Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел утрауындағы йәшерен хыял
Күңел утрауындағы йәшерен хыялМин – күбәләк, сәскәнән-сәскәгә ҡунып, татлы һут менән туҡланыусы, аҡлан үләндәренән көс алып, алға ынтылыусы, тирә-йүнгә йәм биреүсемен. Мин – ҡояш, кешеләргә йылылыҡ, яҡтылыҡ өләшәм. Мин – йондоҙ, аҙашҡандарға ҡараңғы төндә юл күрһәтеүсе, ғашиҡтарҙың серен һаҡлаусы, ергә яҡтылыҡ һирпеүсе тип беләләр мине. Мин – актриса, ролдәрем төрлө: ҡыҙсыҡ, һылыу ҡыҙ, кәләш, тоғро ҡатын, хәстәрлекле әсәй, ҡайғыртыусан килен, балаларға белем биреүсе. Ә сәхнәм – оло тормош юлы. Мин – уҡытыусы! Тимәк, алда һанап кителгән ошо образдарҙы тыуҙырыусы.


Мәктәп – бер ниндәй ҙә картала күрһәтелмәгән бәләкәй генә ил. Иҫ киткес донъя ул, ундағы һәр көн үҙенсә, бер-береһен ҡабатламай, бер-береһенә оҡшамай; унда һәр миҙгел ниндәйҙер  яңылыҡты эҙләү; күңелһеҙләнеп ултырырға, бәхәсләшергә һәм ваҡытты бушҡа ауҙарырға бер генә минут та булмаған сихри донъя, һәр бала – киләсәкте төҙөүсе. Бында тик сабыр, иғтибарлы, яғымлы, асыҡ йөҙлө һәм  изге кеше генә эшләй.
Һөнәрҙәр күп, заман үҫешкән һайын, яңылары барлыҡҡа килә. Һәр кеше үҙенә иң яҡынын һайлап ала. Әммә шулар араһында иң бөйөк һөнәр – уҡы­тыусы! Ул – балалар күңеленә белем нурын һа­лыу­сы, тормош диңгеҙендә дөрөҫ юл табырға өй­рәтеүсе, бейек һәм текә йәшәйеш үрҙәренә әйҙәүсе. Бөйөк педагог Ян Амос Коменский: “Был донъяла уҡытыусы хеҙмәтенән дә өҫтөн нәмә юҡ...” – тигән.
Балаларға донъя серҙәрен төшөндөрәм. Йырға, сәнғәткә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ылыҡтырам, һөйөү, матурлыҡ донъяһына зауыҡ тәрбиәләйем. Шунан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме?!
Уҡытыусыны бәрәкәтле ергә орлоҡ сәсеүсе игенсе менән дә сағыштырырға мөмкин. Бала тейешле тәрбиә алһа, орлоҡ кеүек дәррәү шытып сыға, мул уңыш бирә. Ашлыҡ өсөн ямғыр ни ҡәҙәр кәрәк булһа, әҙәм балаһы өсөн белем, тәрбиә лә шул тиклем кәрәк.
Уҡытыусы – аң-белем биреүсе, бала күңеленә аҡ нур һыҙыусы, киләсәккә тура юл күрһәтеүсе илаһи зат. Уҡытыусы һабаҡ биреүсе генә түгел, ул аңды яҡтыртыусы ла, йәнде балҡытыусы ла, кәңәш биреүсе лә, таяныс та. Һәр кемдең күңел утрауында йәшерен хыялы йәшәй. Ҡайһы ваҡыт улар болоттар менән бергә алыҫ офоҡтарға китә, ҡайһы саҡта күңел төпкөлдәренә инеп һеңә.
Күңелем менән ғүмер башым – тәпәй баҫҡан осорға әйләнеп ҡайтам. Бала саҡ иҫтәлектәренән дә ғәзиз нимә бар һуң?!  Уларҙы тыныс ҡына иҫкә алып та, тулҡынланмай ғына һөйләп тә булмай.
Мәктәпте тамамлағанға утыҙ ике йыл ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Ә тормош юлдарым унан барыбер айырылманы. Ул йылдарҙың яҡты хәтирәһе йәнемде йылытып ебәрә һәм мин һәр кем өсөн тәүге уҡыу йорто булған мәктәптең кеше тормошонда ни тиклем мөһим урын тотҡанлығына йәнә бер тап­ҡыр инанам. Хәҙер инде үҙем дә уҡытыусы. Уҡытҡан балаларым да бала саҡ йылдарын, мәктәптә уҡыған осорҙо бары яҡшы яҡтан ғына иҫкә алһын өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләргә тейешмен.
