Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тиңдәр араһында тиң булып
Тиңдәр араһында тиң булыпБашҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы төрлө тармаҡтар өсөн алдынғы, заманса ҡарашлы, сифатлы белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. Уҡытыу процесынан тыш, йәштәрҙе бар яҡлап үҫтереү һәм асыу буйынса ла ҙур эш алып бара. Йәш быуында халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәренең исемдәрен таратыу, арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙарының данлы тормошо менән ныҡлап таныштырып, улар миҫалында илһөйәрлек хисен тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бирелә. Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында 2009 йылдан алып ике йылға бер тапҡыр ойошторола килгән Биишева уҡыуҙары ла белем усағының ошо маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу юлында булыуын күрһәтә.

Быйыл иһә V Биишева уҡыуҙарында, бөйөк шәхестең тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған республика фәнни-ғәмәли конференцияһында “Күренекле яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың, тарихи шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү һәм күп мәҙәниәтле мөхит булдырыу мәсьәләләре” тигән тема яҡтыртылды. Сараның бында ойошторолоуының да сәбәбе ябай: 2008 йылдан алып 2012 йылдың сентябренә тиклем, БДУ-ның филиалына ҡушылғанға ҡәҙәр, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы арҙаҡлы шәхесебеҙ – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның исемен йөрөтә. Әле лә уның яҡты исеме һәм ижады ер, алдағы эштәр, ғилми тикшеренеү йүнәлешендә фекер алышыуға битараф булмағандарҙы йыйҙы.
Стәрлетамаҡ филиалы директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, филология фәндәре докторы, профессор Игорь Сыров, ҡунаҡтарҙы тәбрикләп: “Милли мәҙәниәтте үҫтереүгә арналған был сараның әһәмиәте ҙур. Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһында ла шул осорҙағы ябай кешенең яҙмышы аша бөтә халыҡ кисергән тормош сағыла. Биишева уҡыуҙарының беҙҙең уҡыу йортонда үтеүе – оло ваҡиға”, – тине.
Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре кандидаты, доцент Рәйсә Илишеваның сығышында ла Стәрлетамаҡ филиалында белгестәр әҙерләүҙә яңы алымдар ҡулланылыуы сағылды.
– Сара йыл да ойошторола килгән “Йәштәр. Прогресс. Фән” исемле фәнни аҙналыҡ сиктәрендә үтә. Юҡҡа ғына түгел был, сөнки халҡыбыҙҙың традицион әхлаҡи ҡиммәттәрен, Зәйнәб Биишева кеүек халыҡсан ижад өлгөләрендә сағылыш тапҡан мәҙәни асҡыс-кодтарҙы беҙгә киләһе быуынға тапшырыу мөһим. Туған тел – коммуникациялар-аралашыу ҡоралы. Туған әҙәбиәт иһә мәҙәни аралашыу асҡыстарын бирә. Ошонда ултырған һәр кемдең яҙмышы, эше, һайлаған һөнәре – киләсәге туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыу, Тыуған илебеҙҙең рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү менән бәйле һәм артабан да шулай буласаҡ. Йәш белгестәр алдында күп милләтле республикабыҙҙа күп мәҙәниәтле мөхитте, милли йолаларҙы һаҡлау кеүек бурыстар тора.
Был һорауҙарҙы хәл итеү юлдары һис тә еңел түгел. Заман беҙҙе глобалләшеү кеүек процестар алдына ҡуйҙы. Ошондай шарттарҙа телде һәм милли мөхитте һаҡлау – айырым утрауҙағы кеүек изоляцияла уның архаик формаларында һаҡлау түгел, ә был глобаль процестарҙы донъя киңлегендә өйрәнеү һәм уға яраҡлы үҫеш стратегияларын тәҡдим итеү. Фән алдында торған бурыстар ошонан ғибәрәт.
Үҫеш стратегиялары тип юҡҡа ғына әйтелмәне. Бөгөнгө иҡтисадта, ижтимағи тормошта “киңлектәге үҫеш” стратегияһы ғәмәлгә ашырыла. Фәндең, вуздарҙың бында айырым мөһим тәғәйенләнеше бар.
Фәнни үҙәктәр, мәғариф учреждениелары биләмәләр иҡтисадын, унда йәшәгән халыҡтың ихтыяжын иҫәпкә алып, үҙенең эҙләнеүҙәрен заман шарттарына яраҡлаштырырға бурыслы. Ул үҙе артынан биләмәләрҙе эйәртергә тейеш. Беҙҙең ғилми тикшеренеүҙәребеҙ, уҡыусыларҙың эҙләнеүҙәре үҙенә бер айырым бикле донъя була алмай хәҙер. Фән – идеялар биреүсе, әйҙәүсе көс. Төбәктә ул партнерҙарын таба, муниципаль, республика кимәлендә проекттарҙы тормошҡа ашыра, команда менән эшләй. Стартап. Бына ошо иң йыш яңғыраған һүҙ – стартап – ғилми эҙләнеүҙәргә булған талапты күрһәтә лә инде. Мәктәптәрҙә лә бөгөн ғилми-тикшеренеү проекттарын башҡара, өйрәнә.
