Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан йәйғор
Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан йәйғорКумир булырҙай йәштәр күп булһын! 

... 7-се класта уҡып йөрөгән Сөмбөл исемле ҡыҙҙың ҡулына ғәжәйеп китап килеп эләгә. Зәйнәб Биишеваның трилогияһы була ул. Күптәрҙе төп героиня – Емеш образы күктәргә әйҙәһә, Сөмбөлдөң “күҙе” Емеште оҡшатып йөрөгән аҡыллы, ҡыйыу, алдынғы ҡарашлы Байрасҡа “төшә”. “Эх, улым тыуһа, мин уға Байрас тип исем ҡушыр инем!” – тип хыяллана ул. Тормош юлында Фәнилде осратып, уға кейәүгә сыға. Азаматовтар тәүге улдарына, ысынлап та, исемде Байрас тип ҡуша. Әҫәрҙәге егеткә оҡшап, малай ҙа аҡыллы, белем даирәһе киң, ҡыйыу фекерле, хыялға бай, ҡустыһы Тайфур менән һеңлеһе Әҙиләгә өлгө булып үҫеп етә.


Заманса башҡорт йәштәре образы. Ниндәй ул?

Беренсе Этҡол мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, егет Сибай гимназия-интернатына уҡырға инә. Унан юлдары М. Аҡ­мулла исемендәге БДПУ-ның филология факультетына алып килә. Бында өлгөр, тырыш егетте беренсе курста уҡығанда уҡ Баймаҡ йәштәр берлеге рәйесе Руфина Насированың урынбаҫары, артабан Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлап ҡуялар. 
Мәғлүм булыуынса, Байрас Азаматов былтыр Дондағы Ростовта “Ростов-2017” Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумында “Ҡымыҙ-Брейк” проектын яҡлап, грант отҡайны. Ниһайәт, ошо проект йәштәрҙе бер ҡорға тупланы. Саралар ҡаланың 4-се лицейында булды.
Теркәлеү үткәндән һуң ҡатнашыусылар тамаша залына йыйылды. “БР-ҙа заман йәштәре образы” темаһына фекер алы­шыуҙа форум директоры, “Бөтә Рәсәй Милләт-ара йәштәр союзы” йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Байрас Азаматов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эргәһен­дәге Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урын­баҫары Даян Солтанғужин, БДУ-ның Сибай институты юридик факультеты деканы Әхтәр Боҫҡонов, World Skills Russia һәм Junior Skills төбәк координация үҙәге директоры Илшат Рәхмәтуллин, Баймаҡ районының имам-мөхтәсибе Хәмзә хәҙрәт Хафизов ҡатнашты. Был һөйләшеүҙә Байрас Фәнил улы, проекттың барлыҡҡа килеү тарихын бәйән итеп, заманса башҡорт йәштәре образы булмышын районына хеҙмәт итеүгә бағышлауҙан башланыуын йәштәр аңына еткерҙе. “Ябай ғына миҫал – мин “Баймаҡ йәштәре берлеге” тигән футболка кейеп, үҙемдең башҡорт, Баймаҡ районынан икәнемде белдерәм. Белмәгән кеше килеп һораша башлаһа, мин уларға Баймаҡ тигән район барлығын аңлатам”, – тигән һүҙҙәре йөрәккә үтеп инде.
Әхтәр Боҫҡоновтың демография күрһәт­кестәрен нисек арттырырға, башҡорт милләтле кәләште ҡасан, ҡайҙан һәм нисек табырға кәңәш-тәҡдимдәре, милләт-ара никахтарҙың тотороҡһоҙлоғо тура­һындағы мәғлүмәттәре һәр кемде уйлан­дырғандыр. Даян Солтанғужиндың: “Яңыраҡ Өфөлә йәштәрҙең кумирҙарын белеү маҡсатында һорау алыу ойошто­ролғайны. Йәштәрҙең 98 проценты сәхнә йондоҙҙарын кумир тип һанаһа, 2 проценты ғына сәйәсмәндәрҙе атаны. Беҙ кемгә оҡшарға ынтылабыҙ?” – тигән һорауы ла бик актуаль яңғыраны.
Аҡсалы кеше уңышлымы?

