Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кескәй күңелдәргә — изгелек орлоғо
Кескәй күңелдәргә — изгелек орлоғоБыл алсаҡ йөҙлө мөләйем ҡатын Стәрлетамаҡ ҡалаһында бик күптәргә таныш. Һәр ваҡыт йылмайып, үҙенең белгәндәре менән уртаҡлашырға әҙер тора ул. Ғаиләлә һәйбәт ҡатын, хәстәрлекле әсә, изге күңелле өләсәй, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә тоғро дуҫ. Һүҙ ҡаланың 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лира Әнүәр ҡыҙы ЯППАРОВА хаҡында. Лира апай һәр саҡ дәртле, башҡаларға ла бойоғорға ирек бирмәй. Ошондай күркәм шәхестең тормошо нисек үрелде икән?


— Һеҙ кескәйҙәр менән эшләйһегеҙ, ә үҙегеҙ бала саҡта ниндәй инегеҙ?
— Өс малайҙан һуң көтөп алынған ҡыҙ булып тыуғанмын. Әммә иркә үҫтем, тип әйтә алмайым, ябай ғаиләнән­мен, атай-әсәйебеҙ һәммәбеҙгә йылыһын тигеҙ өләшергә тырышты. Үҙемде белә-бел­гәндән бирле бик шаян, тиктормаҫ, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ инем. Бергә уйнап үҫкән балаларҙы һәр ваҡыт нимәгәлер өйрә­теү, уйындар ойоштороу, әкиәттәр һөй­ләү минең яратҡан шөғөлөм булды. Йәй көндәре уларҙы эйәртеп тыуған ауылым Шәрипҡолдо (Ҡырмыҫҡалы районы) уратып алған урманға емеш-еләк йыйырға алып барыу әллә ниндәй батырлыҡтай тойола ине.
— Тимәк, һөнәрегеҙ, ысынлап та, тәбиғәттән килә. Был оҫталыҡ артабан нығына ғына барғандыр?
— Күңелле мәктәп йылдары, әлбиттә, һәр баланың иҫендә ҡала. Пионер, комсомол сафтарына инеү, тырышып уҡыу, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу тиһеңме... Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлап, киләсәктә уҡытыусы һөнәрен һайлаясаҡмын тигән уй Белорет педагогия училищеһына алып килде.
Студент саҡта Сибай, Учалы, Баймаҡ, Бөрйән ҡыҙҙары дуҫлашып, аралашып йәшәнек. Уларҙа башҡорт рухының көслө булыуы, тел байлығы мине хайран ҡалдырҙы. Ысынлап та, ошо яҡтарҙа легенда, риүәйәттәрҙә һөйләнгән ысын башҡорттарҙың йәшәүенә инандым.
— Һеҙ яҡшы уҡыу ғына түгел, спорт­та ла бик әүҙем булғанһығыҙ бит...
— Эйе, еңел атлетика менән шөғөл­ләндем, бигерәк тә йүгерергә ярата инем. 1982 йылда училищены тамамлап, ҡулға ирекле диплом алып, артабан уҡыуымды дауам итеү теләге менән Стәрлетамаҡ ҡа­лаһына юлландым. Шулай ҙа, теүәл фән­дәргә ғашиҡ булып, педагогия институ­тының физика-математика факультетына уҡырға индем. Хәйер, спортҡа тормошомда һәр саҡ урын бар. Башта йәмәғәтем, аҙаҡ ике улым менән физик күнекмәләр яһаныҡ. Хәҙер уларҙың балалары менән кинәнеп шөғөлләнәбеҙ, бейеүгә лә йөрөйҙәр.
— Шулай ҙа математиканы түгел, тәрбиәсе эшен ғүмерлек юлдашығыҙ иткәнһегеҙ...
— Улдарым үҫте, уларға балалар баҡсаһына йөрөй башларға ваҡыт етте. Күп уйлап торманым, 1986 йылда 58-се балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаштым. Эшем шул тиклем оҡшай, кескәй генә балаларҙы изгелеккә, тырышлыҡҡа өйрәтеү, уларға төрлө яҡтан өлгө булыуҙа иҫ киткес ҡыуаныс табам.
1995 йылдар... Башҡорт теленә ҡарата йәмғиәттең ҡарашы үҙгәргән ваҡыт, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре эшләй башланы. Үҙем кеүек телен яратҡан хеҙмәттәшем менән бергә беренселәрҙән булып 24 башҡорт балаһынан торған төркөм асып ебәрҙек. Уларға халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтә башланыҡ.
17 йыл ошо баҡсала эшләгәндән һуң, яңы асылған 62-се башҡорт балалар баҡсаһына күстем һәм бөгөн дә яратҡан “Толпар”ымда эшләп йөрөйөм, коллегаларымдан уңдым.
Әммә педагог үҙ ҡаҙанында ҡайнап ҡына йәшәргә тейеш түгел. Ошо маҡсаттан сығып, 2012 йылда ҡалала уҙған “Йыл педагогы” конкурсында, ә икенсе йылына республика кимәлендәгеһендә ҡатнаштым. Ғөмүмән, һәр саҡ өйрәнеп, яңылыҡҡа ынтылып эшләргә тырышам.
— Киләсәккә булған пландарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
— Минең бер хыялым бар: белгән­дәремде йыйып, төйнәп, тәрбиәселәр өсөн ҡулланма яҙырға ине.
— Лира апай, һеҙҙең балаларҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү­ҙә, уларҙа башҡорт рухы тәрбиәләүҙә өлөшөгөҙ бик ҙур. Башҡортостан, Рә­сәй Мәғариф министрлыҡ­тарының Почет грамоталары менән бүләклә­неүегеҙ, ә 2006 йылда мәғариф алдын­ғыһы исеме бирелеүе – быға етди дәлил. Һеҙгә кәңәштәрегеҙ, йылы һүҙҙәрегеҙ, тәрбиәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
— Рәхмәт. Балалар тыуып торһа, ҡала мөхитендә йәшәгән атай-әсәйҙәрҙең рухы һүрелмәһә, хыялдарым, ысынлап та, тормошҡа ашыр әле.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519