Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдарыҠасан ғына әле матур форма кейеп, аҡ алъяпҡыс тағып, йәмле яҙ айында хуш еҫле шау сәскәгә күмелгән мәктәп ихатаһының иркен юлынан ғорур баҫып үткән улар – белем усағы ишеген үрелеп асып, төрлө яҡлап үҫешкән, күңелендә яҡты хыялдар йөрөткән, ҙур маҡсаттар ҡуйып оло тормош юлына аяҡ баҫҡан уҡыусылар.
1973 йыл... Өфө... 44-се мәктәп... 25 май… Унынсы “А”, “Б”, “В”, “Г” кластары... Сығарылыш уҡыусылары һәм уларҙы оло юлға сығарған уҡытыусылар... Ваҡыт... Ҡырҡ йыл үткәс, тап ошо һуңғы ҡыңғырау яңғыраған, яҡты хәтирәләр һаҡлаған матур ерҙә, мәктәптең 75 йыллыҡ юбилейында яңынан күрешә улар. Ихтирамлы уҡытыусы-ветерандар, сал сәсле олатай-өләсәйҙәр, атайҙар, әсәйҙәр, мәктәпте төрлө йылда тамамлаған уҡыусылар... Һәм йәнә 1973 йылғы Х “Г” класы...
Үҙенең мәктәп йылдарындағы яҡты хәтирәләре менән хәҙер инде етенсе тиҫтәһен артмаҡлаған Флорид ағай Дәүләтшин бүлешә:
— Беҙ уҡып сыҡҡан 44-се мәктәптең 75 йыллыҡ юбилейын бик матур һәм күркәм итеп ойошторҙолар. Йыйылған барса халыҡҡа, ололарға, йәштәргә һәм әле уҡып йөрөгән бәләкәй балаларға һоҡланып ҡарап торҙом. Беҙҙең мәк­тәпте шул тиклем күп кеше тамамлаған икән! Шатланам да, һағышланам да. Уҡыу йылдарындағы хәтирәләр яңырып, күҙҙәрҙән йәш тама. Яңы ғына булған кеүек 60-сы, 70-се йылдар... Беҙ, үҙҙәрен инде өлкән кешеләр итеп тойған 16-17 йәшлек уҡыусылар, әле генә, май айында ошо мин баҫып торған мәктәп ихатаһы юлынан сәскә тотоп уҙғайныҡ... Бөгөнгөләй хәтерҙә ул көндәр.
Мәктәбебеҙҙә уҡып сыҡҡандар тура­һында мәғлүмәт биргән исемлек яҙып элгәндәр икән. Улар араһынан үҙем­декеләрҙе эҙләйем һәм таныш исем-шәрифтәр янындағы телефон һандарын йыям. Шатлыҡлы, тулҡын­ландырғыс минуттар... Бына хәҙер мин балалыҡ дуҫтарым, һабаҡташтарым менән күрешәсәкмен. Танырмынмы? Янымда алтмыш йәштәр тирәһендәге таныш кеүек кешеләр. Был бит... минең һабаҡ­таштарым! Нисәмә йылдарҙан һуң күре­шеү... Ҡайһы берҙәре менән – мәктәпте тамамлағандан һуң беренсе тапҡыр! Бер партала ултырған класташыңдан бик оҙаҡҡа айырылып тороп, шул уҡ мәктәптә яңынан осраш әле. Шатлыҡ! Хәтирәләр! Йәнә шылтыратыуҙар. Телефон булғас, башҡалар менән дә тиҙ генә табышабыҙ... 40 йыл үткәс, беҙ, класташтар, һабаҡташтар йәнә бергә. Ҡыуаныс!
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдарыҮҙенең кисерештәре менән бүлешеп, тиҫтә йылдарҙан һуң осраштырған мәктәптәренең күңеленә ни тиклем яҡын булыуын белдерҙе, тормоштоң матурлығын, киңлеген, хәтирәләрҙең ҡәҙерен, дуҫлыҡтың көсөн баһаланы, уҡытыусыларына, һабаҡташтарына булған ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткереүемде һораны Флорид ағай. Бөгөн “Ҡайынҡай” балалар һауыҡтырыу лагерында баш инженер бурысын атҡарған уҙаман өсөн бергә уҡыған иптәштәрен күреү, ысынлап та, ҙур ҡыуаныс була. Ошонан һуң үҙҙәренең класс етәксеһен дә табырға ниәт итә ағай. Туғандары, дуҫтары менән бергәләп Интернет аша ла, төрлө ойошмаларға ла мөрәжәғәт итәләр. Үҙҙәренә бик яҡын булған кешене – Нелли Хәбибулла ҡыҙын — эҙләп табыу була уларҙың теләге. Иҫәнме икән ул, баш ҡалаламы? Булһа, ҡайҙа йәшәй? Һәм тырышлыҡтары бушҡа китмәй.