“Проект эшмәкәрлеге. Социаль проектлау” оҫталыҡ дәресендә Даян Солтан­ғужин нисек социаль проект төҙөргә һәм уны яҡларға кәрәк икәнлеге тураһында бик файҙалы мәғлүмәт бирҙе. Мәҫәлән, проект билдәле маҡсаттан сығып, аныҡ ресурстарҙы файҙаланып, күпме аҡса бүленеүен һәм башҡаларҙы иҫәпкә алып төҙөлә икән. Артабан Байрас Азаматов “Тархан” ҡатнаш алыш командаһы егет­тәре менән таныштырҙы. Команданың етәксеһе Динар Аҡмырҙин уңышлы булыу серҙәрен асты: “Уңыш аҡса менән иҫәп­ләнмәй. Хатта ҡайһы бер миллиардерҙар ҙа, эштәре гөрләп тороуға ҡарамаҫтан, суицид юлы менән донъянан китә. Әгәр ҙә һин үҙ-үҙеңде тапҡанһың икән, тимәк, һин – уңышлы.
Хәҙер йәштәр араһында мотлаҡ юғары белем алырға кәрәк тигән стереотип йәшәй. Күптәр вузды тамамлай ҙа баҙарҙа һатыу итә. Ә диплом алыу өсөн күпме нервы, ата-әсәһенең аҡсаһы һәм ҡайтарып булмаҫлыҡ йылдары киткән! Минең уңыш асҡысым – даимилыҡ. Командамда бер әҙерлекһеҙ призлы урынға өлгәшкән егеттәр ҙә булды, әммә улар ваҡыт үтә килә юҡҡа сыҡты. Ә тәүҙә килеп сыҡмай ныҡышмал шөғөлләнгәндәр, киреһенсә, уңышҡа өлгәште. Ауыр ваҡытта бер ҙә боролоп китергә ярамай. Уңышҡа ирешеү өсөн ике нәмә – дөрөҫ мотивация һәм даимилыҡ булырға тейеш. Мотивация ул – балҡыш, ә даимилыҡ – камиллыҡҡа юл. Күҙ алдыбыҙҙа Байрас Азаматов – уңышлы йәш кеше миҫалы”, – тине ул сығышында. Динарҙың яҙмыш һынауы буйынса оҙаҡ ваҡыт түшәктә ятырға мәжбүр булғандан һуң да рух көсө менән яңынан аяҡҡа баҫыуы, хатта келәмгә кире ҡайтыуы тураһында ишеткәс, йәштәрҙең күҙҙәрендә һоҡланыу сатҡылары балҡыны. Илдар Таймаҫов һәм Айтуған Йән­бирҙиндан торған “Тархан” командаһы йәштәрҙә яугир рухы тәрбиәләй. Улар ныҡышмалылыҡ һәм даимилыҡ һөҙөм­тәһендә халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан, күп илдәрҙе гиҙгән. 
Әңгәмә, фекер алышыуҙар араһында форумда ҡатнашыусылар лицейҙың икенсе ҡатының фойеһында “Ҡымыҙ-Брейк”ка туҡталып, ҡымыҙ һәм тәмлекәстәрҙән ауыҙ итте. Швед өҫтәленән былайыраҡ ашъяу­лыҡта ниндәй генә һый юҡ! Был ниғмәтте Байрастың әсәһе Сөмбөл Азаматова, уның әхирәттәре һәм ауылдаштары ойоштор­ғайны.

Иғтибар: “ҡыҙылдар” һәм “күктәр” һуғыша!

