Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшебеҙгә ижади ҡараш юғалмаһын
Ейәнсура районы уҡытыусыһы Наил Юлдашбаевтың “Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 28 апрель һанында сыҡҡан “Ижади конкурстар ижади шәхес тәрбиәләйме?” тигән мәҡәләһе уйға һалды. Уҡытыу-тәрбиә эше менән таныш йәш кеше булараҡ, педагогтар ҡоронда күтәрерлек мәсьәләне иғтибарһыҙ ҡалдыра алмайым, сөнки тап Наил ағай күтәргән, тәү ҡарамаҡҡа ябай тойолған һорау баланың шәхес булып формалашыуында кәрәкле йүнәлеш биреү өсөн мөһим роль уйнай, минеңсә.

Бөгөн мәғлүмәт һәм тиҙлек заманында һәр эш һөҙөмтәһе компьютерҙа, унан ҡағыҙҙа раҫлап теркәлә. Бындай шарт күп осраҡта башҡарылған эштең һөҙөмтәһендә түгел, ә үтәлеш иҫәбендә сағыла, һәм был белем биреү өлкәһендә лә ят күренеш түгел. Һанһыҙ конкурстар, отчеттар, ҡағыҙ эштәре һәм... балаларҙы уҡытыу. Ә бит күп осраҡта мәктәп системаһындағы йырып сыҡҡыһыҙ ошо мәшәҡәттәр арҡаһында ижади шәхес тәрбиәләү маҡсатын ҡуйған уҡытыу­сының да бурыстары иҫәп-һан күрһәткестәрен билдәләү юлында юғала.
Ауыл мәктәбендә бер аҙ эшләгәндән һуң, үҙемде баш ҡалалағы тел клубында таптым. Һөнәрем яуаплы һәм шул уҡ ваҡытта күпкә еңел, сөнки мин тәү сиратта балаларҙың шәхси үҫеше һәм белем сифаты өҫтөндә эшләйем. Бергә уҡыған һабаҡташтарым – уҡытыусылар менән осрашҡан арала “уҡытыу шул инде – ул ҡағыҙ эше” тигәндәрен ишетергә тура килә. Миңә ҡалһа, мәктәп ул тәү сиратта балалар менән эшләү, уҡыусыларға белем биреү һәм тәрбиә үҙәге булырға тейеш. Ә ҡайҙа һуң был осраҡта ижади шәхес тәрбиәләүсе уҡытыусыларҙың ижади ҡарашы менән тормошҡа ашырылған эшмәкәрлек? Беләм, шәхес тәрбиәләү маҡсатын ҡуйған уҡытыусы эше лә – ул ижад. Тик бына ошо эшмәкәрлек өҫтөнә тау булып өйөлөр һанһыҙ ҡағыҙ өйөмө шарттарында уҡытыусыларҙың да ижади ҡарашы һүнә төшә, минеңсә.
Күптән түгел бергә уҡыған танышым шылтырата: “Зинһар, ваҡыт табып, ярҙам ит инде. Положение яңынан килде. Конкурсҡа эссе яҙырға кәрәк, уҡыусыларым бәйгелә талап ителгән һынауға сығыш әҙерләй, өлгөрә алмайбыҙ...” Бер яҡтан, башҡа һыймаҫлыҡ, ҡырын эшкә барған кешеләй хис итәм үҙемде. Ә ҡайҙа башҡа уҡыусылар, ҡайҙа эҙмә-эҙлелек, ижади ҡараш, йүнәлеш биреү... һәм, йәнә килеп, уҡыусының һәләттәрен асырға бурыслы бәйгенең әһәмиәте нимәлә? Ҡайҙа? Икенсе яҡтан, сараһыҙлыҡтан ошолай эшләргә мәжбүр булған уҡытыусының да хәлен аңлайым... Бер минең танышым ғына түгел, башҡаларҙың да ошондай хәлгә ҡалғаны барҙыр, моғайын.