Тел һәм әҙәбиәт гуманитар өлкәгә ҡарай, реаль секторҙан тәү ҡарашҡа ғына алыҫ күренә, ләкин беҙҙең ғилми тикше­ренеүҙәр, мәҫәлән, башҡа тармаҡтарҙа барған эҙләнеүҙәрҙең нигеҙендә ята ала. Бөгөнгө ҡала һәм ауылдарҙың үҫеш стратегияһы глобалләшеү шарттарында ғәмәлләшә, – тине Рәйсә Хәким ҡыҙы.
Күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Ләлә Бейешева йәш быуынға ерҙе, илде һәм милләтте һаҡларға өндәне. “Зәйнәб апай үҙенең әҫәрҙәрендә милли рухты, милләтте, телде һаҡлап, алға – яҡтыға ынтылырға саҡыра. Халҡыбыҙ, ниндәй генә ауыр заман булһа ла, кешелек сифаттарын, ерен һәм туған телен юғалт­маған. Егеттәр, һеҙ ерҙең хужаһы булып үҫергә тейешһегеҙ. Зәйнәб апай ҙа ерҙең ҡәҙерен белергә өйрәтә”, – тине ул.
Өфөнән Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы директоры Булат Зиннуров үҙе етәкселек иткән мәғариф учреждениеһының асылыу тарихы, халыҡ яҙыусыһының исемен мәңгеләштереү маҡсатында башҡарылған эштәр һәм пландары менән уртаҡлашты. Яҙыусының рухын нығытыуға гимназия ҙур өлөш индерә. Ошо маҡсатта төрлө конкурстар үткәрәләр. Быйыл “Зәйнәб Биишеваның уҡыу йылы” иғлан ителгән, “Зәйнәб апайға хат” конкурсы ойошторолған. “Балаларҙың хаттарын уҡығанда күҙгә йәш тулышты, сөнки улар башҡорт халҡына, теленә шул тиклем эскерһеҙлек, ихласлыҡ һәм һөйөү менән яҙылған”, – тине Булат Илшат улы. Былтыр Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асыу тантанаһында ла гимназия уҡыусылары әүҙем ҡатнашҡан. Ғөмүмән, 681 бала уҡыған белем усағында халыҡ яҙыусыһының ижады менән йәш быуынды таныштырыу маҡсатында ҙур изге ғәмәлдәр бойомға ашырыла.
Сығыш яһаусылар араһында Күмертау ҡалаһынан Республика политехник лицей-интернатының X класс уҡыусыһы Айзилә Боҫҡонова (ғилми етәксеһе – Ләлә Икбаева), “Ғаилә ҡиммәттәре һәм Зәйнәб Биишева” темаһына туҡтап, яҙыусының әҫәрҙәрендә халҡыбыҙҙың туғанлыҡ хистәренә ныҡ иғтибар биреүе хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәрен хеҙмәт ветераны, доцент, хәҙер хаҡлы ялда булған Лидия Сәмиғуллина ла хуплап: “Зәйнәб апай шул тиклем аҡыллы фекерҙәр яҙып ҡалдырған”, – тине.
Әйткәндәй, фекер алышыуҙа хеҙмәт ветерандары, уҡыу йортоноң элекке уҡытыусылары Мәрйәм һәм Ғәлийән Ҡаһармановтар, “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Гөлнур Дәүләтйәрова, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әхсән Хәлилов, Абдулҡадир Инан исемендәге китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужина ҡатнашты.
Сығыш яһаусылар Зәйнәб Биишеваның ижады менән генә сикләнмәне, үҙҙәренең районынан йә ауылынан сыҡҡан билдәле шәхестең ижады, уның исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәр, шулай уҡ борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләне. Ишембай ҡалаһынан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Фәйзуллина “Ишембай районы һәм ҡалаһында күренекле шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү: XXI быуаттың иң матур мәктәбе” тигән тема аша билдәле йәмәғәт эшмәкәре, ғалим Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен тыуған ерендә таратыу маҡсатында бойомға ашырылған ғәмәлдәр тураһында бәйән итте. Шулай уҡ белем усағының ҡаҙаныштарына ла туҡталды, шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү юлдары, ысулдары менән уртаҡлашты. Мәләүез районы Смаҡ урта мәктәбенән VII класс уҡыусылары Рәмилә Байгилдина, Гөлшат Таштимерова (ғилми етәкселәре – Светлана Таштимерова) “Мәләүез районында күренекле шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү” темаһы аша билдәле яҙыусы Денис Бүләковтың ижадын, исемен йәш быуын араһында таратыу буйынса башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Конференцияла ҡатнашҡан ҡунаҡтар Смаҡ мәктәбенең киләсәге менән ҡыҙыҡһынды.