“Ҡымыҙ-Брейк” мәғариф форумын студенттар Дилә Ғөбәйҙуллина менән Ильяс Ҡасҡынов асып ебәрҙе. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов исеменән йәштәрҙе сәләмләп, районы­быҙҙың йәштәр тормошона байҡау яһаны, киләһе йылдарҙа ла бындай форумдарҙы мотлаҡ үткәрергә кәрәклеген билдәләне.
“Баймаҡ районында йәштәр сәйәсәте һәм замана тренды” тип аталған фекер алышыуҙа йәштәр сәйәсәтен ниндәй юҫыҡта алып барыу күпкә фәһемлерәк булыуы тураһында һүҙ барҙы. Баш ҡалала һәм ситтә уҡыған яҡташтарҙың йыйылып һабантуйҙар, концерттар ойоштороуына ҡарағанда, ошондай форумдар йәштәрҙе берләштерә лә, мәғлүмәт тә бирә, аралашыу даирәһен дә киңәйтә, камиллашырға булышлыҡ итә. “Ҡымыҙ-Брейк”та ҡатнашҡандар быға шаһит булды ла инде.
Байрас Азаматов йәштәрҙе төбәк кимәлендәге форумдарҙа ҡатнашырға өйрәтте. Баймаҡ йәштәр берлеген биш йыл етәкләгән Руфина Насирова ойош­маның эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, уңыштарҙы барланы. Быйыл улар, әбйә­лилдәр командаһы менән ярышып, “Алтын тирмә”лә еңеүсе булған икән. Шәфҡәт­ле­лек концертында төшкән аҡсаға Аҡморон ҡарттар һәм Түбә балалар йорттарына бүләктәр алып барғандар. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан йәштәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Артабан форумда ҡатнашыусылар Андрей Трубников етәкселегендә ойошторол­ған фехтование буйынса оҫталыҡ дәресе ҡарап ҡына ҡалманы, тәндәрен дә яҙып алды – “ҡыҙылдар” һәм “күктәр” команда­һына бүленеп, күңелдәре булғансы “һуғышты”.
Баймаҡ районында йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу буйынса “түңәрәк өҫтәл”дә форумды ойоштороусылар фекер алышһа, ҡатнашыусылар иһә, биш командаға бү­ленеп, социаль проект яҡларға әҙерләнде, команда менән эшләү буйынса тренингта ҡат­нашты, көндө нисек үткәреүҙәре тураһында видеояҙма төшөрҙө. Унан инде, батырға ла ял кәрәк тигәндәй, улар “Ирәндек” кинотеатрына йүнәлде. Бында яҡташтары­быҙ Илфат Абдуллин, Илназ Мостафин, Фәрзәнә Утарбаева төшөргән “Ирәндек тауҙарында”, “Кофе һәм танышыу”, “Тәгәр­мәс”, “Ҡырағай” фильмдарын ҡараны. 

