Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балаларға ҙур бүләк
Балаларға ҙур бүләкБүләктең дә ниндәйе бит! Күҙең ҡыҙырлыҡ, йәнең рәхәтләнеп уйнарлыҡ, ғәмһеҙ бала саҡтың мөғжизәгә тиң ҡалыр иҫтәлеге. Ниндәй бүләк икәнлеген тиҙерәк белгегеҙ киләме? Кескәйҙәр өсөн генә түгел, уларҙың ата-әсәләре һәм олатай-өләсәйҙәре өсөн дә мауыҡтырғыс урындарҙың береһе — Балалар уйын паркы үҙ ишектәрен асты. Хәҙер Сибайҙың үҙ “Кремле”, “Спас башняһы” бар.

Билдәле булыуынса, Рәсәй ҡалаларында мөхит сифатын яҡшыртыу һәм уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында, биш йылға иҫәпләнгән “Уңайлы ҡала мөхите” проекты барлыҡҡа килде. Сибай был проектҡа баштан уҡ инеп отолманы. Проект нигеҙендә күп ҡатлы йорттар ихатаһы төҙөкләндерелде, яңы асфальт һалынды, Мәжит Ғафури исемендәге парк, “Йәшлек” скверы танымаҫлыҡ яңы төҫ алды.
Үткән йыл ҡала етәкселеге Наталья Водянованың “Обнаженные сердца” мәрхәмәтлек фонды иғлан иткән инклюзив балалар майҙансығы төҙөү буйынса конкурста ҡатнашырға теләк белдерә.
Ҡыуанысҡа күрә, сибайҙар был проектта уңышлы еңеп сығып, республикала ғына түгел, хатта Рәсәйҙең бик аҙ ғына (төҙөлгән майҙансыҡ Рәсәй буйынса — 17-сеһе) ҡалаларында урынлашҡан, өр-яңы уйын конструкциялары һатып алыуға ете миллион һум аҡса бүленеүгә өлгәшә.
Балаларға ҙур бүләкПрограммаға ярашлы, ҡала хакимиәте майҙан­сыҡ өсөн урын әҙерләү, уның яны биләмәһен кәр­тәләү, төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәрен үҙ­ҙәре башҡарырға тейеш була. Был маҡсатҡа, “Уңайлы ҡала мөхите”нә ярашлы, ике миллион һумдан ашыу аҡса бүленә һәм эштәрҙең барыһын да “Партнер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре башҡара.
Көҙҙөң бер аҙ моңһоуланып тороуына ҡарамаҫ­тан, уйын паркын асыуҙа балаларҙың яңғыраған шат тауыштары, гүйә, моңһоу көҙҙө бер аҙға булһа ла йылмайтырға мәжбүр итте. Ҡапыл болоттар ара­һынан хасил булған Ҡояш апай ҙа кескәйҙәрҙең шатлығын уртаҡлашҡандай тойолдо. Бала-саға күҙҙәрен ҡамаштырған матурлыҡ алдында бер аҙ баҙап торғандай булды ла кемуҙарҙан һәр бер уйын­сыҡты шәхсән урап сығыр өсөн йүгерҙе. Кемдер бәүелсәктә бәүелһә, икенселәр башняның эсен байҡаны, өсөнсөләр сихри уйын майҙансығын ситтән күҙәтте.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: майҙансыҡта урын­лаштырылған бөтә ҡоролмаға ла Рәсәй ГОСТ-ы талаптарына ярашлы сертификат бирелгән. Улар Европа хәүефһеҙлек нормаларына тап килә.
Резина япмалы модулле яҫылыҡ кескәйҙәрҙең имгәнеү, ҡолау, ауыртыу күренешен булдырмаҫҡа ярҙам итә, зауыҡлы эскәмйә, беседкалар иһә ололар өсөн ял урыны булараҡ ҡуйылған. Әйткәндәй, уйын майҙансығы 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән. Шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә уйын ҡоролмалары ҡулайлаштырылған.
Киләсәктә Балалар уйын паркының ҡаланың иң матур урындарына әйләнәсәгенә шик юҡ. Тик матурлыҡты һаҡлап, ҡәҙерләһәң генә, ул оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк. Быны онотмаҫҡа кәрәк. Кескәйҙәрҙең шат тауышынан яңғырап торор урын ҡала халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506