Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.
Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер көндәрҙә хатта бер нисә тантана! Ә ниндәй була һуң ул ысын байрам?
СССР халыҡтарының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүе – бына ысын байрам! Билдәле йырҙа әйтелгәнсә, күҙ йәштәре аша килгән шатлыҡлы көн был! Әсәйҙәр, Атайҙар, Ватанды һаҡлаусылар көнө – былары ла беҙҙең өсөн изге төшөнсәләрҙән яралған байрамдар. Ошо исемлекте тағы ла бер матур көн тултырып тора, минеңсә. Ул да булһа, 1 сентябрь – Белем көнө! Бына ниндәй яҡты, нурлы, һәр баланы ғына түгел, дөйөм кешелекте алға әйҙәп торған, ҡотло байрам был. Һәр кемебеҙҙең беренсе уҡытыусыһы бар! Әлшәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтовтың: “Бөтә ғүмеремде мәғарифҡа бағышланым, шуға күрә 1 сентябрь минең өсөн һәр йыл тулҡынландырғыс көн булды, был ҙур байрам!” – тигән һүҙҙәре бына шундай тәрән уйҙарға һалды мәғариф хеҙмәткәрҙәренең Әлшәй районында уҙғарылған август кәңәшмәһе барышында.

Мәғариф хеҙмәткәре – һәр ерҙә лә тәрбиәсе

Сараны район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин асып ебәрҙе. Йыйында ҡатнашыусыларға Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың ҡотлау сәләмдәре тапшырылды. Үҙ сығышында Дамир Радик улы төбәктәге хәлдәр, мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеге, уҡытыу сифаты хаҡында һөйләне. Быйыл Әлшәй районының мәғариф буйынса күрһәткестәре юғары, шуға күрә төбәк үҙенең уңыштары менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана ала. “Уҡытыусы һөнәре – ул тәүлек әйләнәһенә эшләй торған һөнәр. Белем биргән кеше баланы һәр секунд, минут һайын тәрбиәләй. Ул уҡыусыһын урамда күрһә лә, мәктәптән тыш осратһа ла, уҡытыусы булып ҡала, сөнки педагог һәр яҡлап өлгө, тәрбиәсе булырға тейеш. Беҙ уҡытыусыларыбыҙҙың үҙ һөнәренең профессионалы булыуы менән ғорурланабыҙ. Йылдан-йыл талантлы балалар менән эшләүселәр һаны арта. Хәҙер балалар белем алып сығырға ғына түгел, кәрәкле, эшле белгес булырға ла теләй”, – тип уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы ижади баҫҡыстарҙың нығыныуына баҫым яһап тамамланы сығышын Дамир Радик улы.
Эйе, уҡытыусының һәр яҡлап тәрбиәсе икәне тураһындағы фекер менән һис килешмәй булмай. Беҙ, уҙған быуат аҙағында мәктәп тамамлағандар, уҡытыусының ни тиклем ҙур шәхес, бала яҙмышында ниндәй ҙур роль уйнағанын белеп үҫтек. Беҙҙе бит хатта ата-әсәләребеҙ ҙә тыңлата алмаһа, ана, уҡытыусыңа әйтәм, тиһәләр, шунда уҡ тыңлаусан затҡа әйләнеп китә инек. Шәйехзада Бабичтың киң билдәле