Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ – тәүге ҡарлуғастар
Беҙ – тәүге ҡарлуғастарЯңы төҙөлөп ятҡан Килмәк урта мәктәбенә 1971 – 1972 уҡыу йылына туғыҙынсы класҡа уҡырға килдем. Документтарымды тапшырған ваҡытта, йәғни август башында мәктәп әле уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер түгел ине. Төҙөлөш эштәре тамамланмағайны. Ишектән кергәс тә, ҡайҙа баҫырға белмәй, был мәктәп төҙөлөп бөтмәгән дә ул, тип кире сығып китергә уйланым, әммә бер апай күреп ҡалды ла: “Уҡырға килдеңме, ҡалдыр документта­рыңды, аптырама, мәктәп өлгөрә ул”, – тине.

Беренсе сентябргә килһәм, ысынлап та, танырлыҡ та түгел: үҙе матур, яҡты, класс бүлмәләре иркен, балалар күп. Күңел күтәрелеп китте.
Килмәк ауылы тәбиғәттең матур ерендә урынлашҡан. Эргәһендә генә Миһеле күле. Кәмәлә йөҙгәндә “Ни өсөн Миһеле” тип уйлай торғайным. А.Х.Ялаловтың “Миндәк алтыны” (Учалы, 2010 йыл) исемле китабын уҡығас, барыһы ла аңлашылды. Баҡһаң, ҡасандыр бер алтын руднигы хужаһының (инглиз кешеһе булған) ҡыҙы Мисс Элли шул күлдә батып үлгән икән. Халыҡ телендә Миһеле булып киткән.
Ауылдың төньяғынан Табылғашты йылғаһы аға. Яҙын муйыл сәскә атҡанда яр буйында имтихандарға әҙерләнә инек. Ятаҡ йылғаға яҡын ғына ерҙә урынлаш­ҡайны. Тәрбиәсебеҙ Ғәйшә Шәрипова, төнгө бала бағыусы – Сания Байегетова, йыйыштырыусы – Камилә Рәҡипова апайҙар беҙ уҡыһын өсөн һәйбәт шарттар булдырырға тырышты. Ятаҡта һәр саҡ таҙа, йылы, телевизор ҙа бар ине. Ҙур титан самауырҙа көноҙоно ҡайнаған һыу өҙөлмәй торғайны. Теләгән ваҡытта сәй эсеп алаһың. Ә ашхана – мәктәп бинаһында, унда тәмле аштар бешерәләр ине.
Ул замандарҙа уҡыуға, урта белем алыуға ынтылыш көслө булды. Сит ауылдан килеп, ҡайтып йөрөүгә ҡыйынлыҡтар тыуһа ла, беҙ мәктәпте ташламаныҡ. Дүрт ҡыҙ – Яңы Байрамғолдан өсәү, Ҡалуйҙан мин бер үҙем – шәмбе көнө ҡайтырға сығабыҙ. Төштән һуң уҡығас, дәрестәр киске сәғәт етелә генә тамамлана. Автобустар китеп бөтә. Йәйәүләп Амангилде (Сәнсәр) ауылы аша, әллә нисә зыяратты үтеп, тура юлдан киләбеҙ. Инәйҙәр өйрәткәнсә, белгән доғабыҙҙы уҡып, бер-беребеҙгә тотоношоп үтеп китәбеҙ ҙә йән-фарман йүгерәбеҙ. Ҡалуйға тиклем – ун саҡрым, байрамғолдарға тағы етене үтергә ҡала. Бер кис йоҡлайһың да иртәгәһенә тағы юлға...