Бындай шарттарҙа, уҡытыусы була­раҡ, ижади шәхес тәрбиәләү тәүмаҡ­сатын ҡуйған йүнәлештәребеҙҙән тайпылмай, уҡытыу-тәрбиә эшен нисек көйләргә тейешбеҙ? Ысынлап та, йыл дауамында үткәрелгән һанһыҙ конкурс­тар быға булышлыҡ итәме? Бөгөн төрлө йүнәлештәге конкурстар, бер яҡтан, уҡытыусы менән уҡыусының тырышлыҡ һәм эш һөҙөмтәһен билдәләһә, икенсе яҡтан, баланың дөйөм үҫеше өсөн ниндәй йоғонто яһай? Телгә алған мәҡәлә авторының үҙ тәжрибәһенән килтерелгән дәлилдәре һәм, ысынлап та, һанһыҙ бәйгеләрҙең шәхесте тәрбиәләй алыу-алмауы тураһында әйткән фекерҙәре үҙенсәлекле: “...Бала үҫә төшкәс тә ижади кеше булып ҡалһын өсөн, уның уйынға мөнәсәбәтен һаҡ­ларға, ошо мөнәсәбәтте аҡрынлап эш барышына күсерергә ярҙам итергә кәрәк. Балаларҙың һәләттәрен үҫтереүсе һәм шәхес тәрбиәләүсе бөтә педагогтарҙың да төп бурысы. Ә ошо матур һәм яуаплы бурыстың берҙән-бер дөрөҫ юлы – баланың тәбиғи торошон һаҡлау... Был осраҡта уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу һәм шуға ярашлы һөнәр һайлауға булышлыҡ итеү өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыу – төп маҡсат, сөнки яратҡан һөнәрен һайлаған кеше генә үҙенең хеҙмәтенән, эш барышынан ҡәнәғәт була...”
Ошо урында бер аҡыл эйәһенең, бөтә ерҙә лә өлгөрөргә тырышыу түгел, ә башҡарылған эштең һөҙөмтәле һәм файҙалы булыуы мөһим тигән фекере иҫкә төшә. Әлбиттә, ҡапылдан белем биреү стандарттары буйынса билдә­ләнгән конкурстарҙың барлығына туранан-тура ҡаршы килә алмайым. Әммә, уҡытыусы булараҡ, килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын эҙләйем һәм эшемдә ҡулланам. Минеңсә, уҡыусының һәр бәйгелә ҡатнашыуы мотлаҡ түгел. Ниндәйҙер фәндән яҡшы өлгәшкән балаға мөһим булырҙай йүнәлеште уҡытыусы билдәләргә бурыслы. Был йәһәттән гуманитар һәм теүәл фәндәрҙән махсуслашҡан кластарҙың булыуы әһәмиәтлелер тип уйлайым, шул уҡ ваҡытта баланың төрлө яҡлап камил үҫеше лә мөһим. Наил ағай дөрөҫ әйтә, мәктәптә күп осраҡта әүҙем ҡатнашҡан бер үк уҡыусылар була. Минеңсә, был осраҡта класс етәксеһе һәр уҡыусының өлгәшеү мөмкинлеген күҙ уңында тоторға һәм башҡалар менән дә эшләргә бурыслы.
Уйлап ҡарайыҡ әле, ниндәй мәғәнәгә эйә ижади тигән һүҙ. Фекерем ижади конкурстарҙан саҡ ҡына ситкәрәк китеп, уҡыусы шәхесенә ҡағыла. Минеңсә, ижад, ижадилыҡ күрһәткесе ул шәхестең һәр яҡлап камил үҫешен, ирекле һүҙ әйтеү һәм фекер йөрөтөү киңлеген билдәләй. Ә бит, ысынлап та, ижади һәләттәре асылған, шәхес булараҡ камил үҫешкән балалар башҡаларҙан үҙ-үҙҙәрен тотошо, асыҡлығы менән айырылып тора. Шуға ла ижади бәйгеләрҙең шәхес тәрбиәләй алыу мәсьәләһенә кире ҡайтып, әгәр ҙә уҡытыусы тарафынан дөрөҫ бурыстар ҡуйылһа, бының мөмкин булыуы хаҡында әйтергә теләйем. Уҡыу йортонда башҡарған педагогик эҙләнеү­ҙәрем һәм бөгөн эшемдә алып барған күҙәтеүҙәрем миңә төрлө һығымталар яһарға һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәр­легемдә файҙаланырға мөмкинлек бирә, балалар менән эшләгәндә дөрөҫ ҡарарға килергә ярҙам итә.
