Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әкиәттәрҙе күберәк уҡығыҙ
Ҡасандыр Альберт Эйнштейндан: “Нисек итеп беҙ балаларыбыҙҙы аҡыллыраҡ итә алыр инек?” – тип һорағандар. Уның яуабы ябай һәм төплө яңғыраған: “Аҡыллы итеп үҫтереү өсөн сабыйҙарығыҙға әкиәттәр уҡығыҙ, – тигән ул. – Уларҙың тағы ла аҡыллыраҡ булыуын теләһәгеҙ, әкиәттәрҙе күберәк уҡығыҙ”. Бөйөк ғалим китап уҡыу һәм хыялланыуҙың әһәмиәтен яҡшы аңлаған.
Нәфис әҙәбиәт уҡыуҙың ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген тәрәнерәк тәфсирләү маҡсатында билдәле инглиз яҙыусыһы Нил Геймандың бер телмәрен тәҡдим итәм.



“Нәфис әҙәбиәт уҡыу яҡлымын, сөнки мин – яҙыусы, әҙәби яҙмалар авторы. Балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә яҙам. Һүҙҙәр ярҙамында, уларҙы яҙып йә төҙөп, аҡса эшләүемә утыҙ йыл самаһы. Шуға ла минең өсөн кешеләрҙең уҡыуы, китапханалар барлығы, уларҙың китап уҡыуға һөйөү тәрбиәләүе һәм китап уҡыу урындары булыуы мөһим. Әммә мин уҡыусы булараҡ та тап шул фекерҙәмен. Бер заман Нью-Йоркта булдым һәм шәхси төрмәләр төҙөлөшө тураһында мәғлүмәт ишеттем. Баҡтиһәң, Америкала был йылдам үҫешкән индустрия икән. Төрмә индустрияһы үҙенең киләсәктәге үҫешен планлаштырырға тейеш: уларға нисә камера кәрәк буласаҡ, 15 йылдан һуң тотҡондар һаны күпмегә етәсәк? Быны улар бик ябай алгоритм нигеҙендә иҫәпләп сығарған. Халыҡтан һорау алып, 10-11 йәшлек үҫмерҙәрҙең нисә проценты уҡый белмәүен асыҡлағандар. Әлбиттә, рәхәтләнеп уҡыу тураһында һүҙ алып барылмай. Бында туранан-тура бәйләнеш юҡ, ғилемле йәмғиәттә енәйәтселек булмай тип әйтергә ярамай. Шулай ҙа ике фактор араһында бәйләнеш барлығын инҡар итә алмайбыҙ. Уйлауымса, был бәйләнештең иң ябай юлдары һәр кемгә билдәле. Белемле кешеләр нәфис әҙәбиәт уҡый.
Мәғлүм булыуынса, нәфис әҙәбиәттең ике тәғәйенләнеше бар. Беренсенән, ул беҙгә уҡыуһыҙ йәшәй алмауға юл аса. Артабан нимә буласағын белергә ынтылыу, киләһе битте асыу, ҡыйын булһа ла уҡыуҙы дауам итергә теләү – кемдер бәләгә тарыған һәм һин бының нисек тамамланыуын белергә тейешһең... Был ысын мәғәнәһендә ҡәнәғәтлек алыу! Был яңы һүҙҙәр табырға, башҡаса уйларға, алға барырға мәжбүр итә. Уҡыуҙың ни тиклем ҡыуаныс килтереүен аңлайһың. Бер тапҡыр шуны төшөнгәс, уҡыу юлынан тайпыла алмайһың...”
Нил Гейман фекеренсә, белемле балалар үҫтереүҙең иң ябай ысулы – уларҙы уҡырға өйрәтеү һәм уҡыуҙың иң рәхәт күңел асыу икәнлеген күрһәтеү. “Иң мөһиме – уларға оҡшаған китаптар табығыҙ һәм шуларҙы уҡырға мөмкинлек тыуҙырығыҙ”, – ти ул.
Икенсенән, нәфис әҙәбиәт эмпатия тыуҙыра. Эмпатия – ул кешеләрҙе бергә йыйыу һәм уларҙы үҙ-үҙҙәренә генә ғашиҡ яңғыҙҙар кеүек итеп тойорға юл ҡуймау ҡоралы.
Һеҙ телетапшырыу йә фильм ҡарағанда башҡа кешеләр менән булған хәлдәрҙе күҙәтәһегеҙ. Нәфис әҙәбиәт уҡығанда бер нисә тиҫтә хәреф һәм тыныш билдәләре ярҙамында, хыялланыу ҡеүәгеҙҙе файҙаланып, үҙегеҙ тотош донъя хасил итәһегеҙ, унда кешеләр урынлаштыраһығыҙ һәм әйләнә-тирәгә уларҙың күҙҙәре менән ҡарайһығыҙ. Бығаса барлығын да белмәгән әйберҙәрҙе тойомлай, һис ҡасан күрмәгән ерҙәргә бара, сит-ят донъялар менән таныша башлайһығыҙ. Тышҡы донъяның да һеҙ үҙегеҙ икәнлеген беләһегеҙ. Һеҙ ниндәйҙер башҡа кешегә әйләнәһегеҙ һәм, кире үҙ донъяғыҙға ҡайтҡанда, үҙегеҙҙә бер ни тиклем үҙгәреш тойомлайһығыҙ.
Китаптарҙа һеҙ шулай уҡ был тормошта йәшәү көсө бирерлек бик мөһим фекерҙәр табаһығыҙ. Донъяла фәҡәт әлегеләй булыу мотлаҡ түгел, бөтә нәмә үҙгәрергә мөмкин.
Нил Гейман нәфис әҙәбиәт уҡыуҙың мөһимлеген тағы ла үҙенең миҫалында дәлилләй:
– Бөтәһе лә ябай. Әгәр схема алып килһәләр, ҡытайҙар бик шәп әйберҙәр эшләгән. Әммә бер нәмәне лә яҡшыртмаған һәм үҙҙәре уйлап сығармаған, асыш яһамаған. Һәм шуға ла АҠШ-ҡа, Apple, Microsoft, Google компанияларына делегаттар ебәргәндәр, ә улар иһә киләсәкте уйлап сығарған кешеләрҙең үҙҙәре менән аралашҡан. Һәм уларҙың малай һәм ҡыҙ саҡтарында фәнни фантастика менән мауығыуҙары асыҡланған. Әҙәбиәт һеҙгә башҡа донъя күрһәтеү ҡеүәһенә эйә. Ул һеҙҙе бығаса булмаған урындарға алып бара.
Мөғжизәле емеш татып ҡарағандай, бер тапҡыр башҡа донъяға барғас, һеҙ үҙегеҙ үҫкән мөхит менән тулыһынса ҡәнәғәтләнә алмаясаҡһығыҙ. Ҡәнәғәтһеҙлек – яҡшы нәмә. Ҡәнәғәтһеҙҙәр үҙ донъяларын үҙгәртә һәм яҡшырта, бүтәнсәгә әйләндерә ала. Балаларҙың китапҡа һөйөүен емереүҙең башҡа ысулы – эргәлә китап булмау. Һәм балаларға китап уҡырлыҡ урын юҡлығы.
Мин уңдым. Мин үҫкәндә яҡында бик шәп район китапханаһы бар ине. Китапхана – ул буш ваҡытты уҙғарыу урыны ғына түгел, ә мәғлүмәт сығанағы. Мин эш мәғлүмәттең тәбиғәтендә тип уйлайым. Мәғлүмәттең баһаһы бар, ә дөрөҫ мәғлүмәттең ҡиммәте әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Кешелек тарихының дауамында беҙ мәғлүмәт етмәү дәүерҙәрендә йәшәнек. Һуңғы осорҙа беҙ мәғлүмәт етмәүҙән арындыҡ һәм унан туйыуға килеп терәлдек. Google вәкиле Эрик Шмидт фаразлауынса, хәҙер кешелек расаһы һәр ике көн һайын цивилизация башланғандан алып 2003 йылға тиклем барлыҡҡа килгән дәүмәлдә мәғлүмәт етештерә. Һеҙ һандар яратһағыҙ, был – көнөнә биш эксабайт самаһы. Бөгөнгө бурысыбыҙ – сүллектә бик һирәк осрай торған сәскә эҙләү түгел, ә ҡарурманда тәғәйен үҫемлек табыу. Беҙгә бихисап мәғлүмәт араһынан, ысынлап та, кәрәген табырға ярҙамлашырҙай юл күрһәтеүсе (навигатор) кәрәк.
Әйткәндәй, китапханаларҙан балалар элеккегә ҡарағанда күберәк китап ала һәм улар төрлө-төрлө: ҡағыҙҙа нәшер ителгән, электрон һәм аудиокитаптар. Китапхана – компьютерҙары һәм Интернетҡа сығыу мөмкинлектәре булмағандар өсөн уңайлы урын. Был эш эҙләп резюмелар ебәреү, пенсияға сығыу өсөн кәрәкле документтар әҙерләүҙә лә үтә мөһим. Китапханасылар кешеләргә донъяла дөрөҫ юл табырға ярҙамлаша.

