Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡала мөхитен үҙ итеп
Ҡала мөхитен үҙ итепБөгөнгө заманда йәш быуынды уҡытыуҙың һәм тәрбиәләүҙең ҡатмарлы бурыстарын хәл итеү уҡытыусыға, уның һөнәри оҫталығына, ижади эҙләнеүенә һәм мәҙәни кимәленә бәйле. Тәү сиратта был туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына ҡағыла, сөнки йәш быуынға рухи, мәҙәни тәрбиәне улар бирә. Үҙ телеңә, ата-бабаларыңдың ғөрөф-ғәҙәттәренә, халҡыңдың быуындан быуынға күсә килгән ижадына һөйөү тәрбиәләү илеңә, тыуған ереңә мөхәббәт тәрбиәләү тигән һүҙ.


Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә үҙ эшенә тоғро башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бихисап. Шундайҙарҙың береһе — 1-се мәктәптә оҙаҡ йылдар төрлө милләт балаларына башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән, уларҙың аралашыу даирәһен үҫтергән юғары категориялы уҡытыусы Сәриә Билал ҡыҙы Буранғолова. “Үҙ эшенең оҫтаһы”, — ти уның тураһында коллегалары. Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәп йылдарында китап уҡырға ярата. Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыял­ланған Сәриә Билал ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика бүлегенә уҡырға керә.
Студент йылдарында күренекле ғалим Әхмәт Сөләймә­нов етәкселегендәге “Йәнгүзәл” фольклор ансамбленә йө­рөй. Ансамбль менән Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәлә­рен­дә, республиканың күпселек райондарында экспедицияла булып, халыҡҡа йыр-моң таратып ҡына ҡалмай, ә шул яҡтарға хас йолалар, халыҡ ижады гәүһәрҙәрен йыйыу менән дә шөғөлләнәләр. Тап студент йылдарында үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата. Гармунда, баянда оҫта уйнаған Азат Буранғолов торған ерендә ут сәсрәтер дәрт­ле бейеүсе, оҫта ҡумыҙ сирткән, матур йырлаған Сәриәгә тәү күреүҙән ғашиҡ була. Күп тә үтмәй, йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй. Ҡулына диплом алған Буранғоловтар улдары Айбулат менән тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Баймаҡ районының Байым урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлаған йәш белгестәрҙе артабан Ишей мәктәбенә эшкә саҡыралар. Ғаилә башлығы — директор, ә Сәриә Билал ҡыҙы балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрес бирә. Дәртле, йыр-моңға ғашиҡ ғаилә бында ла уҡытыусылыҡ эше менән генә сикләнеп ҡалмай, тиҙ арала “Мөғжизә” вокаль ансамбле ойоштороп, район ауылдары буйлап концерттар менән сығыш яһап, бар тамашасыны хайран ҡалдыра. Бәхеттә­ренә шатлыҡ өҫтәп, йәнә бер улдары донъяға килә.
Балалар бер аҙ үҫеп, мәктәптә уҡый башлағас, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, бар яҡлап таланттарын асыу, артабан юғары белем биреү маҡсатында ғаилә 2003 йылда Сибайға килеп төпләнә. Тәүҙәрәк Сәриә Буранғоловаға ҡала мөхи­тенә өйрәнеп китеү, төрлө милләт балаларына белем би­реү, уларҙа туған телгә ҡарата һөйөү уятыу еңелдән бул­май. Әммә тәжрибәле, талантлы һәм уҡыусыларҙың һәр береһен шәхес булараҡ күргән, һәр береһе менән уртаҡ тел тапҡан уҡытыусыға артабан эшләп китеү ауыр булмай. Ҡасандыр үҙенең дә ансамблдәрҙә сығыш яһауы, экспедицияларҙа йөрөүе, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, ауыҙ-тел ижадын, тирә-яҡтағы легендаларҙы төплө белеүе эшендә ҙур ярҙам була.
