Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелең тулы нур
Уҡытыусым!
Түҙемлегең ҡая һымаҡ,
Ә күңелең тулы нур ғына.
Ябайһың да, бөйөкһөң дә
үҙең,
Һиңә тиң тик маҡтау,
йыр ғына,
– тигән шиғыр юлдары фәҡәт минең башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусым Рәмилә Шакирйән ҡыҙы Әхмәтшинаға (Йәғәфәрова) арнап яҙылған кеүек. Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында уҡыусыларға белем биреү өсөн көсөн, ваҡытын йәлләмәй, иңенә төшкән бурысын күңел һалып, намыҫ менән башҡарған остазым – минең өсөн әле лә телһөйәрлек һәм талапсанлыҡ өлгөһө. 

Дәрес һайын ниндәйҙер яңылыҡ индерә, өҫтәмә материалдар әҙерләй, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп алып бара Рәмилә Шакирйән ҡыҙы. Беҙ йотлоғоп тыңлай­быҙ, фекер алышабыҙ, шул уҡ ваҡыт­та уға оҡшарға тырыша инек. Класта ултырған һәр баланың икенсе дәрескә һис шикһеҙ әҙерләнеп килеүе, күләмле инша һәм башҡа яҙма эштәрҙе бер ниндәй ҡыйын­лыҡһыҙ яҙыуы, уҡыусыларҙың үҙ фекерен ҡыйыу яҡлауы артында ниндәй оло хеҙмәт ятыуын мин хәҙер, үҙем уҡы­тыусы булғас ҡына, аңланым.

Был һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем. Эшен яратҡан, уҡыусыларына ҡарата талапсан, тырыш, маҡсатлы Рәмилә Шакирйән ҡыҙы кеүек булырға, ул биргән белем һәм күңел байлығын йәш быуынға түк­мәй-сәсмәй өләшергә тырышам. Остазымдың ире Марат Азат улы Йәғәфәров та һәр баланың йөрәгенә юл, асҡыс таба белгән оло йөрәкле уҡы­тыусы ине. Ул беҙгә йомшаҡ, хәстәрлекле, һәр беребеҙгә иғтибарлы булды. Тел серҙә­рен өйрәтеп кенә ҡалмай, тормош һабаҡтарына ла төшөн­дөр­ҙө. Хеҙмәт­тәш­тәре, ата-әсә алдында абруй яулаған мөғәллимдәр уҡы­тыусы булып эшләмәне, ә уҡытыусы булып йәшәне. 

Йөҙөнән яҡтылыҡ бөркөлөп торған Рәмилә апайға килә­сәктә лә тирә-яҡҡа нур сәсеп, һаулыҡта йәшәргә яҙһын! Рәхмәт Һеҙгә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506