Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туҡ бала – сәләмәт бала
“Мәктәптә уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү мәсьәләһен төрлө кимәлдә йәшәүсе ғаиләләрҙе үҙ эсенә аласаҡ маҡсатлы программа булдырыу йәки федераль закон ҡабул итеү юлы менән генә хәл итергә мөмкин”, – тип белдерҙе Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы ағзаһы Эльвира Айытҡолова. Ул был мәсьәлә менән яҡындан таныш, сөнки быға тиклем Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетын етәкләгәйне, әлеге көндә республика парламенты Рәйесенең урынбаҫары булараҡ мәғариф өлкәһен контролдә тота.

– Быйылғы уҡыу йылы башында йәмәғәтселекте республикабыҙҙың бер ауылында булған хәл аптыратҡайны, – тип һөйләне Эльвира Ринат ҡыҙы. – Урындағы мәктәп уҡыусыларының атай-әсәйҙәре туҡланыуҙың сифатына һәм аҙыҡ-түлек блогының санитар-гигиена торошона ризаһыҙлыҡ белдереп, социаль селтәргә ялыу һәм фотоһүрәттәр һалғайны. Улар билдәләүенсә, был хәл туҡланыуҙы ойоштороуҙы аутсорсерҙарға биргәс башланған. Әле был ялыу тәфтишселәр тарафынан тикшерелә, шулай уҡ журналистар, йәмәғәтселәр, ата-әсәләр берекмәһе лә хәлде үҙ контролендә тота. Арҡауылдағы ваҡиға мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙа ата-әсәнең әүҙем ҡатнашыуы, был мәсьәләгә битараф булмауы ни тиклем мөһим икәнен асыҡ күрһәтте. Әммә был ысул менән, йәғни киң мәғлүмәт сараларын, социаль селтәрҙәрҙе йәлеп итеп кенә мәсьәләне һәр белем усағында хәл итеү мөмкин түгел, бында системалы алым кәрәк.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты бөгөн республикала мәктәп туҡланыуы бары тик ата-әсә аҡсаһы иҫәбенә ойошторолоуын билдәләп үтте. Бюджеттан бүленгән өҫтәмә аҡса күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаилә­ләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеүгә генә ҡаралған.

– Арҡауыл мәктәбе ашханаһында бер балаға тәғәйен иртәнге аштың хаҡы 20 һум тора. Ата-әсәләр үҙҙәре шулай килешеп, иң арзан меню төрөн һайлаған. Бының сәбәбе балалар хаҡында тейешле хәстәрлек күрергә теләмәүҙә түгел, ә башҡа төрлөһөнә аҡса етмәүҙә. Республиканың күп кенә ауыл мәктәптәрендә хәл шулайыраҡ тора. Әлбиттә, балалар өсөн тәғәйен ризыҡ, нисә һум тороуына ҡарамаҫтан, сифат талаптарына яуап бирергә тейеш, – тип билдәләне Халыҡ фронты вәкиле.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының эксперттары Учалы районы мәктәп­тәрен тикшергәндән һуң шундай һығымта яһаған: туҡланыуҙы ойошто­роуҙы аутсорсинг компанияларына биргәндән һуң уҡыусыларҙың 61 проценты ғына йылы аш менән тәьмин ителә башлаған. Был 2016 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 34 процентҡа кәмерәк. Мәктәп туҡланыуына субсидия күләмен арттырып, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларҙың барыһын да (күп балалы ғаилә булмаған хәлдә лә) йылы аш менән тәьмин иткәндә, күрһәткесте байтаҡҡа яҡшыртыу мөмкин буласаҡ.

– Мәктәп туҡланыуын аутсорсингка тапшырыу сифатты арттырыу маҡса­тында эшләнгәйне. Әммә, үкенескә ҡаршы, күпселек муниципа­литеттарҙа хәл яҡшырманы. Был осраҡта аутсорсинг компанияларын ғына ғәйепләү дөрөҫ булмаҫ ине. Баланы 20 һумға туҡлыҡлы иртәнге аш менән тәьмин итеү – ҡатмарлы мәсьәлә. Шуға күрә социаль йүнәлешле туҡланыуҙы “Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы тәьмин итеү өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу өлкәһендәге контракт системаһы тураһында”ғы 44-се Федераль закон ҡарамағынан сығарыу дөрөҫ булыр ине, тип уйлайбыҙ. Был осраҡта дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында инвесторҙар йәлеп итеү мөмкин буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506