Сәләмәт туҡланыу – һаулыҡ нигеҙе

Форумдың икенсе көнө айыҡ тормошҡа һәм сәләмәт туҡланыуға арналды. “Баш­ҡортостан воркауты” спорт йәмғиәте лидеры Роберт Дәүләтшин Сибайҙа уҡыған сағында “Айыҡ Сибай” ойошмаһын булдырған. Өфөгә күсеп килгәс, ул баш ҡалала әлеге ойошмаға нигеҙ һалған. 
– “Воркаут” – инглиз һүҙе. Ул “күнек­мәләр эшләү, үҙ сәләмәтлегеңде камиллаштырыу” тигәнде аңлата. Ололар араһында “мәҙәни эсеү” төшөнсәһе, йәки “байрамдарҙа эсергә мөмкин” тигән стереотип йәшәй. Беҙҙең өсөн, ниндәй миҡдарҙа булһа ла, алкоголь – ул ағыу. Уйлап ҡарағыҙ әле, беҙ кемдәрҙе “бур” тибеҙ? “Байрамдарҙа, тыуған көндәрҙә генә урлаша, ул бур түгел”, – тип әйтмәйбеҙ бит. Бер тапҡыр урлаһа ла, ул “ҡараҡ” исемен күтәрә. 
Айыҡлыҡ үҙ-үҙеңде спиртлы эсем­лектәрҙән, хәмерҙән, тәмәкенән сикләү булһа, сәләмәтлек – үҙ-үҙеңде ҡарау, һаҡлау. Ул миҙал, диплом өсөн эшләнмәй, ә йәшәү рәүеше. Эскелеккә ҡаршы көрәшеүгә ҡарағанда, айыҡлыҡ өсөн көрәш маҡсатлыраҡ, дөрөҫөрәк. Әгәр ҙә арабыҙҙа магазиндарҙан араҡы, һыра һатып алыусы булмаһа, киләсәктәге балалар ҙа, ейәндәр ҙә шул юлды дауам итәсәк. Иҫләгеҙ әле, 1925 йылдарҙа Рәсәйҙә “ҡоро закон”дың индерелеүе беҙгә Бөйөк Еңеүҙе килтерҙе. Әгәр ҙә олатайҙарыбыҙ эскесе булһа, беҙ еңелгән булыр инек. Чечняла, башҡа Кавказ республикаларында хәмер һатылмай, халыҡ дин тота, шуға рухтары ла ныҡ. Беҙҙә лә, шөкөр, йәштәр күпләп дингә ылыға, эскелек хәҙер модала түгел, – тип телмәр тотто ул. Шулай уҡ хәмерҙең, тәмәкенең ҡыҙҙар һәм егеттәр физиологияһына нисек тәьҫир итеүенә ентекле аңлатма бирҙе.

Нисек бизнес асырға?

Был һорау йөрәгендә дәрте булған һәр кемде ҡыҙыҡһындыра, сөнки эшҡыуарлыҡ ижади эшләргә, камиллашырға мөмкинлек һәм финанс йәһәтенән дә ирек бирә. Әммә нимәнән башларға? Дәүләттән ниндәй ярҙамға, гранттарға өмөт итергә була? Сибай ҡалаһы ҡунаҡтары – “Опора России” ойошмаһының Урал аръяғы бүлексәһе директоры, эшҡыуар Игорь Васючкин һәм “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес-үҙәге директоры Айнур Ишмөхәмәтов ошо хаҡта бик файҙалы мәғлүмәт бирҙе. Улар йәштәр араһында кемдең ниндәй өлкәлә бизнес асырға теләген һорашып алғас, һәр береһенә эште нимәнән башларға, ниндәй программа аша дәүләт ярҙамы алырға мөмкин булыуы хаҡында ғәмәли йүнәлеш бирҙе.

