Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу
Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыуУҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы булып тыуыр кәрәк тигән һүҙҙәр был һөнәрҙең мәртәбәһен генә арттырып ҡалмай, ә тотош булмышын билдәләй.

Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә һөйөү, киң күңеллелек, ихласлыҡ һәм бигерәк тә балаларҙы яратыу – быларҙың барыһы ла оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбендә эшләгән Гөлсинә Мөхәмәтғәлинаға хас. Нурлы йөҙө, яғымлы тауышы менән бар уҡыусыларҙың да күңелен иретер көскә эйә педагогтың хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу. 1993 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлап, хеҙмәт юлын ҡаланың 8-се мәктәбендә башлай. Башҡорт һәм рус кластарында ғына түгел, хатта башланғыс класс уҡыусыларына ла Гөлсинә Нуриман ҡыҙы башҡорт теле серҙәрен өйрәтә. Бала саҡтан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ Гөлсинә Мөхәмәтғәлинаның һәр дәресе ижади эҙләнеүе, төплө белем биреүе менән айырылып тора. Талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыны балалар ҙа үҙ итә, дәрестәрен көтөп ала. Тырышлыҡ та бушҡа китмәй: уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә призлы урын яулай, ҡала олимпиадаларында ғына түгел, республикала юғары күрһәт­кестәргә өлгәшә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ға­рипова исеменә уҙғарылған ижад бәйгеһендә тиһеңме, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы булһынмы, Рәсәй һәм халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһаһындармы – уҡыусылары һынатмай.
Ысынлап та, йәш быуынға төплө белем биреү өсөн педагог көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. 2012 йылда республика буйынса уҙғарылған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” төбәк конкурсында “Һөнәргә тоғролоҡ” номинацияһында билдәләнһә, күптән түгел 50 меңлек грант алды. Йәш быуында туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә оло яуаплылыҡ тойған мөғәллимә яңынан-яңы методик алымдар ҡуллана, заманса технологияларҙы үҙ итә. “Заман уҡытыусыһы – ул бер үк ваҡытта үҙ фәнен төплө белгән педагог та, психолог та, артис та. Шунһыҙ уҡыусыларҙа телгә ҡарата һөйөү, халыҡ йолаларына, яҙыусылар ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу мөмкин түгел”, – ти ул. Тәжрибәле уҡытыусы яратҡан эшенә бар күңелен һалһа, уҡыусыларына ғүмерлеккә хәтергә ҡалырлыҡ дәрестәр бирә. Шуныһы һөйөнөслө: тормош иптәше Хәлит Азат улы ла ошо уҡ мәктәптә тарих фәнен уҡыта. Бер-береһенә терәк булып, бер-береһен аңлап, ярҙам ҡулы һуҙып эшләгән Мөхәмәтғәлин­дарҙың ғаиләһендә улдары Айгиз менән ҡыҙҙары Илүзә тәрбиәләнә.
Гөлсинә Нуриман ҡыҙы уҡыу­сылары менән төрлө ерҙәргә походтарға бара, тәбиғәт ҡосағына сыға. Әйткәндәй, Мөхәмәтғәлиндар ғаиләһе Башҡортостандың хозур тәбиғәте буйлап йыш сәйәхәт итә. Яҙын Ағиҙел буйлап кәмәлә ағып төшһөндәрме йә булмаһа Шүл­гәнташ мәмерйәһенә, Мораҙым тарлауығына, мәғрур Ирәндек, Ҡырҡты тауҙарына артылһындармы, Ирәмәлде яулаһындармы – барыһына ла өлгөрә улар. Спортты яратыуҙары, сәләмәт тормош алып барыуҙары ла күптәргә өлгө.
Бөгөнгө көндә бар мөмкин­лектәргә эйә булған, интернетты яулаған мәктәп уҡыусыһының яратҡан уҡытыусыһы булыу еңел түгел, сөнки нимәнелер талап итеүҙән алда иң тәүҙә үҙеңә өлгө күрһәтеү шарт. “Уҡыусыларыңдың күңеленә асҡыс табып, уларҙа үҙ фәнеңә ҡарата һөйөү, ышаныс тәрбиәләй алаһың икән, тимәк, һин был һөнәрҙе һайлап яңылыш­мағанһың”, – ти әңгәмәсем.

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567