Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бында уҡығандар эшһеҙ ҡалмай
Бында уҡығандар эшһеҙ ҡалмайХеҙмәт баҙарында Бөрө медицина-фармацевтика колледжы әҙерләп сығарған белгестәргә ихтыяж ҙур, шуға ла уларҙың 90 процентҡа яҡыны һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Бында ҡабул итеп, уҡытып, ҡулдарына диплом тапшырып сығарыу менән генә сикләнеп ҡалмайҙар, эшле итеү яғын да хәстәрләйҙәр. Ә быға, нигеҙҙә, медицина-иҫкәртеү учреждениелары менән килешеү нигеҙендә өлгәшәләр. “Ауыл фельдшеры” программаһына эләгеп, биш уҡыусы грант алған. “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы, үҙәк район дауаханалары белгес кәрәклеге хаҡында колледжға алдан заявка бирә. Шулай уҡ коммерция дарыу­ханаларында ла фармацевтарға ихтыяж бар. Липецк, Пермь, Ҡазан ҡалаларынан да саҡырыу алғандар.


– Беҙҙә уҡып һөнәр алырға теләгәндәр ифрат күп. XI класты тамамлағас та, IX кластан һуң да ҡабул итәбеҙ. Көндөҙгө бүлектә лә (әле мең самаһы студент иҫәпләнә, уларҙың яртыһынан күберәге – бюджет нигеҙендә), ситтән тороп та уҡырға мөмкин. Хатта үҙҙәрендә ошондай уҡ колледж булған төбәктәрҙән дә киләләр. Сәбәбен беҙҙә төплө белем бирелеү менән аңлаталар. Уныһы дөрөҫтөр, сөнки барлыҡ уҡытыусылар ҙа үҙ эшен яҡшы белә, ижади ҡарашлы, заман талаптарын аңлай. Береһен дә айырып телгә алғым килмәй, шуны ғына әйтәм: һәр ҡайһыһы – үҙ урынында, – тип колледж менән таныштырҙы уның директоры профессор Ниля Белобородова.
Рәсәй, Волга буйы федераль округы, республика кимәлендәге һөнәри конкурс­тарҙа колледж гел тәүге урындарҙа. Былтыр, мәҫәлән, “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы 100 мәғариф учреждениеһы” иҫә­бенә инеп, диплом яулаған. Башҡорт дәү­ләт медицина университеты менән эшлекле хеҙмәттәшлек үҙ һөҙөмтәһен бирә: баш ҡала профессорҙары килеп дә­рес­тәр бирә, ғилми эшмәкәрлек алып бара.
Бөтә Рәсәй олимпиадаларында – 8, ха­лыҡ-ара олимпиадаларҙа – 14, Волга буйы федераль округы олимпиадаларында ҡатнашып, 9 призлы урын яулауға өлгәшкәндәр. Мәҫәлән, быйыл март айында Әлсинә Харисова Волга буйы федераль округы буйынса Тольятти медицина колледжында үткән конкурста алдынғылыҡты яулап, үҙ уҡыу йорто намыҫын яҡлаған. Илида Кучаева иһә Бөтә Рәсәй олимпиа­даһының төбәк этабында “Шәфҡәт туташы эше” һөнәри оҫталыҡ буйынса беренсе урынға лайыҡ булған.
Бында уҡығандар эшһеҙ ҡалмайБөрө студенттары спортта ла һынат­май. ГТО буйынса ҡала күләмендәге ярыштарҙа алтын, көмөш, бронза миҙалдар яулаған.
Уҡыу йортоноң тарихына арналған музейҙа республикала дарыуханаларҙың үҫеш осорон сағылдырған бай йөкмәткеле экспозиция менән танышырға була.
Йәнә колледждың ғорурлығы – дауалау-иҫкәртеү һәм фармацевтика учреждениелары эшмәкәр­леген сағылдырған ҡеүәтле техник база. Кабинеттарҙа муляждар, заманса ҡорамалдар ярҙамында студенттар практик тәжрибә туплай. Уҡыу йортонда электрон документтар менән эшләгән ысын дарыуханала шөғөл­ләнәләр. “Һаулыҡ” тип аталған бүлексәлә студенттар сәләмәтлекте тикшереү нигеҙҙәрен өйрәнә.
Бөрөләге был уҡыу йортон элек-электән яҡшы беләләр тиһәк, яңылыш булмаҫ. 1934 йылда барлыҡҡа килгән, бай тарихлы ул. Заман, әлбиттә, үҙгәрештәрен индерә тора. Мәҫәлән, 2005 йылда, медицина һәм фармацевтика колледждары берләштерелеп, яңы урта һөнәри белем биреү колледжы барлыҡҡа килә. Ә 2010 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән колледж автономиялы белем биреү учреждениеһы статусын ала.
Бында уҡығандар эшһеҙ ҡалмайӘле бында яҡын-тирәләге райондарҙан ғына түгел, ә тотош республиканан, мәҫә­лән, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Йылайыр, Баймаҡ кеүек алыҫ төбәктәрҙән дә килеп уҡыйҙар. Ҡабул итеү, һөнәри белем биргән башҡа колледждарҙағы кеүек үк, конкурс нигеҙендә үткәрелә. Йәштәр дауалау, шәфҡәт туташы эше, лаборатор диагностика, фармация, акушерлыҡ, ауырыу­ҙарҙы тәрбиәләү буйынса кесе медицина хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бүлектәрҙә ҙур теләк менән уҡый. “Санитар” һөнәренә эйә булғандарға ла сертификат алыу талап ителә башланы. Шунлыҡтан үҙәк район дауаханалары менән килешеү нигеҙендә санитарҙарҙың белемен камиллаштыралар. Ҡыҫҡаһы, эшле булам тиһәң, Бөрөләге уҡыу йортон һайла!..

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһенән:
– Бөгөн һәр биләмәне үҫтереүҙә төп этәргес көс – тәү сиратта хеҙмәт, шул иҫәптән интеллектуаль ресурстар. Республиканың илселеге ижади һәм инициативалы белгестәрҙең, бөтә өлкәләрҙә ыңғай үҙгәрештәр тәьмин итергә һәләтле йәштәрҙең компетенцияһына, талантына бәйле.
Төп бурыстарҙың береһе – йәштәрҙең ҡеүәтен үҙебеҙҙә, республикала тулыһынса файҙаланыу, уҡыу, фән менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, уларҙы перс­пективалы эш менән тәьмин итеү.


Автор: Г. ӘМИНЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512