“Шулай беҙ уҡытыусыбыҙҙы эҙләп таптыҡ. Ҙур ҡыуаныс булды был беҙҙең өсөн. Һәр саҡ өлгө күрһәткән ҡәҙерле һәм ихтирамлы, хәстәрлекле остазыбыҙҙың фатирына шылтыраттым. “Нелли Хәбибулла ҡыҙы, был мин — Анюта Левашова. Таныйһығыҙмы?” — тимен. Ҡыҙыҡ, тауышымдан шунда уҡ таныны мине уҡытыусым. Беҙ уға бер нисә уҡыусыһы бергә йыйылып килдек. Башҡаларҙы ла төҫмөрләне. Көтөлмәгән осрашыуҙан эй шатланды. Нисәмә йылдарҙан һуң да барыбыҙҙы шулай исем-шәрифе менән иҫләүе аптыратты мине. Ә бит Нелли Хәбибулла ҡыҙының уҡытҡан осоронда һәр береһен үҙ күңелендә йөрөткән күпме уҡыусыһы бар. Барыһын хәтерләй бит, уҡытыусы кеше шулай булалыр ҙа инде...” – тип үҙҙәренең уҡытыусыһы тураһында һоҡланыу ҡатыш һөйләне Флорид ағайҙың класташы Анна Антоновна ла.
Яҡты хәтирәләрҙә телгә алынған ветеран-уҡытыусы Нелли Хәбибулла ҡыҙы Тимашева утыҙынсы йылдарҙа тыуған. 1948 йылда Өфө ҡалаһындағы 15-се мәктәпте тамамлаған. Яратҡан һөнәрен һайлап, 1952 йылда хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр бүлегендә уҡый. Артабан юллама буйынса Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылы мәктәбенә ебәрелеп, унда өс йыл эшләй. Һуңынан Туймазы ҡала­һында уҡыта. Аҙаҡ Өфөгә килеп, киске мәктәптә, унан 44-се мәктәптә балаларға 20 йыл инглиз теленән белем бирә.
Хәҙер инде туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған Нелли Хәбибулла ҡыҙы Флорид ағай менән Анна Антоновна мәктәп хәтирәләрен һөйләгән ваҡытта тап бынан 40 йыл элек дәрестә уҡыусыла­рының яуабын тыңлаған сабыр йәш уҡытыусылай йылмайып ултыра. Бар ғүмерен белем биреүгә бағышлаған, һәр кем тарафынан тик яҡты һәм йылы һүҙҙәр аша ғына телгә алынған остаз менән дә аралашабыҙ:
— 44-се мәктәпкә килгәс, беренсе алған уҡыусыларымды һигеҙенсегә тиклем уҡыттым. Унан һуң Флоридтарҙың класы килде. Совет районында йәшәгән төрлө ғаиләләрҙәге 31 уҡыусы ине. Бик яҡшы балалар булды, һәр береһе үҙенсә матур ине уларҙың. Минең өсөн барыһы ла тиң, кемделер яман йәки яҡшы тип айырып әйтә алмайым. Икенсе яҡтан, уҡыусылар балалар бит инде, бәләкәй генә бер кеше...
Анна Антоновна һүҙгә ҡушыла:
— Һәр уҡыусыға ҡарата мәрхәмәтле булды Нелли Хәбибулла ҡыҙы. Ысынлап та, һәр бала уның өсөн үҙ улы йәки ҡыҙы кеүек ине. Мин атай-әсәйһеҙ үҫтем. Класс етәксебеҙ бөтөн күңел йылыһын бирҙе. Ул беҙҙе тулы булмаған ғаиләнән тип айырып ҡабул итмәне, кешелекле ине. Беҙ, уҡыусылар, барыбыҙ ҙа тиң булып уҡыныҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итә торғайныҡ. Нелли Хәбибулла ҡыҙы­ның дәрестәре бик күңелле һәм матур үтә ине, тауыш күтәргәнен ишетмәҫһең. Матур итеп аңлата, тыныс һөйләй. Шулар яҡты иҫтәлек булып күңелдә уйылған...
Нелли Хәбибулла ҡыҙы уҡыусыһына мөләйем ҡарап йылмая. Һабаҡташының һүҙен Флорид ағай ҙа ҡеүәтләй: “Уҡытыу­сыбыҙҙың иплелегенә, әҙәплелегенә һоҡланырлыҡ. Беҙ бик бәхетле булдыҡ”.
“Иплелек, тыныс булыу тәрбиә алымдарының береһе инеме?” — тип ҡыҙыҡһынам оло уҡытыусынан. “Үҙҙәре өлгөлө һәм тәртипле балаларға нисек тауыш күтәрәһең инде? Булмышымдан шулай тыныс булғанмындыр...” — тине остаз.