Белгестәр әйтеүенсә, балаларға оҡшаған китаптарҙы уҡырға, уларҙа нәфис әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк. Үҙҙәре уҡырға өйрәнде тип, ҡысҡырып уҡыуҙы ташларға ярамай. Бергә китап уҡыу яҡынлаштыра, телевизор, телефон һәм башҡа шөғөлдәрҙән айырылып торорға форсат бирә. Беҙ телдән файҙаланырға тейешбеҙ. Үҫешергә, яңы һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын белергә, фекерҙәребеҙҙе аңлайышлы итеп башҡаларға еткерергә өйрәнергә бурыслыбыҙ.
Нәфис әҙәбиәт шулай уҡ хыялланырға өйрәтә. Беҙ ғәйәт ҙур донъяла йәшәйбеҙ һәм уны үҙгәртә алмайбыҙ тип фекер йөрөтөү – хата. Ерҙә ултырыу уңайһыҙ булғанлыҡтан, ултырғыс уйлап тапҡандар, өйҙән генә донъя менән аралашыу мөмкинлеген булдырғандар, дөйөмләштереп әйткәндә – бөтә уңайлыҡтарҙы кешеләр үҙҙәре барлыҡҡа килтергән.

Илмира ҠОЛБАХТИНА
әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506