Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бала саҡ, йәшлек хыялдарына тоғро ҡалып, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, гел алға, юғарыға ынтылған һәм теләгенә өлгәшә алған кешеләр һәр саҡ хөрмәт, һоҡланыу тойғоһо уята. Сабый ғына сағында атайһыҙ ҡалып, етешмәгән тормошта күпме ҡайғы-хәсрәт кисереп үҫкән, Башҡортостанда ғына түгел, Мәскәү һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә фән үрҙәрен яулауға өлгәшкән, республикабыҙҙан ситтә йәшәһә лә, күңелендә һәр саҡ илһөйәрлек, халыҡсанлыҡ рухын йөрөткән, көслө ихтыярлы, күҙҙәренән һәр саҡ нурҙар ағылып торған Земфира Ғизетдин ҡыҙы СӘХИПОВА – ошондай шәхестәребеҙҙең береһе.

“Һуғыш ваҡытында
ныҡ асыҡтыҡ”


Ғизетдин олатай һуғыш башланыр алдынан ғына Ишембай районының Смаҡай ауылына колхоз рәйесе итеп ебәрелә. Шуға ла кеше өйөндә йәшәйҙәр. Ире Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғас, өс бала менән мал-тыуарһыҙ, йорт-ерһеҙ тороп ҡала Ғәтифә инәй. Фәтихкә – туғыҙ, Ленаһына – дүрт, ә инде үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа “атай” тип әйтергә насип булмаясаҡ Земфираһына ике йәш ярым ғына була.
– Хөрмәтле Земфира Ғизетдин ҡыҙы, һеҙҙең күренекле ғалимә-педагог икәнлегегеҙҙе лә, Мәскәү башҡорттары араһында һәм Башҡортостаныбыҙҙа билдәле шәхес, телебеҙгә, мәҙәниә­тебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларыбыҙға мөхәббәт тәрбиәләүҙә байтаҡ эш башҡарған шәхес булараҡ та яҡшы беләбеҙ. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән кешегә был юл еңелдән булмағандыр, моғайын. Ошо хаҡта күңелегеҙҙә ниндәй иҫтәлектәр йәшәй?
– Ныҡ кескәй булһам да, тәүге тапҡыр аңым асылыуы әсәйемде йәлләүҙән бул­ғандыр, – тип хәтерләй Земфира Ғизетдин ҡыҙы. – Әсәйем, асырғанып, күлдәген йыртып, беҙҙе ҡосаҡлап һамаҡлай-һамаҡлай илағанға бөтәбеҙ ҙә ҡушылып үкһегәйнек. Аҙаҡтан белеүемсә, ул көндө атайымдың һәләк булыуы хаҡында хәбәр алған икән. Һуғыш ваҡытында ныҡ асыҡтыҡ. Иҫке өй һәр ваҡыт һыуыҡ, бер генә ҡатлы тәҙрәләр боҙланып туңған, тишектәренән ел өрөп тора. Өрөп йылытып, ҡарын иретеп, әсәйҙең эштән ҡайтыуын көтөп алабыҙ. Бер саҡ ул магазинға икмәккә киткәйне, ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Мин үкһеп илайым. Ағайым менән апайым алмашлап йыуатҡан була. Бала сағымды хәтерләһәм, гел икмәк менән бәйле ваҡиғалар иҫкә төшә.
Бер саҡ, мин беренсегә уҡырға төшкәйнем инде, әсәйем, таңдан тороп, Ишембайға икмәккә китте. Апайым менән өйҙә икебеҙ генә. Ике-өс картуфты әрсеп бешерҙек тә, әсәйебеҙ ҡайтҡас бергәләп ашарбыҙ тип, көнө буйы көскә түҙеп йөрөнөк. Ул төндә лә ҡайтмағас, мейес башына менеп йоҡланыҡ. Ә иртәгәһенә хәлһеҙлектән икебеҙ ҙә мәктәпкә бара алманыҡ. Әсәйем шул көндө кискә генә ҡайтып йығылды: ул да беҙҙе уйлап, тәүлек буйы сиратта тороп алған икмәк киҫәген оҙон юлда тәмләп тә ҡарамайынса ҡайтҡан икән. Яҙ етеү менән баҫыуҙан серегән картуф, ҡырҙан балтырған, кесерткән, алабута табып аш бешерһәк, беҙҙең өсөн оло байрам булды.