Баймаҡ буйлап һыбайлы ял

Форсайт-сессия Урал аръяғында йәш­тәр сәйәсәтен үҫтереүгә арналып, ҡат­нашыусыларға апаруҡ мейеләрен эшкә егергә тура килде. Форумдың команда­ларҙың үҙ проекттарын яҡлау өлөшөндә күпселек йәштәр төп иғтибарҙы респуб­ликабыҙҙа агро- һәм этнотуризмды үҫте­реүгә йүнәлткән. Бигерәк тә “Ете ҡыҙ” командаһының тәҡдиме үҙенсәлекле. Улар проекттарын “Һыбайлы башҡорт” тип атап, Моҫтай ауылы – Ғәҙелша шарлауығы – Манһыр – Суҡы тауы – Талҡаҫ күле йүнәлешендә һыбайлы ял тәҡдим итә. Улар һәр ауылда берәр көн туҡталып, ундағы ауыҙ-тел ижадын, легендаларҙы яҙып алып, аҙаҡҡы көндә диспуттар, спикерҙар менән аралашыуҙар үткәреүҙе планлаштыра. Яңғыҙ проекттар араһынан Ишейҙән Ильяс Ҡасҡыновтың Сибай ҡалаһында Баймаҡ йәштәре берлеген ойоштороу, Сибайҙан Ләйсән Исхаҡо­ваның милләт-ара “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” формаһында “Этноквиз” уйыны, 4-се лицей уҡыусыһы Әҙилә Ибраһимованың “Планетаның киләсәге” тип аталған форум ойоштороу тәҡдимдәре ыңғай хупланды. 
“Тархан” командаһы һәм Айбулат Байғотлин ойошторған көрәш, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре егеттәрҙә генә түгел, хатта ҡыҙҙарҙа ла сәм уятып ебәрҙе.
Хушлашыу мәле лә етте. Йәштәр, командалары менән сәхнәгә күтәрелеп, проект авторы Байрас Азаматовҡа, ойоштороусыларға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырҙы, шаярыу ҙа, күҙ йәштәре лә бергә ҡушылды. Иң мөһиме – йәштәр киләсәктә лә ошондай файҙалы сараларҙы йышыраҡ үткәреү яҡлы. Әүҙемдәргә “Go! English” телдәр өйрәнеү үҙәгенең бүләк сертификаттары, Спорт һәм туризм министр­лы­ғының Рәхмәт хаттары тапшырылды, һәм һәр кем баймаҡтарҙың бренды – ҡымыҙға эйә булды. Артабан йәштәр С. Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына буяуҙар фестиваленә һәм “Юлдаш PLUS” интернет-радиоһы үткәргән дискотекаға йүнәлде.
... Ике көн буйы гөрләп барған “Ҡымыҙ-Брейк” форумынан һуң йәштәргә:
– “Һинең кумирың кем?” тигән һорауыма кемуҙарҙан: 
– Әлбиттә, Байрас Азаматов! – тигән яуаптар ямғырҙан һуң ҡалҡҡан йәйғор кеүек йөрәгемде нурланы.

Байрас АЗАМАТОВ:
– Әҙерлек эштәрен ғинуар айында уҡ башлағайныҡ. Форумда планлаштырылған барлыҡ саралар ҙа теүәл үтте, алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарға өлгәштек тип уйлайым. Былтыр үҙем отҡан 100 мең һумлыҡ гранттан тыш, “Берҙәм Рәсәй”, “Go! English” телдәр өйрәнеү үҙәге бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Бындай форум йәштәргә бик кәрәк. Әгәр киләсәктә район хакимиәте уны ойошторһа, беҙ ярҙам итер инек. Проект яҡлау буйынса оҫталыҡ күрһәткән Ләйсән Исхаҡова, Әҙилә Ибраһимоваларҙың проекттарын “Урал мираҫы” форумына тәҡдим итергә уйлайбыҙ.

Руфина НАСИРОВА, Баймаҡ йәштәре берлеге рәйесе:
– Форум алдынан ныҡ тулҡынланғайныҡ, “һә!” тигәнсә үтте лә китте. Ойоштороу буйынса бер ауырлыҡ та булманы. Район хакимиәте һәм 4-се лицей коллективы ныҡ ярҙам итте. Ике көн эсендә мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт бирергә тырыштыҡ. Проекттар бик оҡшаны. Әгәр Байрас Грант отмаһа, ниндәй оло саранан мәхрүм булыр инек. Уға, әсәһенә, туғандарына ҙур рәхмәт. Күңелдә тәьҫораттар урғылып тора. Шөкөр, әүҙем йәштәребеҙ шул тиклем күп. Мин бер нисә йыл элек “Золото тюрков” Бөтә донъя форумында ҡатнашҡайным, был сара ойоштороу кимәле буйынса унан бер яғы менән дә ҡалышманы. Ике көн ҡайнап йәшәһәк тә, һис арытманы. Йәштәребеҙ Байрас Азаматовты үҙҙәренең лидеры тип таныны. Беҙҙең тырышлыҡ бушҡа китмәгәндер тип уйлайым.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498