Мәктәп директоры Хәйбулла Вәлиәхмәт улы Ирмикимов изге күңелле, йылмайып ҡына торған, балаларҙы яратҡан ағай ине. Беҙҙе ул йәмғиәтте өйрәнеү фәненән уҡытты. Бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәне, насар билдә ҡуйманы. Өйгә эшең эшләнмәһә лә, йомшаҡ ҡына итеп, икенсе дәрескә әҙерләп кил, тип кенә иҫкәртә ине. Ул шундай эскерһеҙ, ябай кеше булды. Мәктәптең бөтә төр сараларында ла үҙе үк әүҙем ҡатнашып йөрөй торғайны. Бер кисә барышында миңә директор менән вальс бейеү бәхете тейгәйне.
Класс етәксебеҙ Флүрә Мөхәммәт ҡыҙы Мостафина ла уҡыусыларына һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәт күрһәтте. Уның асыуланып, беребеҙгә лә ауыр һүҙ әйткәнен хәтерләмәйем. Шаулашып киткәнебеҙҙә лә тыныс ҡына көтөп тора торғайны. Уның туған әҙәбиәт һәм тел дәрестәре бик матур үтә ине. Тап Флүрә апай киләсәк һөнәремә нигеҙ һалды ла инде.
Ғаҡил Ниғәмәтйән улы Әхмәтйәнов географиянан белем бирҙе. Ул үтә талапсан педагог ине. Дәрескә указка тотоп килеп керә лә (таҡтаға донъя картаһын элеп ҡуябыҙ): “Солтанова, сыҡ таҡта янына, Латин Америкаһы илдәрен күрһәт”, – тип башлап ебәрә. Дәрес һайын шулай берәй уҡыусыны саҡыра торғайны. Кемгә ниндәй ил, ер-һыу тура килә, белергә тейешһең. “География фәнен уҡыуҙан туҡтарға ярамай. Донъянан артта ҡалаһың. Көн һайын да Ер шарында нимә барғанын белеп торорға кәрәк”, – ти торғайны. Бәлки, шуғалыр ҙа мин хәҙерге көнгә тиклем Рәсәй, Башҡортостан яңылыҡтарын ҡалдырмай ҡарап барам.
Ә Лүзә Зөлҡәрнәй ҡыҙы Мөхәмәтйәрова астрономиянан ғәжәп ҡыҙыҡлы мәғлү­мәттәр килтереп һөйләй ине, хатта үҙеңде йыһанда йөрөгән һымаҡ хис итәһең. Бер мәрәкә хәтерҙә ҡалған. Мин һәр саҡ алғы партала ултыра торғайным. Бер көн артҡа күстем. Лүзә апай теманы һөйләй башланы ла ҡапыл туҡтап: “Солтанова ҡайҙа ул?” – тип ҡысҡырҙы ла ебәрҙе. Мин ырғып торҙом. “Һин ниңә унда ултыраһың? Күс урыныңа. Мин һиңә ҡарап һөйләп өйрәнгәнмен,” – тине. Бөтә класс шау итеп ҡалды.
Шулай уҡ яратҡан дәрестәремдең береһе физкультура булды. Уҡытыусыбыҙ Сәйфетдин Хәйбулла улы Хәмитов үҙе шул тиклем матур, һомғол кәүҙәле, ябай, кеселекле булды, дәрестәре лә күңелле үтә ине. Һағынып көтөп алаһың. Буйға бәләкәй булһам да, баскетбол уйнарға ныҡ яраттым.
Бына рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә тотош класс менән ғашиҡ инек. Клара Иҙрис ҡыҙы Аллаярова иҫ китмәле шәп уҡытыусы булып иҫебеҙҙә ҡалған. Уның һөйләгәндәре, геройҙар хаҡында әңгәмәләр, бәхәстәр, мауыҡтыр­ғыс әҫәрҙәр бөгөнгәсә онотолмаған. Шолоховтың “Кеше яҙмышы” әҫәрен миңә һөйләргә ҡушты ул бер саҡ. Дәрес бөттө. Клара Иҙрис ҡыҙы: “Фәриҙә, әйҙә, һин Стәрлетамаҡҡа рус теленә уҡырға бар. Инергә ярҙам итәм, русса шыма, матур һөйләйһең, тотҡарлыҡ юҡ”, – тип тәҡдим итте. Ләкин минең унда барып уҡырға мөмкинлегем юҡ ине. Шулай ҙа уҡытыу­сыма бик рәхмәтлемен. Рус әҙәбиәтен, башҡорт әҙәбиәте менән бер рәттән, әле лә яратып уҡыйым.