“Ауыр булһа ла, бирешмәнек...”

Ағайым, әсәйемә еңелерәк булһын тип, алтынсы класты уҡып бөткәс тә, йәйәүләп Стәрлетамаҡҡа барып, үкһеҙ етеммен тип, балалар йортона урынлашҡан. Әсәйем һөйләй: “Уҡыу йылы тамамланғас, бер мәрйә менән килеп инделәр. Мин шатлығымдан улымды ҡосаҡлап алдым, ә ул миңә: “Һаумы, апай”, – тип өндәшә, үҙе ҡолағыма шыбырлап ҡына: “Әсәй, ғәжәпләнмә, юлдашым алдында “ҡустым” тип өндәш, шулай кәрәк”, – ти.
“Бәләкәйҙән иҫ киткес яуаплы, егәрле булды ағайым. Балалар йортонда ла йөк машинаһының шоферына ярҙам итеп йөрөгән. Мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй механиктар әҙерләү техникумында уҡыны. Шунда ла гел беҙҙе ҡайғыртты: үҙ ризығына тейгән икмәктән сохарый киптереп алып ҡайта ине. Армияға алынғас, Владивостокта дүрт йыл ярым хеҙмәт итте. Әсәйемә: “Мин ҡайтҡансы нисек тә түҙ, туғандарымды уҡытып сығармайынса өйләнмәйем”, – тип хаттар яҙа ине. Ысынлап та, егерме биш йәшкә тиклем өйләнмәй йөрөнө, Смаҡайҙа шофер булып эшләп, әсәйемә беҙҙе ҡарашырға ярҙам итте.
Кеше өйөндә йәшәүебеҙгә бик эсе боша ине ағайымдың. Бер йылды эш хаҡына йөк машинаһы тултырып иген алып ҡайтты. Эй шунда күмәкләшеп шатланыуыбыҙ!.. Уны он итеп тарттырып һаттыҡ та аҡсаһына оло бура бураттыҡ. Киләһе йылына йорт та һалып сыҡтыҡ. Егәрле генә түгел, сәмле лә булды шул ағайым. Әле уйлайым да аптырап ҡуям: ниндәй үҙаллы булған, шәхси тормошона, ғаиләһенә, ил яҙмышына нисек яуаплы ҡараған шул осорҙоң йәш үҫмерҙәре! Аҙаҡтаныраҡ Мәскәүҙә экскаваторсылар курсында уҡып ҡайтты, ғүмер буйы үҙ эшен яратып эшләне. Ярҙамсыл, кешелекле ағайыбыҙ, бөтәбеҙ ҙә олоғайғансы, кәңәшенән, ярҙамынан ташламаны. Күптән түгел оло ҡайғы кисерҙек: һөйөклө ағайыбыҙ ҙа әсәйем артынан мәңгелек йортҡа китеп барҙы. Бик һағынабыҙ икеһен дә. Апайым менән минең юлыбыҙҙы яҡтыртып, күңелебеҙҙе йылытып торған оло терәгебеҙ, тормош маяғыбыҙ ине улар.
Әсәйебеҙ ҙә уңған булды. Үҙе әйтеүенсә, ситтән килгән кешеләр булғас, беҙҙең Смаҡайҙа туғандарыбыҙ ҙа, атай-әсәйемдең яҡын ғына дуҫтары ла, мал-тыуарыбыҙ ҙа, баҡсабыҙ ҙа булманы. Шуға ла әсәйемә башҡаларға ҡарағанда ла күберәк ауырлыҡ төштө. Нисек булһа ла балаларҙы ҡарарға кәрәк: әлдә тегеү, бәйләү, аш-һыу әҙерләү эшенә оҫта булды. Итәғәтле, аҡыллы, ярҙамсыл булғаны өсөн ауылдаштары уны ныҡ хөрмәт итте.
“Балаларҙы уҡытырға тырыш” – һуғышҡа киткәндә васыят итеп әйткән ошо үтенесен хат һайын яҙа ине атайығыҙ”, – тип хәтерләй ине әсәй. Иренең теләге үҙенең хыялына ла тап килгәндер, нисек кенә ҡыйын булмаһын, уҡытырға тырышты ул беҙҙе. Смаҡайҙа дүрт йыллыҡ ҡына мәктәп булғас, Ишембайҙағы 3-сө башҡорт мәктәбенә йөрөп уҡырға тура килде. Көн һайын аслы-туҡлы көйө бишәр саҡрымдан, барып ҡайтыуы менән ун саҡрым юл үтергә кәрәк. Нисек түҙгәнбеҙҙер инде?! Уҡырға, кеше булырға тигән маҡсатыбыҙ көслө ине шул. Лена апайым да, мин дә һәйбәт уҡыныҡ. Беҙҙең өсөн йән атып торған әсәйем менән ағайымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек. Апайым Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инде. Минең Өфөгә китергә хыялым ҙур ине лә, әсәйем: “Икегеҙҙе бер ерҙә уҡытыуы еңелгә тура килер”, – тигәс, Стәрлетамаҡ пединститутының филология факультетын һайланым. Оҙаҡламай вузда ике студент уҡытыуҙың ғаиләгә бик ауырға төшөүе асыҡланды. Апайым ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсте. Ағайым йәш сағында әйткән һүҙендә торҙо: икебеҙ ҙә вузға уҡырға ингәс кенә, беҙҙең менән бергә уҡып йөрөгән студенткаға өйләнеп, башлы-күҙле булды.