Уйлап ҡараһаң, беребеҙ ҙә был донъяға автомат-робот итеп яратыл­мағанбыҙ, тәбиғәт үҙе кешенең ижади камиллығын булдырған. Һәр сабый үҙенсәлекле, һәр балаға ижади сифаттар хас. Ә бына ошо сифаттарҙы артабан дөрөҫ итеп үҫтереү йә, киреһенсә, аңһыҙлыҡ менән юҡҡа сығарыу уҡытыусыларҙан һәм шул уҡ ваҡытта ата-әсәләрҙән тора.
Бөгөн беҙ фәндә лә, педагогик эшмәкәрлектә лә ижадилыҡ тураһында фекер йөрөткәндә креатив тигән инглиз һүҙен йышыраҡ ҡулланабыҙ. Креатив, тимәк, шул уҡ ижади, тыуҙырыусы, уйлап табыусы мәғәнәһендә. Йәғни был осраҡта донъяла бер-береһенә оҡша­маған матур сифаттарға эйә һәр кеше­нең, шәхестең үҙенсәлекле ҡарашлы булыуы тип аңларға ла була. Яныбыҙҙа йөрөгән балаларға ситтән генә күҙ һалайыҡ әле. Улар, ысынлап та, уйлап табыусан, хыялый, өлкәндәрҙән айырылып тора, үҙенсәлекле һәм һоҡланғыс, тәбиғәт тарафынан бирелгән сафлыҡҡа, үҙҙәренә генә хас ижади һәләттәргә эйә. Әммә күп осраҡта уҡырға төшкәс, өсөнсө-дүртенсе кластарға балаларҙағы был ижади һәләттәре юҡҡа сыға тиерлек. Уларҙағы ижади башланғыстың тотҡар­ланыуына, юғалыуына, креативлыҡтың һүнеүенә нимә булышлыҡ итә һуң? Минеңсә, уҡытыусының балаға дөрөҫ йүнәлеш биреүе мөһим.
Ошо урында Наил ағайҙың әйткән һүҙҙәрен иғтибарға алыу урынлы: “...Мәктәптәрҙә конкурстар булырға тейеш. Тик ижади балалар менән шөғөлләнеүсе уҡытыусыларға шуны еткергем килә: ижади шәхес булып формалашып килгән балаларҙы төрлө һанһыҙ конкурстарҙан һаҡларға тырышығыҙ һәм талап ителгән күрһәткестәр өсөн ярышыу ҡоралына әйләндермәгеҙ. Сифаттарының формалашып бөтөүенә ирек бирегеҙ һәм күберәк ыңғай шарттар тыуҙырығыҙ. Килер бер көн, улар, ысынлап та, ысын мәғәнәһендә ижади шәхес булып танылыр. Әйҙә, рәхәтләнеп төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашһындар, шул ваҡытта ғына ижади һәләттәре камил булып үҫешер. Иң мөһиме – үҙҙәре яратҡан, яҡын күргән төрлө өлкәләрҙә асыш яһарҙар, тыуған илебеҙгә баһалап бөткөһөҙ файҙа килтерерҙәр, һәм, әлбиттә, мәктәбе­геҙҙең дә рейтингы күтәрелер...”
Эшебеҙгә ижади ҡараш юғалмаған осраҡта ғына ижади һәм ирекле фекер йөрөткән уҡыусылар тәрбиәләй аласаҡбыҙ. Белем алыуға ғына түгел, башҡа йүнәлештәргә лә ҡағыла был. Тәү сиратта беҙ, уҡытыусылар, үҙебеҙ – ижад кешеләре һәм ижади шәхестәр. Минеңсә, уҡытыусы, һәр осраҡта ла, хатта “ҡағыҙ эше” кисектергеһеҙ талап иткән саҡта ла балалар мәнфәғәтенән, белем биреү менән бергә ижади шәхес тәрбиәләү маҡ­сатынан сығып эш итергә бурыслы. Ошо хаҡта тәү сиратта үҙебеҙ онотмаһаҡ ине.

Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498