шиғыр юлдарындағы һымаҡ, “Күктә – Алла, ерҙә – уҡытыусы” ине беҙҙең өсөн улар. Уҡытыусы! Юғары миссиялы һөнәр. Һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһы ниндәй генә үҙгәрештәр кисерһә лә, ниндәй ауырлыҡтар алдында ғына тороп ҡалһа ла, беҙгә уҡытыусының абруйын күтәрергә кәрәк. Тап ошо һөнәр кешеләре, уларҙың эшенә бирелгәнлеге, балаларҙы яратыуы менән бәйле илебеҙҙең киләсәге, халҡыбыҙҙың киләсәге.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Солтанғолов үҙенең сығышында шулай уҡ райондың уңыштары тураһында һөйләне. Республика август кәңәшмәһендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, төбәктә белем биреүҙең сифатын яҡшыртыу, хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин ителгән заманса белем усаҡтары тураһында хәстәрләү мөһим. Төбәктә генә түгел, тотош Рәсәйҙә мәғариф тармағы “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”, “Башҡортостан Респуб­ликаһында мәғариф тураһында” федераль закондарына, “Мәғариф” милли өҫтөнлөклө проекты, Мәғарифты үҫтереү федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә атҡарыла. Әлшәй районының был йәһәттән үҙ саралар планы ла бар – 2025 йылға тиклем мәғарифты үҫтереү буйынса “Юл картаһы”.
Айҙар Тимерхан улы үҙ сығышында районда 22 дөйөм белем биреү учреж­дениеһы иҫәпләнеүе, шуларҙың 14-е урта, һигеҙе төп мәктәп, етәүһе балалар баҡсаһы, ун филиал, туғыҙы дөйөм белем биреү учреждениеһы эргәһендә мәктәпкәсә төркөм, икәүһе өҫтәмә белем биреү учреждениеһы булыуын билдәләне. Ойошмаларҙың барыһы ла лицензияға, дәүләт аккредитацияһы тураһындағы танытмаға ярашлы белем һәм тәрбиә бирә. Төбәктә шулай уҡ, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға белем биреү мөмкинлеген арттырыу маҡсаты үтәлгән. Балалар баҡсаһына сират кәмеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Электрон саралар ярҙамында сиратҡа баҫыу эше көйләнгән. Әле ҡасан ғына беҙгә был эш бик уңайһыҙ, кеше менән күҙгә-күҙ күреп һөйләшмәгәс, аңлайышһыҙ сара кеүек тойола ине. Ә бөгөн өйҙән сыҡмайынса ла баланы балалар баҡсаһына сиратҡа ҡуйыу ғына түгел, өлкән быуын вәкилдәре скайп аша океан аръяғында йәшәгән туғандары менән аралаша, үҙҙәрен үҙҙәре табипҡа сиратҡа ҡуйып, коммуналь хеҙмәттәр өсөн телефон аша түләп, берсә аптырата, берсә һоҡландыра.
2018/19 уҡыу йылында Әлшәй районы мәктәптәрендә 4805 бала белем аласаҡ, 467 малай һәм ҡыҙыҡай тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инәсәк. Аллаға шөкөр, йылдың-йылы балалар һаны кәмей тиһәләр ҙә, төбәктәрҙә мәктәптәргә барыусылар байтаҡ бит!