Сит телдәрҙән уҡытҡан Эмма Тимерхан ҡыҙы Ғүмәрованың дәрестәре лә күңелгә мәңгегә һеңеп ҡалған. Ул ябай ғына әйберҙәргә лә беҙҙе шундай оҫта итеп өйрәтте. Гел немец телендә генә һөйләшә ине. Дәрескә килеп ингәс: “Steh auf”, – тиһә, беҙ ултырабыҙ; “Sitzen sich”, – тиһә, аяғүрә баҫабыҙ. Ғәмәлдә киреһенсә эшләргә кәрәк икән. Китап асырға булһа, дәфтәр асып ҡыҙыҡ була инек. Ул ваҡытта, әлбиттә, белемебеҙ етмәгәнгә ояла торғайныҡ. Эмма Тимерхан ҡыҙының беҙҙе шулай тырышып уҡытыуы бушҡа китмәне. Университетта уҡығанда немец теле еңел бирелде. Ул телдәге әҫәрҙәрҙе һүҙлекһеҙ уҡыу дәрәжәһенә эйә булғайным. Эш барышында уҡыусыларым немецса йырҙар йырлап, инша ла яҙа ала ине (бер йыл уҡытырға насип булды).
Биология, химия уҡытыусыһы Тәскирә Сабирйән ҡыҙы Йәйләеваның дәрестәре лә матур үтә ине. Хәтеремдә, дөйөм биология дәресендә ул: “Маймылдан кеше барлыҡҡа килгән, бер әсәнән бер юлы күп бәпестәр тыуыуы ихтимал”, – тип һөй­ләгәс, китапханаға йүгерҙем. Ч. Дарвиндың ҡалын-ҡалын китаптарын алып уҡып йөрөгәйнем.
Тарихтан Мөсәғит Ғәли улы Шакиров, хеҙмәт дәресенән Нуриман Ғәлимйән улы Байрамғәлин, теүәл фәндәрҙән Ғәҙелша Ғәлләм улы Исҡужин уҡытҡан дәрестәр ҙә хәтерҙән юйылмаған.
Эйе, күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр мәктәп йылдары... Класыбыҙ фотоһына ҡараған һайын иҫкә төшә. Беҙ барлығы 30 уҡыусы инек: 22 ҡыҙ, 8 малай. Уҡытыусылар дәрескә инә лә: “Өлөшләп бүлеп бирһәк тә, егеттәрегеҙ етмәй бит”, – тип шаярталар.
Килмәк урта мәктәбенең тәүге ҡар­луғастары, ун йыллыҡ мәктәптең иң тәүге сығарылышы инек беҙ. 45 йыл үтеп тә киткән. Уҡытыусыларыбыҙҙың да сафы һирәгәйгән, класташтарҙың да ҡайһылары яҡты донъя менән хушлашҡан. Беҙ улар хаҡында йылы иҫтәлектәр генә һаҡлайбыҙ. Төрлө һөнәргә уҡып сыҡтыҡ, тормош ҡорҙоҡ, балалар үҫтерҙек, тырышып хеҙмәт иттек.
Ә беҙҙе оло тормошҡа әҙерләгән, шәхес итеп үҫтергән, киләсәккә нигеҙ һалған остаздарыбыҙ, күркәм мәктәп һис тә онотолмай. Йылдар үткән һайын хәтирәләр яңырып, уларға булған ихтирамыбыҙ, рәхмәтебеҙ арта ғына бара...

Учалы районы,
Ураҙ ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 051

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 401

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497