“Ни өсөн был һөнәрҙе һайланығыҙ? Уҡытыу­сы­лыҡҡа нимә этәрҙе?” – тиҙәр. Бәләкәйҙән балалар табибы булырға хыялландым, ләкин тормоштоң үҙ ҡанундары бар: уҡытыусы һөнәрен һайланым. Башҡорт дәүләт университетын тамамланым. Яҙмыш иһә Дүртөйлө районының Мәскәү ауылына алып килде. Мәктәпкә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы кәрәк булғас, Өфө ҡалаһында Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында әҙерлек курсы үтеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып киттем.
Уҡытыусы – ул бар яҡлап та өлгө, бөтәһе менән дә уртаҡ тел таба белгән, эшен күңел биреп, еренә еткереп башҡарған кеше. Был һыҙаттарҙы өләсәйем­дән һәм үҙемдең класс етәксем, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы Сәтирә Әхмәтйәнованан алдым. Ул һәр эште еренә еткереп, сифатлы башҡарырға өйрәтте. Беҙҙе кешелекле кеше, шәхес итеп тәрбиәләне. Үҙем дә балаларҙа ошо сифаттарҙы булдырырға тырышам.
Һәр кеше уҡытыусы була аламы икән? Юҡтыр, сөнки әлеге бөйөк һөнәргә иң-иңдәре, күркәм холоҡло, белемле, ә иң мөһиме, бала йәнле һәм киң күңелле кешеләр генә лайыҡтыр.
Уның ҡулында – кешелек бәхете. Ысын уҡытыусы булыр өсөн һөнәри белем генә етмәй. Балаларҙы яратып, эшеңә күңел йылыңды һалыу кәрәк! Уҡытыусы – һөнәр генә түгел, йәшәү рәүеше лә. Бик ҡыйыу кешеләргә генә хас һыҙат.
Бәләкәй кешенең өмөтө, ышанысы емерелмәһен! Белем генә кешене бәхетле итә алмай. Ҡыҫҡаһы, минең эшем – шәхес тәрбиәләү. Бындай сифаттар үҙем уҡытҡан тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә тәрбиәләнә тип уйлайым. Әҙәбиәт дәрестәре – ул тәрбиә дәрестәре: халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, матур йолалары...
“Кешеләргә кәрәклегеңде тойоу – ҙур бәхет”, – тигән аҡыл эйәһе Эйе, хаҡ һүҙҙәр. Бына ошо уҡы­тыусы тигән исемде йөрөтөүем менән сикһеҙ  бәхетлемен.
Уҡыусыларыма белем биреүсе генә түгел мин, ә һәр береһенең дуҫы ла, кәңәшсеһе лә, яр­ҙамсыһы ла. Улар дәрестә фекерҙәрен әйтә һәм башҡорт теле, халҡыбыҙҙың матур ғөрөф-ғәҙәт­тәре, тарихы менән ҡыҙыҡһына. Башҡортостан тә­би­ғәте, ҡышын бәҫкә төрөнөп ултырған зифа ҡа­йындар, йәйен гөл-сәскәләргә күмелеп ятҡан яландар, аҡландар, ҡоштарҙың йылы яҡҡа китеүе, яҙын тыуған илдәренә ҡайтыуы – былар бөтәһе лә күңелдәргә илһөйәрлек тойғоһо һала. Ҡурай моңо, ҡоштар һайрауын тыңлау уларҙың күңелен байыта. Кеше бит – тәбиғәт балаһы. Урман-ҡырҙарыбыҙ, шишмә-йылғаларыбыҙ, моң тулы башҡорт телебеҙ булмаһа, киләсәк юҡ икәнлеген уҡыусылар күңеленә индерергә ынтылам. Маҡсатым – һәр дәрестә бер яңылыҡ, асыш яһау. Заман технологияларын әүҙем ҡулланырға тырышам.
Уҡытыусы! Бала саҡ иленән алып сыҡҡан күңел көҙгөһөндә һинең дә сағылышың бик күп тапҡыр ҡабатланасаҡ, хәтерҙә уйылып ҡалған миҙгелдәрҙе ғүмер буйы иҫкә төшөрөп, сихри төн батшалығы төштәрҙә ҡабатлаясаҡ. Ул көҙгөлә сағылышың ниндәй булыуын һин бөгөн үҙең хәл итергә тейеш. Шундай яуаплы һәм ҡатмарлы һөнәрҙе һайлағанһың икән, тимәк, был яҙмыш ҡушыуы. Тырыш, уйла, бала күңеленә сифатлы орлоҡ һал!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 052

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 416

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 948

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 854

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 596

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 207

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 431

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498