Ауыл хужалығына ла ерен, телен һөйгән белгестәр кәрәк

Әлшәй районы – ауыл хужалығы уңыштары менән һөйөндөргән төбәк, йәнә лә бында байтаҡ ауыл хужалығы белгес­тәренә белем дә бирәләр, шуға күрә ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡовтың сарала ҡатнашыуы – йылдар дауамында алып барылған эштәрҙең һөҙөмтәһе хаҡында бергәләп фекер алышыу миҫалы. Ул үҙ сығышында, Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем милли маҡсаттар һәм стратегик үҫеш пландарына айырыуса баҫым яһаны. Был документтың ғилми-технологик һәм социаль-иҡтисади үҫеште тәьмин итеүгә, демографик хәлде яҡшыр­тыуға йүнәлтелеүен билдәләне министр урынбаҫары. Ул шулай уҡ Рәсәйҙең мәғариф министры тарафынан әҙерләнгән милли проект тураһында ла һөйләне. Киләһе йылдарҙа мәғариф тармағы “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы”, “Замана ата-әсәләре”, “һанлы мәктәп” (“Цифровая школа”), “Киләсәк уҡытыу­сыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Рәсәйҙәге юғары белемдең конкуренцияға ярашлылығын арттырыу”. Иҫебеҙгә төшөрөп китәйек, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, илебеҙ яҡын йылдарҙа мәктәптәге белем биреү буйынса иң шәп ун ил иҫәбенә инергә тейеш.
Ирек Искәндәр улы үҙ сығышында республиканың 100 йыллығына Башҡорт­ос­танда 49 мәғариф учреждениеһы сафҡа инергә йыйыныуын да әйтеп китте. Быйыл мәктәптәрҙең һәм балалар баҡсаларының матди-техник базаһын нығытыу өсөн республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, әлбиттә, үҙ сығышында был тармаҡтың мәғариф өлкәһенә ҙур өмөттәр бағлауын да билдәләне. “Ауыл хужалығы үҫешен фәнни-техник яҡтан үҫтереү өсөн 2025 йылға тиклем план ҡабул ителгән. Йыл һайын 100-ҙән ашыу хужалыҡ ғилми консультация аласаҡ. Башҡорт ғилми-тикшеренеү үҙәге базаһын­да фәнни-инновация үҙәге асыласаҡ. Унда баҡсасылыҡ һәм малсылыҡ буйынса заманса технологиялар, селекция һәм орлоҡсолоҡ тармаҡтарын үҫтереү һәм тәжрибәләр үткәреү ҡаралған. Йәш бел­гестәрҙе, киләсәген мәктәп эскәмйәһенән үк ауыл хужалығы менән бәйләргә теләгәндәрҙе беҙҙең тармаҡ көтә. Президенттың Указында ауыл хужалығы продукцияларының экспортын арттырыу хаҡында әйтелә. Бөгөн беҙ 25 миллион доллар тауарҙы экспортлайбыҙ, беҙгә тағы ла күберәк белгестәр, эшсе ҡулдар кәрәк”, – тине Ирек Искәндәр улы.
Мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева үҙ сығышында уҡытыусыларҙы, сарала ҡатнашыусыларҙы яҡынлашып килгән уҡыу йылы менән тәбрикләне һәм, иң мөһиме – ул мәғариф хеҙмәткәрҙәренә шарттар тыуҙырыу, тине. Шулай уҡ, Рәсәй Президентының май Указына таянып, киләсәктә мәғариф өлкәһендәге яңы проекттарҙың балаларҙа ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә йүнәлтелергә тейешлеге хаҡында әйтте. Уҡытыу процесына “Ғаилә ҡороу”, “Ғаилә тормошоноң этикаһы һәм психологияһы”, “Финанс яғынан белемлелек”, “Медиа хәүефһеҙлек” кеүек дәрестәрҙе индереү, уҡыусыны хәҙерге заманға ярашлы тәрбиәләүгә иғтибар итергә саҡырҙы. “Талантһыҙ балалар булмай. Һеҙҙең төбәктә уҡыусылар менән әүҙем эшләгән, уларҙың һәләтенә иғтибар иткән уҡытыусылар бихисап. Киләсәктә лә ошо йүнәлештә эште дауам итергә кәрәк. Социаль селтәрҙәрҙә, электрон тармаҡтарҙа бик күп уҡытыусыларҙың үҙ сәхифәләре, сайттары бар. Уның аша беҙ балаларға белем биреү эшен йәнләндерергә тейешбеҙ. Ә инде ата-әсәләрҙең белем биреү системаһының бер өлөшө булыуын беҙ әленән-әле әйтә киләбеҙ. Балаға мәктәп белем бирә, әммә тәрбиә эшен бергәләп алып барабыҙ. Киләһе йылда балаларыбыҙҙың белем кимәлен күтәрер өсөн бергәләп уҡыу, заманса технологиялар ярҙамында белем алыу, математик һәм функциональ белемде арттырыуҙы хәстәрләү, ниндәй ғаиләлә үҫеүенә ҡарамаҫтан, һәр балаға тигеҙ ҡарап, уларҙың талантын асыуҙы маҡсат итеп ҡуйыу, төрлө милләт һәм конфессиялы дәүләттең лайыҡлы шәхе­сен, Тыуған илен яратҡан баланы тәр­биәләүҙе иң төп эшебеҙ тип ҡарарға кәрәк”, – тине Әлфиә Закир ҡыҙы, сығышын тамамлап.
Эйе, тап шулай, ниндәй өлкәлә эшлә­үеңә ҡарамаҫтан, һәр тармаҡҡа еренә, иле­нә тоғро, Ватанын һөйгән кешеләр кәрәк!

