Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күрәм, ишетәм, тотам!
Кешеләрҙе мәғлүмәтте нисек ҡабул итеүҙәренә нигеҙләнеп, шартлы рәүештә булһа ла визуал, аудиал һәм кинестетиктарға бүлеп ҡарарға мөмкин. Был үҙенсәлектәр бала бәләкәй саҡта уҡ күренә башлай.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, төрлө төркөмгә ҡарағандар менән уларҙың “телендә” һөйләшкәндә, сабыйығыҙ һеҙҙе тиҙерәк, яңы мәғлүмәтте йәһәтерәк ҡабул итер.
Визуал, аудиал һәм кинестетиктарҙың бер-береһенән айырмаһы нимәлә? Ошо үҙенсәлектәргә таянып, ата-әсә балаһына уҡыуында һәм башҡа төр шөғөлөндә нисек ярҙам итә ала? Шуларҙы ҡарап китәйек.

Визуалдар: күрәм – тимәк, беләм.

Визуалдар – донъяны күҙ ярҙамында танып белгән кешеләр. Уларға мәғлүмәтте аңлау һәм иҫтә тотоу өсөн мотлаҡ рәүештә күреү кәрәк. Ишетеү ярҙамында ғына бирелгән хәбәрҙе оҙаҡ, ауыр ҡабул итәләр.
Визуал балаларға бәләкәйҙән үк төрлө сағыу һүрәтле китаптар ҡарау оҡшай, хәрефтәр менән ҡыҙыҡһыныуҙары ла бик иртә башлана. Телмәрҙәрендә “Күрәһеңме?”, “Ҡара әле” тигән һүҙҙәрҙе ҡулланырға яраталар, төҫтәргә иғтибар бүләләр. Шулай уҡ улар тирә-яҡ мөхиткә, кешеләргә ҡарата ла бик һынамсыл ҡарашта, әгәр ҙә бүлмәлә берәй үҙгәреш булһа, визуалдар уны башҡаларҙан алда күрәсәк. Бындай балалар үҙҙәренә артыҡ яҡын килгәнде, тирә-йүнде ҡаплағанды яратып етмәй. Улар образдар менән фекерләй, йыш ҡына һүрәт төшөрөүгә, әүәләүгә, конструктор ярҙамында төрлө нәмәләр төҙөүгә һәләтлеләр. Психологтар билдәләүенсә, дөйөм кешелектең 60 проценты – визуалдар.
Ундай балаларға уҡыу өсөн ниндәй шарттар тыуҙырырға?
= Визуалдар өсөн иркенлек кәрәк. Уҡыу өҫтәле ҙур булһа, был файҙаға ғына. Төрлө төҫтәге стикерҙар, текстағы төп фекерҙе билдәләү өсөн маркерҙар, ҡәләмдәр ҙә бик ярҙам итәсәк.
= Уҡыу плакаттары ла ҡамасауламаҫ. Уларҙы бала үҙенә кәрәгенсә стеналарға урынлаштырып сыҡһын.
= Шулай уҡ төрлө һүрәт, таблица һәм графиктар менән тулыландырылған уҡыу әсбаптары һәм энциклопедиялар ҙа уның күңеленә хуш килер.

Аудиалдар: ишетәм – тимәк, аңлайым.

“Бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға” тигән мәҡәл бындай балалар тураһында түгел. Улар ишеткәндәрен хәтеренә ныҡлы һалып ҡуя. Аудиал балалар башҡаларҙы тыңларға ла ярата, үҙҙәре лә һүҙгә бик маһир. Улар өсөн аралашыу үҫеш процесында иң ҙур урынды алып тора, шуға күрә ата-әсәнең дә, тәрбиәсе менән уҡытыусының да ошо үҙенсәлеккә иғтибар итеүе мөһим.
Бындай балаларға ҙур булмаған төркөмдәрҙә, кластарҙа шөғөлләнеү яҡшыраҡ – был осраҡта һәр кем уҡытыусының иғтибар үҙәгендә. Аудиалдар фекер алышырға, бәхәсләшергә бик әүәҫ, балалар баҡсаһынан, мәктәптән ҡайтҡас, ата-әсәһенә көн дауамында нимәләр булғанын тәфсирләп һөйләп бирергә лә иренмәйҙәр. Төрлө мәсьәләләрҙе сискәндә улар хәл итеү юлдарын һүҙҙәр менән әйтә, берәй эш менән булған мәлдә лә үҙҙәренең һәр хәрәкәтен ҡысҡырып еткереп, артабан ни ҡылырға йыйынғанлығын белдереп йөрөй.
Аудиал балаларға уҡыу өсөн ниндәй шарттар кәрәк?
= Иң беренсе тыныслыҡ мөһим, сөнки сит тауыштар уға ныҡ ҡамасаулаясаҡ.
=Үтәлгән өй эше, ятланған шиғыры, һөйләнәсәк доклады менән һеҙҙең алда сығыш яһап ҡараһын, был файҙаға ғына буласаҡ.
=Замана яңылыҡтарын ҡулланыу отошло: аудиокитаптар, аудиокурстар балағыҙға ярҙамға киләсәк.

Кинестетиктар: тотоп ҡарап, донъяны таныйым.

Был төргә ҡараған балалар – практик. Донъя­ны тотоп ҡарап, хатта еҫкәп һәм тәмләп таныйҙар. Эсендә нимә барлығын белергә теләү уларҙы уйынсыҡтарын һүтеп, төрлө өлөштәргә бүлеп тикшерергә этәрә.
Кинестетик балалар хәрәкәтсән уйындарҙы ярата, китап тотоп бер урында ғына ултырыу улар өсөн ауырға тура килеүе лә мөмкин. Нимәнелер йыйырға, төҙөргә әүәҫтәр, шуға күрә йылға-күл буйҙарынан төрлө таштар һәм ҡабырсаҡтар, урман-ҡырҙарҙан төрлө япраҡтар, бөжәктәр йыйып алып ҡайтып, коллекция төҙөү, гербарий яһау – улар өсөн хас күренеш.
Аралашыу ваҡытында ҡулдарында йыш ҡына нимәнелер тотоп, әйләндереп-тулғандырып торалар. Бер урында тик ултырыу бындай балалар өсөн түгел, бер нисә минуттан улар шул урынында әйләнә, ҡулында берәй әйберҙе өйрөлтә йә иһә башҡа эш менән була башлай.
Кинестетиктарға тәбиғәткә сығыу, музейҙарға, күргәҙмәләргә йөрөү оҡшай.
Уларға ата-әсәһе нисек ярҙам итеп ебәрә ала?
= Уңышлы эш өсөн балаға ғәмәли материалдар кәрәк: глобус, таштар, минералдар йы­йылмаһы, ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең бәләкәй генә фигуралары һәм башҡалар.
= Бала менән төрлө күргәҙмәләргә, музей­ҙарға, зоопарктарға йөрөү отошло.
= Дәрес әҙерләгән ваҡытында өҫтәл янын­да оҙаҡ ултырырға мәжбүр итмәгеҙ, хәрәкәт­ләнеүҙе, физик күнекмәләр яһауҙы аҡыл эше менән сиратлаштырығыҙ. Юғиһә бала тиҙ арала арыясаҡ, ә был үҙ сиратында иғтибарҙы тарҡата, дәресте үҙләштерергә лә ярҙам итмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509