Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуаль белем биреү? Дуаль белем биреү!
Дуаль белем биреү? Дуаль белем биреү! Республика Башлығы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә дуаль белем биреү сифатын күтәреү зарурлығын билдәләне. “Төплө уйланылған һөнәри йүнәлеш биреүҙең бөтә уҡыу йорттары өсөн төп темаға әүерелеүе, уҡыусыларҙы һөнәрҙәр, предприятиелар менән виртуаль һәм реаль таныштырыуҙың ҡыҙыҡлы ойошторолоуы мөһим. Тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары, эш биреүселәр берекмәләре, эшҡыуарлыҡ ошо эшкә ҡушылырға тейеш. Дуаль белем биреү сифатын күтәрергә кәрәк. Шул саҡта уҡыу йорттарын тамамлаған студенттар яҡшы технологик әҙерлекле таныш етештереү майҙансыҡтарына киләсәк”, – тине Рөстәм Хәмитов сығышында.

Үткән быуаттағы үҙгәрештәр тулҡыны белем биреү өлкәһенә лә ҡағылмай ҡалманы. Бығаса урта мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә үк уҡыусылар төрлө предприятиеларҙа буласаҡ һөнәре менән танышып, тәүге сы­нығыу алды. Һөнәрселек училищелары, техникумдар, юғары уҡыу йорттары үҙ йүнә­лешендәге ойошмалар менән тығыҙ бәйлә­нештә хеҙмәттәшлек итте. Йәштәр уҡыуҙы производствола практик эш менән нығытып, ҡулына диплом алғанға ҡәҙәр аҙмы-күпме тәжрибә туплап, ойошмаға ярайһы әҙерлекле белгес булып килде. Предприятиелар етәк­селәре лә үҙҙәренә кадрҙар әҙерләү йәһә­тенән ҙур әүҙемлек күрһәтте, эшләп йөрөгән йәштәргә махсус йүнәлтмә биреп, белемен, һөнәрен камиллаштырырға мөмкинлек асты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдәге ҡоролош үҙгәр­гәс, был матур йолалар юҡҡа сыҡты. Ә бө­гөн шуның әсе һөҙөмтәләрен күрәбеҙ. Нисә йылдар буйы белем алған йәштә­ребеҙҙе бер ерҙә лә көтөп тормайҙар. Сәбәптәре бар: тәжрибә юҡ. Бәғзе берәүҙәр хатта пред­прия­тиеға эшкә килгәс, теге йәки был эш алы­мын тәүге тапҡыр күреп, баҙап ҡала. Ә ойошмалар өсөн бөгөндән емешле хеҙмәт күр­һәтерҙәй кадрҙар кәрәк. Йәнә күп йәштәребеҙ, үҙенә яраҡлы шөғөл тапмау сәбәпле, сит илдәргә юллана. Ә бит уларҙы уҡытыу өсөн дәүләт тә, ата-әсәһе лә аҙ аҡ­са сарыф итмәгән. Тағы, биш йыл буйы уҡып, бөгөн баҙарҙа ваҡ-төйәк һатып торған йәки йөк ташыусы булып йөрөгән йәштәр аҙмы?
Мәҫәлән, йыл һайын маҡсатлы йүнәлтмә менән юғары уҡыу йорттарында 250 мең студент белем ала. Үкенескә ҡаршы, уларҙың ни бары 20-30 проценты ғына үҙҙәренең төбәктәренә әйләнеп ҡайта.
Дуаль белем биреү? Дуаль белем биреү! Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Рәсәй халҡының 40 проценты ғына алған һөнәре буйынса эшләй. Был юҫыҡта медицина өлкәһе иң алда тора – тармаҡтағы халыҡтың 75 проценты үҙ специальносына ярашлы хеҙмәт етә. Нефтселәрҙең – 66, энергетик­тарҙың – 50, химиктарҙың – 25, геологтарҙың – 22, биологтарҙың 20 проценты ғына үҙе һайлаған өлкәлә мәшғүл. Бының төп сәбәбе уҡыу барышы менән сәнәғәт араһында ныҡлы бәйләнештәрҙең булмауында. Күп йәштәр, диплом алғас та, ҡайҙа, нисек эшләрен күҙ алдына ла килтермәй.
Был хәлде үҙгәртеү һәм йәштәрҙе ҡабаттан уҡытыуға аҡса сарыф итмәү өсөн Мәғариф министрлығы беренсе кластан уҡ һөнәри әҙерлекте башларға тәҡдим итә. 2020 йылға ҡәҙәр илдең егерме төбәгендә СССР ваҡытындағы Пионерҙар һарайына оҡшаш технопарктар барлыҡҡа киләсәк. Унда балалар төрлө һөнәрҙәрҙе үҙләштерәсәк. Был алым киләсәктә үҙ файҙаһын бирәсәк, ти белгестәр.
Дуаль белем биреү. Был төшөнсә сәйерерәк яңғыраһа ла, беҙҙең өсөн яңылыҡ тип әйтеп булмай. Ябай ғына итеп әйткәндә, белем алыуҙың теоретик өлөшө уҡыу йортонда барһа, практик йәһәттән – эш урынында. Предприятие мәғариф учреждениеларына үҙенә кәрәкле аныҡ белгескә заказ бирә, эш биреүселәр уҡыу программаһы төҙөгәндә ҡатнаша. Был осраҡта белгестәр белем биреүҙең сифаты күтәрелеүен билдәләй. Һуңынан предприятиела студенттар өсөн эш урындары булдырыла. Дуаль белем эшһеҙҙәр армияһын һәм иҡтисадта ихтыяж булмаған һөнәрҙәрҙе ҡыҫҡартырға булышлыҡ итәсәк, ти белгестәр.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 597

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 205

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 096

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 086

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436