Хеҙмәттәшлек емеш бирә

Сарала шулай уҡ Мәғарифты үҫтереү институтының уҡытыу-методик эш буйынса проректоры Лилиә Шәкүрова сығыш яһап, мәктәптәрҙең эшенә, уның иң тәүҙә уҡытыу­сының белеменә, заманса фекер­ләүенә бәйле булыуына иғтибар итергә саҡырҙы. Уныһы дөрөҫ – бөгөн икһеҙ-сикһеҙ интернет селтәрендә мәғлүмәт табыу ғына түгел, уның менән иркен файҙа­ла­на белмәгән, фәне буйынса яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынмаған кеше балаларҙы заманса фекерләргә өйрәтә, предметының алдынғы ҡараштарын еткерә алырмы һуң? Юҡ, әлбиттә. Эйе, элекке совет уҡытыу системаһы төплө, тамырлы, нигеҙле ине. Әммә замана менән бергә фән дә алға табан бара, шуға яңы асыштар, табыштар өсөн яңыса фекерләгән, фәнни ҡаҙаныш­тарҙың һуңғылары хаҡында хәбәрҙар булған остаздар кәрәк.
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалынан сарала физика-математика фәндәре докторы Әлфиә Бикҡолова менән фән кандидаты Владимир Кризский ҡатнашты. Был уҡыу йорто менән Әлшәй районы мәктәптәре 2000 йылдан хеҙмәттәшлек итә икән. Владимир Николаевич үҙ сығышында йылдың-йылы Әлшәй районы уҡыусыларының вуздың төрлө факультеттарына уҡырға инеүе тураһында әйтте. “Һеҙҙең төбәк балалары уҡымаған бер факультет та юҡ, шуға күрә киләсәктә лә хеҙмәттәшлек дауам итер, тип уйлайбыҙ”, – тине ул, сығышын тамамлап. Атап әйткәндә, вуз Әлшәй районының М. Буранғолов исемендәге лицейы һәм 4-се мәктәбе менән хеҙмәттәшлек итә. Олимпиадаларға әҙер­лек, уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу, консультация биреү, йыл һайын ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу кеүек саралар – ике яҡтың дөйөм хеҙмәттәшлек емеше. Щербаков, Буранғолов уҡыуҙары, электрон белем, робот техникаһы, мехатроника буйынса дәрестәр юғары уҡыу йорто уҡытыусылары ярҙамында атҡарыла.
Аксен агросәнәғәт колледжы директоры Ришат Абдулвәлиев төбәктәге барлыҡ ауыл хужалығы белгестәре лә тиерлек үҙҙәрендә белем алыуҙары хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, Аксен агросәнәғәт колледжы квалификациялы эшселәр һәм урта звено белгестәрен әҙерләү буйынса ике төрлө программаны бойомға ашыра. Шул иҫәптән Раевка бүлексәһендә ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы, иретеп йәбештереүсе (ҡул менән һәм өлөшләтә механикалаштырылған сваркалау), ашнаҡсы-кондитер һөнәр­ҙәренә уҡытыу алып барыла. 9-сы кластан һуң юғарыла һанап үтелгән белгеслектәр буйынса уҡыу срогы – 2 йыл да 10 ай, ашнаҡсы-кондитерға – 3 йыл да 10 ай. 11-се класты тамамлаусылар бер йылға аҙыраҡ уҡыясаҡ.
Бөгөн, мәҫәлән, көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә бында агрономия, ветеринария, ер-мөлкәт мөнәсәбәт­тәре, ҡортсолоҡ, ашнаҡсы һәм кондитер, иретеп йәбештереүсе, тракторсы-машинист, етештереү технологияһы һәм ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеү, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе йүнәлештәре буйынса уҡып, һөнәр үҙләштерәләр. Уҡыу йортона имтиханһыҙ ҡабул итәләр. Йыл һайын төрлө йүнәлешкә бюджет урындарына конкурс 1,3 һәм 5 кеше тәшкил итә икән.
Аксен ауыл хужалығы колледжын тамамлағандар льготалы шарттарҙа уҡыуҙарын артабан илдең төрлө юғары уҡыу йорттарында, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Һамар дәүләт ауыл хужалығы академияһы, Тимирязев исемендәге Рәсәй Көньяҡ Урал дәүләт аграр университеттарында дауам итә ала. Был эш килешеү нигеҙендә башҡарыла икән. Илебеҙҙә эшсе һөнәрҙәр хаҡында ла йыш телгә алырға, эшсе ҡулдар етмәүе тураһында ла әйтергә яраталар. Төбәк уҡыусыларының күпләп бында килеүенең тағы бер сәбәбе – колледждан һуң сығарылыш студенттарының 75 – 85 проценты эшкә урынлаштырыла. Шәп тә инде!
Республикала һәм илдә иретеп йәбеш­те­реүселәргә, ашнаҡсыларға һорау ҙур, юҡҡа ғына Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы тәҡдиме менән был һөнәрҙәр иң талап ителгән 50 иҫәбендә түгел, күрәһең.

Ҡанат ҡуй һин уҡытыусыға ла!