“Кавказ егетенә
кейәүгә сыҡтым”


– Фән юлынан китеүегеҙгә нимә сәбәпсе булды?
– Артабан уҡыу теләгем институт йылдарында уҡ күңелемдә яҡты йондоҙ булып яна ине. Диплом эшемде оҡшатып, аспирантура хаҡында фекер әйтелгәс, был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәклеген аңланым. Институттан һуң Әхмәр ауылында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып йөрөгәндә, республика гәзит-журналдарында бер нисә мәҡәләм донъя күрҙе. Яҙмышты күңел һиҙемләүе булдымы икән, минең фән юлынан киткем һәм мотлаҡ Мәскәүҙә уҡығым килә ине. Аҡса булһа ла, магазинда аҙыҡ-түлек юҡ саҡ. Ҡыш буйына, Мәскәүгә барам тип аҡса йыйҙым. Илебеҙҙең баш ҡалаһын күргәнем дә юҡ әлегә. Үҙем генә юлға сығырға йөрәк етмәне: әсәйемде лә алып киттем. Алыҫ ҡына туған тейеш кешеләрҙә туҡтаныҡ. Адрестарын бюро аша табып, фатирҙарына барып ингәс, уларҙың аптырауын күрһәгеҙ.
Фәрүәз ағай менән Рәйхана еңгә бер нисә көн беҙҙе Мәскәү күрһәтеп йөрөттө. Мин РСФСР Педагогия фәндәре академияһының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институты аспирантураһы хаҡында белешергә тип килгәйнем. Уны ла эҙләп таптыҡ. Инеү тәртиптәрен аңлатып ҡайтарҙылар. Стәрлетамаҡ педагогия институты минең өсөн маҡсатлы аспирантураға урын бүлде. Бер аҙҙан, хатҡа ниндәй яуап әйтерҙәр икән, тип Мәскәүгә шылтыраттым. “Телефонды хәҙер иптәш Экбаға бирәбеҙ”, – тигәс, мин уны ҡатын-ҡыҙ икән тигәйнем, бер ир һөйләшә башланы. Абазин милләтле кавказ кешеһе икән. Ә Экба уның фамилияһы, имеш.
Бер аҙҙан имтиханға саҡырҙылар. Бер урынға – 12 кеше, бөтә Союздан килгән абитуриенттар ине. Имтихандарҙы “бишле”гә генә биреп инеп киттем. Бөтә дәртем – уҡыуҙа. Ә мине теге Экба фамилиялы буйҙаҡ профессор баштан уҡ ситтән генә күҙәтеп йөрөгән икән. Кавказ егеттәренә лә ниндәйерәк ҡыҙ икәнлегемде күҙәтергә әйтеп ҡуйған. Уҡып бөткәс кенә, мине яратып йөрөүен, өйләнергә теләүен белдерҙе. “Мин кейәүгә сығырға йыйынмайым, тормошомдо әсәйемде ҡарауға бағышлайым”, – тинем. Стәрлетамаҡ педагогия институтының маҡсатлы йүнәлтмәһе менән уҡып сыҡҡас, шунда эшкә урынлашырға тейешмен. Мәскәү менән хушлашып, Башҡортостанға ҡайтып киттем.
Йәш белгес булараҡ, бер ай эсендә Стәрлетамаҡтан әсәйем менән икебеҙгә фатир ҙа бирҙеләр. Уҡытып сығарғас, әсәйемде минең шәхси тормошом борсой башланы. “Ниңә һаман егетең юҡ, кейәүгә сығырға ваҡыт”, – ти. “Юҡ, мин һине ҡарайым”, – тигәс, әсәйем асыуланып уҡ китте: “Ҡыҙ баланы ғаиләһеҙ ҡалдырырға ни, минең улым юҡмы ни?! Һәйбәт кеше осраһа, ғаилә ҡороу яғын ҡара”, – тине. Ә теге профессор, Нәзир Бикмырҙа улы, хат яҙа ла яҙа. Бер көн, ни күрәбеҙ, үҙе лә осоп килеп еткән. Стәрлетамаҡта ҡунаҡханала йоҡлаған да, иртән әҙерләнеп, мине һоратырға килде. Әсәйем өндәшмәй генә күҙ йәшен һөртә, ә ағайым менән апайым һис тә риза түгел: йәшкә күпкә олораҡ, әллә ҡайҙағы Кавказ кешеһенә биреп ебәрер өсөн уҡыттымы ни улар күҙ ҡараһы һымаҡ күргән һеңлеләрен?!
Тәүҙә буш ҡул менән ҡайтып китһә лә, яҙмыштыр инде, икенсе килеүендә мине Мәскәүгә алып китеүгә өлгәште. Институтта ла махсус юллама менән уҡытып сығарған йәш белгесте үҙҙәренән ебәргеләре килмәне, әлбиттә. Тик кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙы нисек алып ҡалһындар инде?!

