Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҫ” ниңә бәләкәй?
“Ҫ” ниңә бәләкәй?... Дәрес бара. Уҡыусылар кемуҙарҙан ҡул күтәреп, һорауҙарға яуап бирә. Бер мәл апайҙары серле генә итеп йылмайып, артабанғы ябай булмаған һорауға күсә: “ҫ” хәрефе ниңә бәләкәй?” Айтуған был юлы ла барыһынан сосораҡ булып сыға: “Ул хәреф бер ҡасан да һүҙҙең башында ҡулланылмай!”


Бына шундай мауыҡтырғыс итеп башланып китте был форум. Асыҡ дәрес уҡыусылары әле мәктәп балалары булһа, остаз ҡаланың 32-се мәктәбе башҡорт теле уҡытыусыһы Лира Сәхиуллина ине. Күрһәтмә сара тиһәң дә, уҡыусыларҙың да, педагогтың да ысын күңелдән тырышыуы ап-асыҡ төҫмөрләнде.
— Беҙҙең уҡыусылар һәләтле, улар менән педагогик ҡына түгел, ижади ба­гаж­ға ла таянып эшләгәндә, ҙур һөҙөмтә­ләргә өлгәшергә мөмкин, — тип маҡтап алды балаларын мәктәп директоры Эльвира Иманғолова ҡунаҡтарҙы сәләмлә­гән­дә. Ғөмүмән, сара бик тә һөҙөмтәле үтте.
Был асыҡ дәрес сит күҙгә тағы шул яғы менән дә салынды: уҡытыусы бала­ларҙан башҡортса өндәрҙе тейешле кимәлгә еткереп әйттереү өсөн төрлө күнекмәләр һәм массаж яһатты. Ул хәреф танырға ғына өйрәтмәй шул, психолог та, әлеге осраҡта, мәҫәлән, логопед та. Был күнекмәләрҙе иғтибарға алып, уның әһәмиәтен, ғөмүмән, өндәрҙе дөрөҫ сығарыу мәсьәләһе буйынса ҡала хакимиәте мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса әйҙәүсе инспекторы Нәсимә Ҡасимованың фекере ҡиммәт:
— Уҡытыусы һөйләм төҙөргә өйрәтер урынға, баланың өндө дөрөҫ сығарыуы өҫ­төндә эшләргә мәжбүр. Әгәр ҙә бала һөйләшә башлағанда уҡ өндәрҙе дө­рөҫ әйтһә, бәлки, уҡырға барғас ошо проб­лема тормаҫ ине, — тип билдәләне ул.
Балалар баҡсаларында, өйҙә мәлде ҡулдан ысҡындырыу арҡаһында юғары­раҡ кластарҙа мәсьәлә ҡабырғаһы менән ҡуйыла шул, һәм һүҙ бер “ҫ” өнө хаҡында ғына түгелдер...
Ата-әсә тигәндән, балалар шулай уҡ, Башҡортостанда төрлө милләтле татыу-дуҫ ғаиләләр йәшәгәненә ишаралап, матур-матур сығыштар ҙа әҙерләгәйне. Кемдер ғәзиз теленә дан йырланы, кемдер бы­уындар бәйләнешен күрһәтте. Шиғри бәйге семинарҙа ҡатнашыусыларҙы шиғ­ри тулҡындарҙа бәүелтеп-бәүелтеп, бала саҡтарына, әсәй-өләсәй ҡосағына алып ҡайтмай ҡалмағандыр. Нәҡ шул өләсәйҙең әкиәтен тыңлап, әсәйҙең бишек йырына йоҡлап киткән мәшәҡәтһеҙ йылдарҙа тәүге орлоҡтар һалына, тәүге һабаҡтар килә, туған телеңдә һөйләшергә өйрәнәһең бит.
Эйе, тормош ана шул бүлек-бүлек­тәрҙән торған һымаҡ. Атлап киткән саҡ, уҡырға төшкән, диплом алған, үҙең атай йәки әсәй булған мәл. Бер уйлаһаң, әлеге сара ла ошо класта ултырған уҡытыусылар өсөн тормоштарындағы сираттағы мөһим ваҡиға бит – үҙеңдең булмышыңа тағы бер бағып, яңғыҙ түгеллегеңде, кәрәклегеңде аңлап, артабан да ең һыҙғанып белем биреү – был идея ошо сарала телмәр тотҡан “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2015” төбәк-ара конкурсы лауреаты, ҡаланың 21-се мәктәбе педагогы Айһылыу Фәхриева тарафынан тәҡдим ителде. Ҡулына еп алып, шул ептә тормошонда булған мөһим ваҡиғаларҙы төйөн итеп төйнәп-төйнәп әйтте был үҙенсәлекле һәм мәғәнәле фекерҙе.
Был идея ғына түгел, уҡытыусыларҙы Өфөнән килгән абруйлы ҡунаҡ, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы доценты Вәкил Хажиндың сығышы ла рухландырмай, ҡанатлан­дырмай ҡалмағандыр. Ул коллегаларына лекция ваҡытында туған телдәрҙе уҡытыуҙа шәхес мөнәсәбәте тураһында һөйләне, сараның әһәмиәтен билдәләне:
— Һуңғы йылдарҙа илдә милли телдәрҙе уҡытыу ҡыҫымға алына. Бының, әлбиттә, БДИ һымаҡ – объектив һәм субъектив сәбәптәре лә бар. Шулай ҙа уға (телде уҡытыуға) тотонмағыҙ тимәйҙәр. Нисек кенә булмаһын, ошондай ябай булмаған, тип әйтәйек, шарттарҙа эшләгән уҡытыусылар өсөн әлеге осрашыу ыңғай яҡҡа ғына, сөнки, беренсенән, улар дәртләнеп китә, икенсенән, ҡыйынлыҡтар менән яңғыҙ түгеллегенә төшөнә, — тине ҡунаҡ.
Ысынлап та, сираттағы эш алымы, тәжрибә менән уртаҡлашыу сараһы ғына булманы семинар. “Ҫ” өнөн әйттереү бер, бына ниндәй йөрәк һәм теләк менән башҡараһың бит әле был ғәмәлде – быныһы инде бөтөнләй башҡа мәсьәлә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509