Сараның икенсе өлөшөндә район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин алдынғы уҡытыусыларҙы, мәғариф учреждениеларын бүләкләне. Район хакимиәтенең Почет грамотаһына – Илдар Ғимаев, Любовь Погорельская, ә Рәхмәт хатына Альвина Денисенко, Ольга Бартновская, Эльвира Дилмөхәмәтова, Венера Халиҡова, Динә Саматова, Илүзә Ғатауллина, Гөлшат Муллагилдина, Владислав Ширяев лайыҡ булды. Яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса урта мәктәптәр араһында Раевканың 2-се мәктәбе, дөйөм белем биреү учреждениелары араһында Ниғмәтулла мәктәбе, мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары араһында Раевканың 1-се балалар баҡсаһына 1-се урын бирелде. Унан тыш, Себенле, Хәнйәр, Шафран башланғыс мәктәбе, Хәнйәр башланғыс белем биреү учреждениелары билдәләнде.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Айҙар Солтанғолов номинациялар буйынса иң шәп уҡытыусыларҙы, мәктәптәрҙе, талантлы балаларҙы әҙерлә­гән профессионалдарҙы тәбрикләне. Хатта 1-се урынға лайыҡ булғандарҙы ғына теҙеп яҙғанда, гәзиттең ярты битен алыр ине был исемлек. Бары тик шуны ғына билдәләп китәм: яңы уҡыу йылы башланыр алдынан, ғәҙәттә, уҡытыусыларҙы йыйып иҫкәрмәләр әйтәләр, етешһеҙлектәрен билдәләйҙәр ине, бында, киреһенсә, уҡытыусыларҙы маҡтап-хөрмәтләп ҡайтарҙылар. Уҡыу йылы алдынан бер дәрт булып торһон был сара! Әлшәй районы мәғариф хеҙмәткәрҙәрен Башҡортос­тандың халыҡ артистары Светлана Хәкимова, Гөлсәсәк Шәрипова, атҡаҙанған артист Яҡуп Шәрипов ҡотланы.
Ә инде ветеран-уҡытыусыларҙы, хаҡлы ялға китеүселәрҙе тәбрикләгәндә, зал уларҙы алҡыштарға күмде. Шулай итеп, был көндә Рәйсә Әхмәтова, Лилиә Лотфурахманова, Эльвира Зәбирова, Валентина Янбулатова, Зоя Зарипова, Людмила Сидорова, Әлфиә Зиннәтуллина, Римма Шәрифуллина, Әлфиә Саяхова, Владимир Симанов, Фәнүзә Йомағужина, Зәбиҙә Миңлеғәлиева, Зәйҙә Ғәлимова, Зәлифә Ғилмийәрова, Резеда Чалдаева, Фирҙәүсә Нәбиуллина, Рәйсә Мөхтәрова, Рәйфә Әсләмова, Фәнзиә Шафиҡова көслө алҡыштар, рәхмәт һүҙҙәре менән хаҡлы ялға оҙатылды. Ниндәйҙер кимәлдә үҙемдең мәктәп йылдарыма ҡайтҡан кеүек булдым. Беҙ бит уҡытыусының абруйы ҙур, уның мәртәбәһе юғары булған йылдарҙа белем алдыҡ. Әлшәйҙә йәнә лә ана шул уҡытыусыларға хөрмәт күрҙем. Бөгөнгө халыҡҡа мәғлүмәт, фекерҙәр ҡайҙан ғына килмәй. Хәҙер бит хатта уҡытыусыларға балалар ҡул күтәргән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Былар барыһы ла йәмғиәттең рухи кимәленән килә. Уҡытыусының юғары кимәлен күтәрер өсөн ваҡытлы матбуғат саралары ла, ата-әсәләр ҙә эшләргә тейеш. Ә инде уларҙың үҙенән бары тик балаларҙы яратыу, белем биреү талап ителә.
Йәнә лә ирекһеҙҙән атаҡлы юлбаш­сыбыҙ Зәки Вәлидиҙең Зәйнулла ишан хаҡындағы һүҙҙәре иҫкә төшә: “Кем белә, әгәр ваҡытында мөхтәрәм шәйехебеҙҙең миңә ҡарата иғтибары һәм хуплауына лайыҡ булмаһам, ун биш йәшемдә мин дә, башҡа тиҫтерҙәрем һымаҡ, берәй сауҙагәргә ялланып, ябай приказчик булып китер инем”. Тәрбиә, мөғәллимдең бала күңеленә белем, ғилем орлоҡтары һала белеүе уҡытыусынан башлана. Бары ул тоттора бәләкәс кешенең ҡулына белем асҡысын. Белемһеҙ – донъя һанһыҙ, ти халыҡ әйтеме. Һәр заман бары тик белемлеләр, ғилемлеләр кешелекте алға әйҙәгән. Мәғрифәтселектең офоҡтары сикһеҙ.

Әлшәй районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 450

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566