Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Каникул... роботтар янында үтә
Каникул... роботтар янында үтә...Киләсәктә, бәлки, Искәндәр Сабитов, Артем Дидур, Никита Иванов кеүек исемдәре донъяға билдәле инженерҙарҙы ла белербеҙ. Һәр хәлдә, уларҙың бөгөнгөһө ошо хаҡта һөйләй. Запас частарҙы... касса аппаратынан робот яһаған малайҙар оҫта итеп һүтә белә. Искәндәр платаны тотоп тора, Никита ҡутара, ә Артем паяльник менән йәбештерә бара.

Йәй... Каникул... Лагерь... Был һүҙҙәр балаларҙың оҙайлы ялына бәйле. Шуға һыу ингән, волейбол уйнаған, велосипедта елдергән малай һәм ҡыҙҙар күҙ алдына килә. Әммә барлыҡ лагерҙарҙың да эше тән сыныҡтырыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Мәҫәлән, БДУ-ның Стәр­ле­тамаҡ филиалы нигеҙендә эшләп килгән технопаркта шөғөлләнгән үҫмерҙәр аҡыл-фекер ҡеүәһен дә үҫтерә. Ғә­мәлдә лагерға йөрөгән 41 бала робот­тар йы­йырға, уларҙы програм­маларға өйрәнә. Робот тигәс тә, әлбиттә, көн буйы компью­терға текәлеп ултыралар йәки деталдәр йыялар тигәнде аңлатмай. Кинәнеп уйнап та ала улар, ҡаланың мәҙәни мөхите менән дә таныша һәм, шуныһы иғтибарға лайыҡ, заводта эшләгән ағай-апайҙарҙың эшен күҙәтә. Эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу һүрелә, йәштәр уҡырға ситкә китә тип борсо­ла­быҙ. Ошондай лагерҙар күберәк булһа, бәлки, киләсәктә был мәсьәләләр ҙә бер ни тиклем сиселер ине, миңә ҡалһа.
— Балалар бер ай шөғөлләнә, марттан уҡ ғаризалар ҡабул итә башланыҡ. Ҡаланың төрлө мәктәп­тәренән йөрөй­ҙәр, ә ике малай иһә хатта Өфөнән махсус рәүештә килде, — тип таныштыра лагерь эше менән технопарк етәксеһе Вера Анохина. – Робот яһау, программалау менән ҡыҙыҡһынған һәр кемде ҡабул итәбеҙ.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: дүрт тиҫтәгә яҡын шөғөлләнеүсенең дүртеһе – ҡыҙҙар. Улар ҙа малай­ҙарҙан ҡалыш­май робот яһай, төрлөсә һынап ҡарай. Ғөмүмән, лагерь — тәжрибә майҙан­сығы. Юҡҡа ғына Вика Трофимова менән Виктория Гусятникова: “Киләсәктә программалаусы буласаҡ­быҙ”, — тимәйҙер.
Бында, етәкселәре әйтмешләй, техника тип күҙҙәре янып торған балалар йыйылған. Үҫкәс, спорт лагерында шөғөлләнгәндәрҙән тик спортсылар сыҡмаған кеүек, һәммәһе лә робот яһаусы булмаҫ. Уның ҡарауы, мәҫә­лән, хәҙер ҡайһы бер автомобилдәрҙә Гагариндың Йыһанға осҡан карабына ҡарағанда ла күберәк электроника булыуын иҫәпкә алғанда, бындай лагер­ҙарҙың әһәмиәте ҙур. Һәр хәлдә, ҙур асыштар нәҡ ошондай мауығыу­ҙарҙан башлана түгелме ни?!
...Касса аппараты хәҙер үҙ вазифа­һын үтәй алмаҫ инде, уның ҡарауы, өс дуҫ ана нисек ҡыуана: үҙҙәренең тәүге роботтары йөрөп китте бит!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516