Сарала БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы һәм Ж. Ке­йекбаевтың Ҡаранйылғалағы йорт-музейы араһында фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү хаҡында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡу­йылды. Ошондай уҡ ике яҡ өсөн дә фай­ҙалы килешеүҙәр төҙөү буйынса Д. Бү­­ләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбе, Күгәрсен районының Мәҡсүт мәктәбе (Туйөмбәттәге филиалы – З. Биишева исемендәге музей-мәктәп) һәм Өфөләге З. Биишева исемендәге 140-сы һанлы башҡорт гимназияһы менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
– Бөгөнгө шарттарҙа ҡала, ауылдарҙың, республикабыҙҙың үҙ йөҙөн булдырыу матди булмаған байлыҡты һаҡлау ғына түгел, ул бер үк ваҡытта иҡтисад менән бәйле мөһим мәсьәлә. Бөтәһе лә – мәктәп, урам, кибет исемдәренән алып кескәй генә скульптураларға, ҙур музейҙарға тиклем – донъя менән коммуникация-аралашыу юлы булып тора. Заманса талаптарҙан сығып, уны ла файҙаланырға өйрәнергә тейешбеҙ. Гуманитар өлкәләрҙә тарих, этно-мәҙәни белемгә эйә белгестәрҙең компетенциялары ошо диалогты тәрәнәйтә, байыта, тыуған төйәгебеҙҙең имиджын булдырыуға хеҙмәт итә ала. Беҙҙең бурыс донъя кимәлендә барған тенденцияларҙы өйрәнеүҙә һәм республикала йәшәгән күп милләтле халыҡтарҙың этно-мәҙәни компоненттарын глобаль кимәлгә сығарыуға булышлыҡ итеүҙән ғибәрәт. Ер йөҙөндәге миллиондарса ҡала һәм ауылдар араһында тыуған еребеҙҙең уникаль йөҙөн күрһәтеү һәм һаҡлау бурысы йәштәр алдына ошо рәүешле килеп баҫа, – тине Рәйсә Хәким ҡыҙы.
Сара киң юҫыҡта алып барылды. Аҙ һанлы милләттәрҙе, башҡорт халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе фән аша хәл итеү юлдарын эҙләүгә бағышланыуы менән дә ул файҙалы һәм мөһим булды.
– Бөгөн глобалләшеү ҡурҡыныс түгел, ә ассимиляция хәүеф тыуҙыра. Ассимиляция ҡанундарын өйрәнеп, уға ҡаршы тороу буйынса ғилми эштәр яҙғандар. Уларҙа халыҡтың милли асылын һаҡлап ҡалыуҙа һәм уға ҡаршы тороуҙа милли шәхестәрҙе күтәреү, мәңгеләштереү мөһим урын тотоуы хаҡында асыҡ әйтелә, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Стәрлетамаҡ бүлексәһе рәйесе Ләйсән Йосопова, “Стәрлетамаҡ ҡалаһында иҫтәлекле урындар һәм мәҙәни мөхит” тигән темаға сығыш яһап.
Конференцияла ғилми эҙләнеүҙәрҙең проблемалы йүнәлештәрен яңыртыу, заманға яраҡлаштырыу, предмет-ара бәйләнештәрҙе нығытыу хаҡында фекер алыштылар.
Студенттар, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Ишембай, Өфө, Туймазы, Көйөргәҙе, Мәләүез төбәктәренән мәктәп уҡыусылары 200-гә яҡын эш тәҡдим иткән. Сарала еңеүселәр бүләкләнде.
Эйе, юғары уҡыу йортоноң башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты заман менән бергә атлай һәм йылдам үҫешә. Әле унда башҡорттар, татарҙар, сыуаштар һәм Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан килгән студенттар белем ала. Улар, башҡорт телен сит телдәр менән бергә үҙләштереп, ике йүнәлештә эшләй алырлыҡ һөнәр алып сыға. Тимәк, вуз глобалләшеү һәм ассимиляция өҫтөнлөк алған заманда ла башҡорт телен уҡытырлыҡ һәм сит мөхиттә лә юғалып ҡалмаҫлыҡ көслө рухлы белгестәр әҙерләй, шуға ла бында уҡыған йәштәр бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаясаҡ.
Уҡыу йорто Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин проспекты, 49 адресы буйынса урынлашҡан. Уҡырға инеү тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәтте +7 (3473) 43-46-63, +7 (917) 401-15-00 телефоны йә [email protected] электрон почтаһы аша белергә була.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 095

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 085

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436