Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уйланырға урын бар
Уйланырға урын барТормошта үҙ юлыңды, үҙ урыныңды табыу еңелдән түгел. Айырыуса йәштәрҙең иңенә был мәсьәлә ауыр йөк булып ята. Советтар Союзы осоронда һәр кеше билдәләнгән бер юҫыҡ буйынса алға табан барҙы, маҡсаттарына иреште. Бөтә халыҡ яҡты киләсәк төҙөү хаҡына көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Хәҙер иһә һәр кемебеҙ үҙ алдына ғына, яңғыҙы тороп ҡалған кеүек. Элекке рухи маҡсаттарҙың береһе лә юҡ тиерлек, кешеләр маяҡһыҙ ҡалды. Бындай шарттарҙа йәштәр өсөн бөгөнгө тормошто танып белеү, нимә яҡшы һәм нимә насар икәнлегенә төшөнөү ауыр һәм сетерекле мәсьәләгә әйләнде.

Егет-ҡыҙҙар үҙҙәрен уратып алған донъяны өйрәнгәндә, ниндәйҙер һығымталар яһағанда төп өлөштә интернетҡа, телевидениеға, социаль селтәрҙәргә таяна. Әммә ундағы мәғлүмәттәр йыш ҡына тормошто дөрөҫ баһаларға мөмкин­лек бирмәй. Эшләп байып булмай, донъяла иң ҙур ниғмәт – аҡса, шәхси маҡсатыңа ынтылғанда намыҫ-выжданды аяҡ аҫтына һалып тапау бер ни түгел кеүек яҙыҡ фекерҙәр унда бик күп.
Сер түгел, шундай йоғонто аҫтында хәҙер йәштәрҙең ҙур өлөшө илебеҙ алып барған сә­йәсәт, дәүләтебеҙҙең киләсәге менән бигүк ҡы­ҙыҡ­һынып та бармай. Улай ғына түгел, тыуған тө­бәгенең, үҙ милләтенең, хатта ғаиләһенең яҙмы­шына битарафҡа әйләнә. Ундайҙар пассив­лыҡ, ялҡаулыҡ, аҙғынлыҡ, эгоизм һаҙлығына бата барасаҡ. “Бар тормош мәғәнәһе – ләззәт алыу” девизы менән килешә алмаған йәштәрҙең әүҙем, әммә белем һәм тәрбиә кимәле түбән өлөшө милләтселек йә дини экстремизм ағымдарына ылыға башлау ҡурҡынысы ла бөгөнгө көндә киҫкен тора.
Әлбиттә, барыһын да бер ҡалыпҡа һалып ҡарау дөрөҫ түгел. Шөкөр, илебеҙҙең ғорурлығы булырҙай йәш ғалимдарыбыҙ, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәүсе, хеҙмәт урындарында ҙур уңыштарға өлгәшеүсе, бынамын тигән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, юғары маҡсаттарға ынтылып йәшәгән егет-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап.
Әммә бер кем дә рухи буталсыҡлыҡ мәсьәлә­һенең бөгөнгө көндә киҫкен тороуын инҡар ит­мәҫ. Шуға ла тәрбиә эшендә “күктәге идеяларҙан” арынып, ысын тормошҡа нығыраҡ таянырға кәрәктер.
Тәү сиратта йәш быуынды иң ҙур бәхет имен ғаилә икәнлегенә төшөндөрөү зарур. Карьера, аҡса, дан-шөһрәт, дәрәжә түгел, үҙ парыңды табып, татыу тормош ҡороп, балалар үҫтереү әҙәм балаһының төп тәғәйенләнеше икәнлекте аңлата алыу үтә мөһим.
Һәр ауыл-ҡалала, таныштар араһында өлгө итеп ҡуйырлыҡ ғаиләләр бар, уларҙың тәжри­бә­һе менән дәлилләү отошло буласаҡ. Уңышҡа өлгәшкән кешеләрҙең ныҡышмалылыҡ, эшһө­йәр­лек арҡаһында ғына үрҙәргә күтәрелә алыуына инанған үҫмер үҙе лә маҡсаттар ҡуйып уларға өлгәшергә ынтыласаҡ.
