Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәйләү” тигән күсле ил
“Йәйләү” тигән күсле илЙәш быуындың аңлы, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуында, белем алыу менән бергә, ял һәм тәрбиә лә мөһим роль уйнай. Йәйге ялды ойоштороуҙа милли тәрбиә алымдарының ҡулланылыуы иһә – балаларҙың рухи үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ. Ә рух – ул көс, тыуған ереңдәге туғандарса мөхиттә алынған ҡеүәт. Ошо ҡеүәт, көс бар икән, һин тулы бәхетле – илле, теллеһең, был тормошта үҙ урынын табырға хаҡлы, аңлы, алдынғы ҡарашлы бер халыҡ вәкилеһең.
“...Аң кешенең донъяны танып-белеү кимәленә, шул белемде йәшәйешкә яраҡлаштырып файҙалана алыуына, тәрбиәһенә, намыҫына һәм тоя белеү ҡеүәһенә бәйләнгән” тип билдәләй ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева ла. Тап уның ниәте менән 1998 йылда республикабыҙҙа балаларҙың йәйге ялын ойоштороуҙа халыҡ педагогикаһына нигеҙләнгән “Йәйләү” программаһы булдырыла. Йыл һайын ошо программа буйынса эшләгән лагерҙарҙа республиканың район һәм ҡалаларынан, башҡа төбәктәрҙән рухлы, тырыш башҡорт балалары ял итә. “Йәйләү” программаһы буйынса профилле лагерҙарҙың эше менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында Республика балалар һауыҡтырыу-белем биреү, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү, экскурсиялар үҙәгенең бүлек мөдире Мәрүә ҒИЛМЕТДИНОВА менән аралаштыҡ.


– Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы, күп балаларға рухи ҡанат ҡуйған “Йәй­ләү” иле тураһында фекерегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
– “Йәйләү” – балаларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә эшләгән профилле смена лагеры. Программаның авторы – билдәле яҙыусы, педагог Мәрйәм Бураҡаева. Башҡортостан Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге тарафынан тормошҡа ашырыла.
“Йәйләү” лагеры ошо йылдарҙа ба­лаларҙың ялын ойоштороу һәм һауыҡ­тырыу буйынса ҙур тәжрибә тупланы. Бына инде 19 йыл “Йәйләү” башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында, “Урал батыр” һәм башҡа республика бәйгеләрендә еңеү яулаған уңған, тырыш, рухлы балаларҙы ҡабул итә. 2016 йылдан программа республика райондарының балалар ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында тормошҡа ашырыла. Йыл әйләнәһенә лагерҙарҙа 7-15 йәштәрҙәге һәләтле бала ял итә. Программаға ярашлы, былтыр Башҡортостандың 33 районы һәм ҡалаһында профилле сменалар ойошторолдо. Унда биш меңгә яҡын бала һәм үҫмер һаулығын нығытты. Бигерәк тә Ғафури, Әбйәлил, Әлшәй, Балаҡатай, Асҡын, Миәкә, Дәүләкән, Бөрйән, Салауат, Ейәнсура, Баймаҡ, Белорет, Күгәрсен, Ҡыйғы, Архангель, Нуриман һәм башҡа район балалар лагерҙарының нигеҙендә сменалар уңышлы эшләне.
– Ниндәй төп маҡсат ҡуйған үҙенә “Йәйләү” һәм ул ниндәй йүнәлештә тормошҡа ашырыла?
– Ушинский фекеренсә, халыҡсанлыҡ принциптары төп урында торорға, тәрбиә эшенең нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Бөтөн халыҡтар ҙа киләсәген үҙ тәжрибәһендә тупланған халыҡ педа­гогикаһы нигеҙендә тәрбиәләгән. “Йәйләү”ҙең дә төп маҡсаты – балаларҙы физик һәм рухи яҡтан сыныҡтырыу, уҡыусының һәр яҡлап һәләтен асыу өсөн йүнәлеш биреү, артабан үҙ тәрбиә менән шөғөлләнеүгә нигеҙ һалыу, бала булмышында, аңында тәбиғәттән бирелгән, быуындан-быуынға күсә килгән һәләтен уятыу. Ә баланың һәләтен асыуҙа бөйөк фекер эйәләре Ян Коменский, Лев Толстой, Ризаитдин Фәхретдинов, Тажетдин Ялсығол, Константин Ушинскийҙарҙың фекеренсә, иң беренсе урында туған тел, халыҡ педагогикаһы торорға тейеш. Улар һәр халыҡтың тарихы, традициялары, йолалары, мәҙәниәте, сәнғәте, ижады аша һалына.
Ошонан сығып, “Йәйләү” илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, мәҙәни-тарихи белем һәм социаль-көнкүреш һабаҡтары биреү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, спорт-һауыҡтырыу, ижади эшмәкәрлек кеүек төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Лагерҙарҙа лекциялар, сюжетлы уйындар, билдәле кешеләр менән осра­шыуҙар үткәрелә, төрлө иҫтәлекле урындарға сәйәхәттәр, сәсәнлек мәктәбе, ҡул эштәре, боронғо кәсептәрҙе өйрәнеү түңәрәктәре ойошторола, балалар әңгәмәләр ваҡытында һорау биреү, бәхәс ҡороу нескәлектәрен үҙләштерә, һыбай йөрөргә, һыуҙа йөҙөргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәнә.
– Ә “Йәйләү”ҙең төп үҙенсәлегенә килгәндә...
– “Йәйләү” программаһы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының белем биреү, балалар хоҡуғын яҡлау, Хеҙмәт кодексы, хеҙмәткә һәм ял итеүгә ҡағылған бөтә ҡанундар һәм норматив-хоҡуҡи документтар нигеҙендә эшләнгән.
“Йәйләү”ҙә аралашыу мот­лаҡ баш­ҡортса алып барыла, һәр бала бөтөн сараларҙа ла ҡатнаша, әүҙемлек өсөн мәрәйҙәр өҫтәлә бара. “Йәйләү” отряд­тарға түгел, ырыуҙарға бүленеп эшләй. Ырыуҙар төрлө йәштәге балаларҙан туплана.
– Ә бындай тәрбиәүи йүнәлештең әһәмиәте нимәлә?
– Ушинский билдәләүенсә, халыҡ тарихы, уның тәжрибәһе, әхлаҡи һәм эстетик хыялы, Ватанға булған һөйөүе, уй-хыялдары һәм киләсәккә өмөтө, әйтәһе фекере туған тел ҡиммәттәрендә һаҡлана һәм фәҡәт туған тел аша бала күңеленә юл ярып була. Шуның өсөн әле кешелек донъяһында китаптар ҙа, мәктәптәр ҙә булмаған замандарҙа уҡ балала рухи ҡиммәттәр тәрбиәләнгән. Әммә, халыҡтың алдынғы традицияларын файҙаланып, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә булһа ла “Йәйләү” профилле сменаһының программаһы нигеҙендә ошо бушлыҡты тултырырға мөмкинлек бар.
Һәр хәлдә, халыҡ традицияларының иң һәйбәт өлгөләре нигеҙендә бала күңеленә тәбиғәттән һалынған рухи ҡиммәттәрҙе уятып ебәреү өсөн йүнәлеш биреп була. Был программа нигеҙендә рухи байлыҡҡа ҡарата һөйөү уятыла, артабан тормошта ошо йүнәлештә үҙ-үҙеңде тәрбиәләү менән шөғөлләнерлек йүнәлеш бирелә. Был – заман талабы, сөнки донъяла барған кире күренештәр бала күңеленә йоғонто яһай, аңын томалай.
Үҫмер телевидение, Интернет аша үҙ белдеге менән төрлө тапшырыуҙар ҡарап, ҡанына һалынған рухи ҡиммәт­тәргә юл ябып, бөтөнләй ят мөхит тәрбиәһе солғанышында ҡалыуы, үҙен юғалтыуы ихтимал. Көнбайыш Европа менән АҠШ-тың тәьҫирен һаман нығыраҡ тоябыҙ.
Ошондай шарттарҙа бала күңелен кире йоғонтонан ҡурсалап алып ҡалыу­ҙың иң ышаныслы юлдарының береһе – Константин Ушинский тәғлимәте икәнлегенә программаның ике тиҫтә йылға яҡын уңышлы эшләп килеүе аша инанғанбыҙ: ысынлап та, туған телде өйрәнеү, байытыу, халҡыбыҙ фәлсә­фәһен аңларлыҡ кимәлгә еткереү, бала күңелендә иң элек туған халҡыңа, уның теленә, ижадына, тарихына һөйөү орлоғо сәсеүҙән башлана. Был маҡсатты иһә беҙ аҙ ғына ваҡыт эсендә (өс аҙна) төрлө юлдар, төрлө ысулдар, төрлө алымдар менән тейешле мөхит солғанышында тормошҡа ашырабыҙ. Был олоғара эште башҡарып сығыу өсөн әҙерлекле тәрбиәселәр, әйҙәүселәр, хеҙмәткәрҙәр, музыка белгестәре, хатта аш-һыу атамаларын башҡортса белгән ашнаҡсылар кәрәк. Әлбиттә, бик ҡыҫҡа осорҙа бала күңелендә ҡырҡа боролош яһау күҙҙә тотолмай, ул маҡсат ҡуйылмай ҙа. Ә аңына ыңғай яҡтан тәьҫир итеү, сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһимлеген аңлатыу, коллективта үҙеңде тотоу, һыйышып тыныс йәшәү принциптарына, сәмле ярыш, бәхәс алымдарына өйрәтеү һәр үткәрелгән сарала төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуйыла.
– Белеүебеҙсә, лагерҙарҙа баш­ҡорт телен яҡшы белгән һәләтле йәштәр эшләй. Кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә килгәндә, ул нисек хәл ителә?
– Әлбиттә, сменаларҙың эшен яҡшы итеп ойоштороу өсөн тәжрибәле һәм һәләтле етәкселәр, әйҙәүселәр ҙә кәрәк. Был йүнәлештә республиканың Мәғариф министрлығы менән берлектә Республика балалар һауыҡтырыу-белем биреү, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү, экскурсиялар үҙәге эшләй. Йыл дауамында район һәм ҡалаларҙан килгән вәкилдәр өсөн даими квалификацияны камиллаштырыу курстары үткәрелә, йәштәр өсөн семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторола.
– Күп уҡытыусылар һәм ата-әсәләр “Йәйләү”ҙең йәш быуында илһөйәрлек тойғоһоноң нығыны­уын, балаларҙың рухланып, тере­мек­ләнеп ҡайтыуын билдәләй.
– Ысынлап та, тыуған илгә, ергә, телгә, ғөмүмән, йәшәлгән һәр көнгә, туған-тыумасаларға, дуҫтарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү, яҡшы мөнәсәбәттә булыу йүнәлешенә иғтибар бик ҙур. Халыҡ педагогикаһы, тарихыбыҙ, традиция­ларыбыҙ, йолаларыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ аша алып барыла ул тәрбиә. Ошо нигеҙҙә илһөйәрлек тәрбиәләнә. “Йәйләү”ҙә мәктәптә биреп еткерел­мәгәнде тулыландырыу мөмкинлеге бар. Программаның төп үҙенсәлеге лә ошоларға йүнәлтелгән булыуы менән уңышлы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 446

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 300

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 239

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 095

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 085

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436