Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төйәк яҙмышын бергә хәстәрләп
Төйәк яҙмышын бергә хәстәрләпТормош яҙын – “танауға еҫ керә” башлаған мәлде – кисермәй ҡалмай әҙәм балаһы. Шул ваҡыттағы хистәрҙе кемдер, Рәми Ғарипов әйтмешләй, һуңынан ғүмер буйы ай серендә генә һаҡлап тотһа, икенселәр һөйөүен һынауҙар, ҡаршылыҡтар, юғалтыуҙар, балҡыштар, һағыныуҙар һәм ҡауышыуҙар аша үҫтерә.
Илнур менән Ләйсән класташтар була. Тик ғашиҡ егет ҡыҙға ҡарата һөйөү хисен оҙаҡ ваҡыт үҙенән дә тиерлек йәшереп тота. Шулай ҙа бер мәл асылырға баҙнат итә. Баҡтиһәң, ҡыҙ ҙа уны оҡшатып йөрөгән! Бына шул тәүге хистәренә бөгөн дә тоғро ҡалып, күптәргә өлгө булып, һоҡландырып йәшәй йәштәр. Мөхәббәт ағасы инде өсөнсөгә емеш бирергә йыйына.


Аҙнаевтарҙы Айыусы ауылының киләсәген билдәләгән ғаиләләрҙең береһе тип әйтергә мөмкин. Ни өсөн тигәндә, урындағы тормош ысын мәғәнәһендә уларға бәйле. Ғаилә башлығы ауылдың уңған фермеры – иген үҫтереү, мал һимертеү менән шөғөлләнә. Ләйсән иһә башланғыс кластарға белем бирә – ата-әсәһенең эшен дауам итә.
– Буласаҡ ҡайным мәктәп директоры ине, ҡәйнәм – класс етәксеһе. Мине, кейәүҙәрен, күмәкләп уҡытып алдылар, – тип шаярта Илнур.
Ғөмүмән, ғаилә өсөн быуындар бәйләнеше ҡиммәт – ике яҡлап та ҡатышып, туғанлашып йәшәйҙәр. Уҡытыусылыҡ эшендә лә, фермерлек буйынса ла бер-береһенә ярҙам итеп торалар. Йәш ғаилә ҙур тырышлыҡ менән мөһабәт йорт һалған, өйҙәре тулы йыһаз, ихаталарында төрлө техника, бесән төргәктәре теҙелеп киткән.
– Иң мөһиме – был донъяны көтөшөр, аҙаҡ ышаныслы ҡулдарына алыр улдарыбыҙ Динар һәм Дамир үҫеп килә, – ти ғорурлыҡ менән ата-әсә.
Күптән түгел иһә йортҡа йәнә бәпес ҡайтҡан: әсәһенең ярҙамсыһы булып үҫер Айлина. Тыуған төйәгендәге тормоштоң уртаһында ҡайнап, уның яҙмышы өсөн янып-көйөп йәшәй Аҙнаевтар. Икеһенең дә кендек ҡаны ошонда тамғанғалыр, күрәһең. Тыуған яғында тамыр йәйеп, уны хәстәрләп йәшәгән ғаиләләр күберәк булһын ине лә бит. Атап әйткәндә, уҡытыусы мәктәптә белем һәм тәрбиә биреү менән генә сиклән­мәй, ә ауыл балаларының ялын һөҙөмтәле үткә­реүгә лә ҙур өлөш индерә. Урындағы өмәләр, байрамдар, башҡа йәмәғәт сараларының береһе лә унһыҙ үтмәй. Фермер иһә, үҙ мәшәҡәттәренән тыш, ауыл советы депутаты, төрлө сара­ларҙы ойоштороуҙа аҡыллы кәңәштәре, ҡул көсө менән ярҙам итә, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Урындағы аҫаба халыҡтың пайҙарынан мәхрүм ҡалыу ихтималлығы айырыуса борсой уны. Нисә йыл инде ошо мәсьәләне хәл итергә тырышып, Стәрлетамаҡ, Өфө, Мәскәү юлдарын тапай. Был йәһәттән Илнурға сабырлыҡ, ваҡыты, аҡсаһы менән иҫәпләшмәйенсә башҡарған эшенең уңышлы тамамланыуын теләргә генә ҡала.
– Ошо ерҙә йәшәгәс, тыуған тупра­ғы­быҙҙың, унда көн күргән халҡы­быҙҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу – мөҡәддәс бурысыбыҙ, – ти уҙаман.
Һүҙ ҙә юҡ, был изге бурыстар ғаиләне берҙәм һәм ныҡлы итә. Әгәр ҡатын: “Һинең бер үҙеңә кәрәкме ул?” – тип мыжыһа, ә ир: “Бөтмәҫ инде һинең өмәләрең, һыйырҙарыңды һау”, – тип арҡыры төшһә, ауыл тормошо ғына түгел, Аҙнаевтарҙың үҙҙәренеке лә алға барыр инеме икән? Ир менән ҡатындың бер төптән булыуы фарыз шул. Мөхәббәт шулай нығына. Ғаилә институты хаҡында фекер йөрөтөп, парҙар ниңә тарҡала тип баш ватҡанда, төрлө шарттар тыуҙырып, балалар тәрбиәләү өсөн дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелгәндә, ошолар хаҡында ла уйланырға кәрәктер ул.

Стәрлетамаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498