Икенсенән, балаларға йәмәғәт ҡанундарын яҡшылап өйрәтергә кәрәк. Уларҙы һанға һуҡма­һа, тейешле яза аласағын һәр кем белергә тейеш. Ҡайһы бер үҫмерҙәр, ни ҡылһам да, миңә бер нәмә лә булмаясаҡ тигән яҙыҡ фекергә инана. Аҙағынан терһәк тешләрҙәй хәлгә киләләр ҙә, һуң инде – оло тормошҡа аяҡ баҫҡас, бер кем дә хилафлыҡтар өсөн баштан һыйпамай. Киноларҙа ғына “текә” егеттәр барыһын да ата ла киҫә һәм бының өсөн уларға бер ни ҙә булмай. Ысын тормошта киреһенсә бит. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, хоҡуҡ дәрестәренә мәктәп программаһында үтә аҙ ваҡыт бирелә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре уҡыусылар менән осрашыуҙарға йышыраҡ килһә, ата-әсәләр был мәсьәләгә күҙ йомоп ҡарамаһа, һөҙөмтә икен­серәк булыр.
Өсөнсөнән, мәктәптәрҙә дини тәрбиәнең нисбәте лә артырға тейештер. Уҡытыусылар, дин әһелдәре, ислам – тыныслыҡ дине, мосолман ата-бабаларыбыҙ быуаттар буйы күршеләр менән татыу һәм килешеп йәшәгән тип үҙ ваҡытында балаларҙың күңелдәренә һеңдереп өлгөрмәй икән, хөсөт сәсеүсе экстремистар әҙер генә тора.
Шуны ла билдәләп китке килә: һәр кеше, айырыуса йәштәр ғорурлыҡ хисе кисереүгә мохтаж. Йәш быуынды яҡташтарҙың — ауыл, район, республика, ил, ватандаштарҙың донъя кимә­лендәге юғары ҡаҙаныштары менән даими таныштырып барыу зарур. Халҡыбыҙҙың тарихында ла ғорурланырлыҡ ваҡиғалар бихисап, йәш быуын был хаҡта мотлаҡ хәбәрҙар булырға тейеш.
Тағы ла бер мөһим ысынбарлыҡ — элегерәк, кеше үҙе яҡшы булһа, башҡа тағы ни кәрәк, тигән позиция хөкөм һөрә ине. Хәҙер – көслөләр заманы, һәр ерҙә лә конкуренция. Артыҡ нәзә­кәтле итеп тәрбиәләнеп, аҙағынан юғалып, тапалып ҡалмаһындар өсөн йәштәрҙең физик һәм рухи яҡтан көслө булырға ынтылыуҙарын һәр яҡлап хупларға, спортҡа, төрлө ярыш-кон­курстарға йәлеп итергә кәрәк. Хеҙмәткә, үҙал­лы­лыҡҡа өйрәнеп үҫкәндәр тормошта ла һы­натмаясаҡ, юғиһә һуңғы ваҡытта баланы кәрә­генән артыҡ ҡурсаларға тырышҡан ата-әсәләр күбәйеп китте.
Ҡыҫҡаһы, һәр уҡытыусы, һәр ата-әсә уйла­нырға, борсолорға бурыслы – йәш быуын, улар­ҙың күңелдәре һәм мейеләре өсөн бөгөнгө көндә ысын һуғыш бара. Буяуҙы артыҡ ҡуйырта тип уйлаусылар, зәңгәр экрандарҙан, мәҫәлән, “Дом-2” тапшырыуын ҡараһын. Кем генә үҙенең ғәзиз балаһын ундағыса оятһыҙ, йүнһеҙ, эшлек­һеҙ итеп күргеһе килер икән? Хоҙай һаҡлаһын, тип кенә әйтәһе килә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506