“Туған телгә мөхәббәт
ғаиләлә башлана”


– Яңынан Мәскәү кешеһе булып киттегеҙ. Был юлы инде ғүмерлеккә...
– Мәскәүҙә үҙем уҡып сыҡҡан институтта эшләй башланым. Кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Иремдең ике ағаһы бар ине. Улар, мин барғас та, мосолман йолаһы буйынса никах уҡытып, Мәскәүҙә лә, илдәрендә лә бик матур туй яһаны. Яҡташтары ла, туғандары ла ғүмер буйы бик ихтирам итте. Минең ҡәрҙәштәрем дә кейәүҙәре өсөн өҙөлөп торҙо. Зарема һәм Мәҙинә исемле ике ҡыҙ үҫтерҙек. Йәшерәк саҡта: “Атайҙы алмаштырырлыҡ кешегә генә кейәүгә сығам”, – тигәнмен икән. Һуңынан апайым иҫкә төшөрҙө.
Бүтән милләттән булһа ла, бик аҡыллы, инсафлы кеше булды еҙнәгеҙ. Минең телемде, милләтемде, туғандарымды хөрмәт итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙан иртәрәк китте, ауыр тупрағы еңел булһын. Балаларымды башҡортса өйрәтеүемә ихлас шатланды. Шулай итеп, ҡыҙҙарыбыҙ атаһы менән әсәһе телдәрен дә, рус һәм бер нисә сит телдәрҙе лә белеп, һөйләшеп үҫте. Атайҙары балаларға ҡарата йомшаҡ күңелле, иғтибарлы, ә инде уҡыу, тәртип мәсьәләләренә килгәндә, талапсан булды.
– Земфира Ғизетдин ҡыҙы, Мәскәү шарттарында быға нисек өлгәшә алдығыҙ? Туған телдәрҙе өйрәнеүгә кире ҡараш булған саҡтар ине бит әле? Ә Башҡортостанда йәшәп тә, башҡорт теленә дәүләт статусы бирелгәндән һуң да, күп кенә ата-әсә был мәсьәләгә бик яуапһыҙ ҡараны...
– Телгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә бала, иң беренсе сиратта, өйҙә өйрәнә – шуны оноторға ярамай. Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, ул бөтә нәмәне лә тиҙ ота. Маҡсат ҡына ҡуйырға кәрәк. Башҡортса бишек йырҙары йырлап, башҡорт әкиәттәре һөйләп үҫтерҙем ҡыҙҙарымды. Әсәйем дә килеп ҡарашты. Ауылға ла ҡайттылар каникул ваҡыттарында. Уларҙы башҡортса уҡырға өйрәтеүе лә ауыр булманы. Ата-әсәне яратыу уларҙың милләтен яратыу икәнен тиҙ төшөндөләр. Әле үҙҙәре лә ҡыуанып бөтә алмай. Телдәрҙе өйрәнеү башҡа шөғөлдәргә өйрәнеүгә һис тә зыян итмәне: ике ҡыҙым да музыка мәктәбенә лә йөрөнө, мәктәп, вуз тормошонда ла ҡайнап йәшәне.
– Өлкән ҡыҙығыҙ һөйләшеү телен белеү генә түгел, башҡорт теле буйынса диссертация ла яҡланы түгелме һуң әле?
– Эйе, Заремам “Башҡорт телендә ғәрәп-фарсы һүҙҙәренең ҡулланылышы” тигән темаға диссертация яҡлап, егерме өс йәшендә филология фәндәре кандидаты булды.
– Ул хәҙер тормошталыр инде?
– Эйе, кейәүебеҙ ҙә иремдең милләтенән. “Ҡан тартыу” тигәндәре ысындыр инде: ошо милләт вәкиле менән Мәскәүҙә осраҡлы ғына танышып китә йәштәр. Кейәү-килендәренең бер милләттән икәнен белгәс, ике атайҙың шатланыуының сиге булманы. Тәрбиәле, белемле егет. Улар ғаиләһендә ике ейәнебеҙ, бер ейәнсәребеҙ үҫә.
– Кесе ҡыҙығыҙ хаҡында ла һөйләһәгеҙ ине?
– Мәҙинәм дә кейәүҙә. Белеме буйынса – лингвист. Бер ҙур компанияла халыҡ-ара бүлектә эшләй. Икенсе кейәүебеҙҙән дә уңдыҡ. Иң мөһиме, ҡыҙҙарыбыҙ ғына түгел, бажалар ҙа үҙ-ара бик татыу.