Сәриә Буранғолованың уҡыусылары ҡала буйынса үткән төрлө конкурстарҙа сығыш яһай, призлы урындар яулай. Бигерәк тә яҙыусы Таңсулпан Ғарипова призына үткәрелгән “Ап-аҡ ҡар” тип аталған ижад бәйгеләрендә, йыл һайын ойошторолған “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында уның уҡыусылары бүләкһеҙ ҡалғаны юҡ. 1-се мәктәп ҡалала иң көслө рус мәктәбе булараҡ билдәле, шуға күрә бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына икеләтә яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Беренсенән, ул ошо мөхиттә юғалып ҡалмаҫҡа тейеш, икенсенән, туған телгә ҡарата һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу тик унан ғына тороуын, уның ҡеүәһенән икәнлеген дә инҡар итеү кәрәкмәй.
Шуныһы ҡыуаныслы — уҡытыусының дәрестәренә балалар ҡыуанып килә, “Һаумыһығыҙ”, “Хәйерле көн!” тип сәләмләүҙәрендә үк уларҙың телгә ҡарата мөнәсәбәте сағыла. Сәриә Буранғолова дәрес программалары менән генә сикләнеп ҡалмай. Туған тел нескәлектәрен, әҙәбиәт матурлығын, сәнғәт бөйөклөгөн, мәҙәниәт тарихын өйрәтә ул үҙенең уҡыусыларына.
Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының эшендәге төп һыҙаттарҙың береһе — үҙ-үҙенә талапсанлыҡ. Уҡыусыларына төплө белем биреү менән сикләнмәй, уларҙың шәхес булып үҫеүҙәренә лә ҙур иғтибар бүлә. Һәр кемдең һәләтен ваҡытында тойоп, уға асылырға ярҙам итеүе, артабан да был уҡыусы менән даими рәүештә үҙ ваҡыты иҫәбенә шөғөлләнеүе, балаларын төрлө конкурстарға әҙерләүе эҙһеҙ үтмәй. Тап уның тырышлығы һәм башланғысы менән былтыр йәй Сибай ҡалаһында тәүгеләрҙән булып 1-се мәктәптә “Йәйләү” программаһы нигеҙендә лагерь эшләне. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, беренсе тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, балалар ҡәнәғәт ҡалды.
— Милләтебеҙ ағинәйе Мәрйәм Бураҡаева тарафынан төҙөлгән “Йәйләү” лагеры программаһы 20 йыл республикабыҙҙа уңышлы эшләп килә. Уның төп маҡсаты — туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, балалар уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен өйрәнеү, музыка ҡоралдарында уйнау, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә төшөнөү, ырыу легендалары, сәнғәт әһелдәре менән танышыу. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең мәктәп яны лагерында балаларҙы ошоларға өйрәттек. Улар рәхәтләнеп саф башҡортса аралашты, йырҙар, бейеүҙәр башҡарҙы, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнарға, уҡтан атырға өйрәнде, милли уйындар уйнаны. Айырыуса уларға гимн өйрәнеү, төбәктең данлыҡлы кешеләре менән осрашыу, “Кәкүк сәйе”, “Һабантуй” йолалары, ҡала кимәлендә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләү, башҡортса флешмоб, күмәк бейеү оҡшаны. “Йәйләү һылыуҡайы” һәм “Йәйләү батыры” конкурс­тары барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, — тине Сәриә Билал ҡыҙы.
Шулай уҡ лагерҙа мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Илүзә Насирова, Дилә Фәтҡуллина һәм музыкант Кәлимулла Ильясовтар ҙа эшләй. Тырышлыҡтары ла бушҡа булмай. “Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм һауыҡтырыу” исемле республика профилле лагерҙар конкурсында ҡатнашып, “Йәйләү” лагеры программаһы менән улар беренсе урынды яулай. Өлгәшелгәндәр сик түгел геройыма. Тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәргә, уҡытыуҙың яңы методикаларын ҡулланырға, дәрестәрҙе мөмкин тиклем ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәрергә, Интернетты файҙаланырға тырыша тынғыһыҙ уҡытыусы.
Һөйөклө ҡатын һәм әсә булараҡ та бәхетле ул. Өлкән улы уның юлын һайлап, Сибай институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлаған. Бәләкәстәре лә әҙәбиәтте ярата, йыр-моңға маһир. Бар яҡлап та бәхетле уҡытыусы әле лә ең һыҙғанып йәш быуынға белем бирә, туған телдең матурлығын уҡыусыларына еткерә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519