыу йылында был күрһәткес – 8,3 процент.

Шул уҡ ваҡытта туған телдең үҙен өйрәнгән уҡыусылар һаны 28,7 процентҡа артып, 87 процент тәшкил итте. Быға Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы туған телдәрҙе уҡы­тыуҙың мотлаҡҡа әйләнеүе лә йоғонто яһамай ҡалманы. Ә инде башҡорт телен дәүләт теле булараҡ мәктәп уҡыусы­ларының 68,6 проценты өйрәнә. 27600 самаһы бала, ата-әсәһенең ғаризаһы нигеҙендә, уның урынына тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге курсты һайланы.

Бөгөн республика мәктәп­тәрен­дә 6563 туған тел уҡытыу­сыһы иҫәпләнә, уларҙың 2601-е – башҡорт, 623-ө – татар, 3129-ы рус һәм башҡа милли телдәрҙе өйрәтә. Белем усаҡ­тарында уҡытыу алты телдә алып барыла, туған тел булараҡ 14 тел өйрәнелә.

– Милләттәштәребеҙ күп­ләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт телен уҡытыуға бәйле хәл-торош менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.

– Башҡорт теле Рәсәйҙең биш төбәгендә – Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡурған өлкә­лә­рендә һәм Татарстанда өйрәнелә.

Ситтә йәшәгән милләттәш­тәребеҙҙең дә туған телде өйрәнеү мәсьәләһенә аңлы ҡарашы, балаларын милли рухта тәрбиәләргә ынтылышы ҡыуандыра. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә 2016/17 уҡыу йылында 29 белем усағында башҡорт теле уҡытылһа, улар­ҙың барыһы ла, ата-әсәнең ғаризаһына ярашлы, артабан да был эшмәкәрлекте һаҡлап ҡала алды. Ырымбурҙа – ун бер, Ҡурғанда – дүрт, Һамарҙа бер мәктәптә башҡорт телен өйрәнәләр. 2016/17 уҡыу йы­лын­да Татарстандың бер мәға­риф учреждениеһында ла башҡорт теле уҡытылманы, ә киләһе йылына өс белем усағында телебеҙ өйрәнелә башланы. Һөйөнөслө күренеш бит был!

– Республикабыҙҙа уҡы­тыу­сыларҙы туған телдәрҙе уҡытыуға, ә балаларҙы өйрәнеүгә дәртләндергән, ҡыҙыҡһыныу уятҡан бихисап сара уҙғарыла, программалар булдырылған...

– Был, ысынлап та, шулай. Башҡорт, рус, татар телдәре буйынса “Йыл уҡытыусыһы” конкурстары уҙғарыу матур традицияға әйләнде. Быйыл августа төбәк Хөкүмәте Президиумы ултырышында “Баш­ҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡорт­остан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы раҫланды. Был тәңгәлдәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар бүленә. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд булдырылды. Шуға күрә телде һаҡлау йәһәтенән эш алып барылмай тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килмәй, бары тик булған мөмкинлектәрҙән файҙалана белергә генә кәрәк.

Уҡыусыларға килгәндә инде, улар хаҡында ла, тел өйрәнергә теләмәйҙәр, тип әйтергә нигеҙ юҡ. Былтыр 4987 бала “Туған тел”, “Туған әҙәбиәт” (башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва телдәре) буйынса дәүләт йомғаҡлау аттеста­цияһын уңышлы тапшырҙы. XI класты тамамлаған 43 уҡыусы башҡорт теле буйынса Берҙәм төбәк имтиханын һайланы, уртаса балл 63,9 булды. Был һөҙөмтә насар түгел.
Балалар туған телдәр буйынса конкурс һәм олимпиа­даларҙа теләп ҡатнаша. Бы­йылғы республика олимпиа­даһында 427 телһөйәр уҡыусы белемен һынаны.

Быйыл март айында Ҡазанда мәктәп уҡыусылары араһында Рәсәй республикаларының дәү­ләт телдәре буйынса II Бөтә Рәсәй олимпиадаһы үтте. Унда, ил төбәктәренән тыш, Ҡырғыҙ­стан һәм Ҡаҙағстандан да балалар ҡатнашты. Башҡортостан намыҫын башҡорт дәүләт теле буйынса республика олимпиа­даһында еңгән биш уҡыусы яҡланы. Өфөнөң 111-се гимна­зияһынан XI класс уҡыусыһы Влада Яҡупова тиҫтерҙәре араһында иң яҡшыһы тип табылды. Октябрьский ҡалаһы­нан, Баҡалы һәм Ейәнсура райондарынан барған балалар ҙа тәүге урындарҙы яулап ҡайтты.

Ғөмүмән, республикабыҙҙа дәүләт теле булараҡ башҡорт һәм рус телдәрен, башҡа халыҡтарҙың туған телдәрен уҡытыу, уларҙы һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡарыла, был тәңгәлдә бай тәжрибә тупланған.

– Рус теле тураһында һүҙ сыҡҡас, ошо мәсьәләгә лә туҡталайыҡ әле. Бөгөн ул, дәүләт һәм туған тел булараҡ, башҡалар кеүек үк яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Ошо фекер менән килешә­һегеҙме?

– Әлбиттә. Хәҙерге көндә рус теле төрлө сит ил һүҙҙәре, замана йәштәренең телмәрендәге аңлайышһыҙ атамалар менән “ҡыйлана” бара. Бөйөк Пушкин, Толстойҙар мираҫын, тел бай­лығын, рус теленең сафлығын, камиллығын һаҡлау көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Шуға күрә беҙ Башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһын төҙөгәндә йәш быуынды тел нескәлектәренә өйрәткән барлыҡ мөғәллимдәрҙе, етәксе­ләрҙе берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Бергәнең эше берәгәйле, тиҙәр бит.

Киләсәктә беҙҙең ассоциация туған тел уҡытыусылары өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансы­ғына, мәғлүмәти, социаль, хоҡуҡи ярҙам үҙәгенә әйләнер, уларҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итер, дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү буйынса киң даирәлә алып барылған маҡсатлы эштәргә тос өлөш индерер тип ышанам. Әммә был бурыстарҙы берекмә­нең етәкселеге генә атҡарасаҡ тип ҡараһаҡ, төптө дөрөҫ булмаҫ, беҙ – йәмәғәт ойош­маһы. Эштең һөҙөмтәлелеге, ысынлап та, бергәнең – берәгәйлегендә.

– Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Яңы башлан­ғы­сығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!

Рәсәй Президенты Владимир ПУТИН:
– Беҙҙең өсөн рус теле – милләт-ара аралашыу теле, уны бер нимә менән дә алмаштырып булмай. Ул – күп милләтле иле­беҙҙең тәбиғи нигеҙе. Уны һәр кем белергә тейеш. Рәсәй халыҡ­тарының телдәре – шулай уҡ илебеҙҙә йәшәгән милләттәрҙең үҙенсәлекле мәҙәниәтенең айы­рылғыһыҙ бер өлөшө. Уларҙы өйрәнеү – Конституция тарафынан гарантияланған ирекле хоҡуҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 096

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 086

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436