“Бар ғүмерем
Башҡортостанға бәйле”


– Тыуған яҡҡа йыш ҡайтып йөрөй­һөгөҙ шикелле?
– Эйе, йәнтөйәк бик тарта. Эшем дә Башҡортостан, туған халҡыма бәйле: башҡа ғалимдар, педагогтар менән берлектә дәреслектәр, кластан тыш уҡыу китаптары, методик әсбаптар сығарыуҙа ҡатнашам. Фәнни-ғилми конференцияларға, семинар­ҙарға саҡырып торалар. Тәржемә менән дә шөғөлләнәм.
– Һуңғы йылдарҙа гәзит-журнал биттәрендә шиғри шәлкемдәрегеҙ ҙә күренә башланы...
– Мин шиғриәтте бала саҡтан яратам. Нәфис әҙәбиәт ғүмер буйы тәрбиәсем дә, кәңәшсем дә, дуҫым да булды. Олоғайғас ҡына шиғыр яҙа башлауым йәшлекте, тыуған яҡты һағыныуҙан, тормош, йәшәйеш хаҡында күберәк уйланыуҙан да киләлер, моғайын. Балалар үҫеп, үҙаллы донъя көтә. Һағыш та күп инде хәҙер, олоғая килә, йөрәктә...

* * *
1940 йылдың апрелендә донъяға килгән Земфира Ғизетдин ҡыҙы Сәхипова 75 йәшенә тиклем фәнни-ғилми эш менән шөғөлләнде, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә лирик һәм балалар өсөн яҙылған китаптары, руссанан тәржемә иткән йыйынтыҡтары, үҙенең тормош юлын сағылдырған иҫтәлектәре донъя күрҙе. Башҡортостандың 20-нән ашыу йәш ғалимының ғилми етәксеһе булып, уларға оло фән юлына сығырға ярҙам итте. Яҡташыбыҙ – тиҫтәләрсә дәреслек һәм кластан тыш уҡыу китаптары авторы, Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһында һәм башҡорт ҡоролтайында әүҙем эшләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыйындарында делегат булып ҡатнашты. Ошондай хеҙмәттәре өсөн күренекле ғалимә, педагог, дәреслектәр авторы, билдәле әҙибә һәм йәмәғәт эшмәкәре Земфира Сәхипова Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 630

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 627

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 269

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 428

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 251

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 520

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 313

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 323

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 141

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 251

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 154

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 379