Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һаумы, батыр!”
“Һаумы, батыр!”Халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал” көйөн ҡурайҙа уйнап ебәреүгә уҡытыусыны тын да алмай тыңланылар. Барлыҡ баланың күңеленә милли рух бөркөп, асыҡ дәресте шулай башлап ебәрҙе филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, М. Өмөтбаев,
Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Мәға­рифты үҫтереү институтының баш­ҡорт һәм башҡа туған телдәр кафед­раһы доценты Фәнзил Санъяров.



Тыуған төйәгебеҙҙе данлап яҙған шиғыры менән йәнә күңелдәрҙе әсир итте лә, барыһын да ихлас сәләмләп, башҡарылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса һорауҙар бирҙе. Төркөм­дәр сәмләнеп, бер-береһен уҙҙырып, яуап яуҙырҙы. Дәрес башланырҙан алда класс икегә бүленеп ултыртылғайны, өҫтәлдә яҙыу: “әҙәбиәтселәр, тәнҡитселәр”, “телселәр һәм фәйләсүфтәр”.
Төркөмдәрҙән дүрт уҡыусы сығып, уҡы­тыусы биргән ҡатмарлы һорауҙарға яуап ҡайтарҙы, тема батырҙар хаҡында икәнлеге асыҡланды. Кроссворд аша батырҙың исеме Салауат Юлаев икәнлеген билдәләнеләр. Слайдта Салауат батырҙың һүрәте күрһә­телде. Батыр менән иҫәнләшеү һәм слайд­тағы “Һаумы, Салауат!” тигән теманы дәф­тәргә теркәнеләр. Төркөм­дәр­ҙең береһенә – китаптар (“Салауат батыр – ил күрке” күргәҙмәһен файҙаланыу), икенсеһенә гәзиттән Лариса Абдуллинаның “Әйләнәм дә киләм Салауатҡа!” мәҡәләһе бирелде. Фәйләсүфтәр Салауат Юлаевтың биогра­фияһы буйынса мәғлүмәт бирҙе, баты­ры­быҙҙың исемен мәңгеләштереүгә миҫалдар килтерҙе, ә әҙәбиәтсе, тәнҡитселәр мәҡәлә буйынса ҡыҙыу фекер алышты.
Слайдта XVIII быуатта Уралда эшләнгән парсуна, йәғни ағасҡа төшөрөлгән Салауат Юлаевтың рәсеме күрһәтелде. Парсуналағы яҙыуға аңлатыу эше алып барылды. Слайдта яҙылған һүҙҙәргә аңлатма бирелде: парсуна, икона, образ, диндар, суфый, шаң­дау…
Ғалим Салауат Таймасов Салауат Юлаев­тың суфый диндар булыуын рәсми мәғлүмәт­тәргә нигеҙләнеп раҫлауын, диңгеҙ буйында намаҙ уҡыуын, шиғыр һөйләүен телгә алды. Был хаҡта Фәнзил Бүләк улы өҫтәмә мәғлүмәт бирҙе. “Салауат” арияһын тыңлап, фекер алыштылар. Рауил Бикбаев­тың “Һаумы, Салауат!” тигән шиғыры уҡыусыларға ла, уҡытыу­сыларға ла таратылды. Йомғаҡлауҙа көр тауышлы уҡыусы шиғырҙың аҙаҡҡы юлдарын уҡыны.
Ҡосаҡлашты дуҫтар.
Тәнем менән
Тауҙар һырты китте зымбырҙап.
Тауҙан-тауға ҡағылып, шаңдау ҡайтты,
Яңғыраны:
– Һаумы, Салауат!
Ҡабатланы үлән шыбырҙап:
– Һаумы, Салауат!
Бергәләп Салауатты сәләмләнеләр, Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған “Ай-һай, Салауат!” йырын башҡарҙылар.
Шулай итеп, Сибай ҡалаһы гимназия-интернатының IX класында үткән “Һаумы, Салауат!” исемле асыҡ “дәрес-импровизация” тура­һын­да аҙаҡтан белемен камиллаштырыу курсына килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙ фекерҙәрен еткерҙе.
Педагог маҡсатына тулыһынса иреште. Дәрес эҙмә-эҙлекле, методик яҡтан дөрөҫ ойошторолған, файҙалы һәм ҡыҙыҡлы, бай мәғлүмәттәр тупланған. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, дәрес­тә яңы материалды проблемалы асыу өсөн өйрәнелгән эшмәкәрлек юлдарын әүҙемләш­тереү маҡсаты ла үтәлде. Этномәҙәниәт өлкәһенә ҡараған эштәр, контрастив лингвистика алымдары, йәғни телдәрҙе сағыштырып өйрәнеү ҙә күҙ уңында тотолған. Мәҫәлән, Салауат тураһында урыҫ һәм башҡорт ғалимдарының фекерҙәре, парсуналағы яҙыу, Салауаттың башҡортса һәм урыҫ телендә яҙған шиғырҙары.
Уҡытыусы проблемалы һәм эҙләнеү ситуациялары ойоштороу, коммуникатив, йәғни уҡытыусы, башҡа уҡыусылар менән хеҙмәттәш­лек итеүҙе планлаштырыу, заман талаптарына яңы технологиялар ҡулланыу, өҫтәмә мәғлү­мәт биреү, милли батырыбыҙ образын тулы мәғәнәһендә сағылдырыу кеүек алымдарҙы ҡулланып, бай йөкмәткеле оҫталыҡ дәресе күрһәтеүгә өлгәште.
Сибай телевидениеһы мөхәррире Гөлсәриә Әбилева ла фекер алышыуҙа ҡатнашты, бөгөн башҡорт теленең хәле тураһында үҙ фекер­ҙәрен еткерҙе, уҡытыусыларҙың башҡорт телен ҡурсалауҙа әүҙемлек күрһәтеүҙәренә ишара яһаны. Дәрестән һуң бер аҙ ваҡыттан һуң ул, Фәнзил Санъяровтың әңгәмәһе буйынса матур тапшырыу әҙерләп, Сибай телевидениеһы аша күрһәтте.
Бик әүҙем, мәғлүмәтле, телмәрҙәре үҫешкән, ижади эшләүсе, тәрән фекер йөрөтөүсе уҡыу­сыларыма һәм, ассистент булараҡ, дәрестә компьютерҙа ярҙам иткән һәм дә уҡыусыла­рымды әҙерләгән өсөн миңә лә Фәнзил Санъяров маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514