Һәр уҡытыусының үҙ тәрбиә алымдары бар. Ләкин һәр осраҡта ла йылы һүҙ йән аҙығы шул.
— Ул ваҡытта уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа икенсе ине шикелле. Пионер, комсомол ойошмалары эшләне. Уҡытыу бик ҡыҙыҡ була торғайны. Ә уҡыусы­ларҙың дәрестәрҙән һуң тағы ла тулыраҡ тормошо башлана. Концерттарға әҙер­ләнәбеҙ, байрамдарҙы гөрләтеп үткә­рәбеҙ. Был көндәрҙә мәктәптә үҙе бер байрам. Ҡыҙҙар аҡ алъяпҡыста, егеттәр формала шундай матурҙар. Мәктәпкә, дәрескә килеү үҙе бер байрам була торғайны, — тип яҡты хәтирәләре менән бүлеште Нелли Хәбибулла ҡыҙы.
— Иҫләйһегеҙме, кластар менән ярышып, макулатура, тимер тапшыра торғайныҡ. Беренсе булғы килә бит. Беҙҙең класс егеттәре бик шуҡ ине. Ул ваҡытта төҙөлә башлаған йорттарҙың батареяһын барып алып ҡайттыҡ бер көн. Шелтә булды, әлбиттә, уның ҡарауы, төҙөлөштәге бер ағайҙың “Беҙ күтәрә алмаған тимерҙе шылдырырға нисек көсөгөҙҙән килгәндер? Баһа­дирҙар!” тигәне иҫемдә. Сос та, шуҡ та булғанбыҙ шул.
— Мәктәп баҡсаһында ла ихлас эшләнек. Һуғышта ҡатнашҡан уҡытыусы­лар һәм уҡыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында матур сәскәләр үҫтерҙек. Үҙ мәктәбебеҙҙең ветерандарын белә торғайныҡ. Шулай эшләп, үҙ хеҙмәтебеҙҙең емешен күреп үҫтек беҙ, — тип иҫенә төшөрҙө Флорид ағай. – Байрамдар гөрләп үтте, тик ниңәлер хәҙерге кеүек аҡса йыйманыҡ беҙ. Ул саҡта балалар мәктәпкә түгел, ә мәктәп балаларға ярҙам итә торғайны. Ә бит яңы ғына, әле генә... Бөгөн һәр беребеҙ үҙ юлы менән, төрлө ҡала һәм илдәрҙә йәшәй. Ул ваҡыттағы 31 уҡыусының араһында баҡыйлыҡҡа күскәндәре бар, тормош бит... Әле бына шулай 18-20-ләп һабаҡташ күрешеп торабыҙ. Мәк­тәптең юбилейынан һуң йыл һайын ара­лашырға, хәл-әхүәлдәрҙе белешергә тырышабыҙ. Йылдар үткән һайын оло тормошҡа аяҡ баҫтырған мәктәп тағы ла яҡыныраҡ тойола, балалыҡ дуҫта­рың, һабаҡташтарың шулай уҡ ҡәҙерле. Һәр береһе менән яҡты хәтирәләр бәйләй.
Яҡты хәтирәләр... Уҡытыу­сылары­быҙҙы, һабаҡташтарыбыҙҙы күргәндә күңел тағы ла яҡтырып китә. Һуңғы ҡың­ғырау ҙа бит әле генә булған кеүек... Һәм беҙ, Х “Г” класы, матур ҡыҙ һәм егеттәр, үҙебеҙҙең 44-се мәктәптең киң һуҡмағынан сәскәләр тотоп, ҡыуанышып уҙабыҙ кеүек...
“Һабаҡташтар” тигән һүҙ әңгәмәбеҙҙә шундай оло һәм ҡәҙерле булып яңғыра­ғандай. Ысынлап та, беренсе кластан бергә уҡып, уйнап үҫкән иптәштәрең, уҡытыусыларың йылдар үткән һайын яҡыныраҡ булалыр шулай. Уларҙы күреп, бала сағыңа, йәшлегеңә ҡайта­һың, шатланаһың, көләһең... Хәтирәләр – ул тарих, ә тарих – тормош, тигән берәү. Уның бер арауығында юлдаш булған кешеләр ҙә уғата ҡәҙерлелер.
Яҡты иҫтәлектәр... Яҡты юл... Йылдар үткән һайын улар яҡтыраҡ, ҡәҙерлерәк булып тойолалыр. Һабаҡташтар ана шул бала саҡҡа, йәшлеккә алып ҡайта кеүек. Ә оло тормош юлына йүнәлеш биргән уҡытыусыларҙы осратыу — үҙе бер оло ҡыуаныс. Улар ҙа бит тәрбиәләнеүселәренең ихтирамын тойоп ҡыуана торғандарҙыр. Нелли Хәбибулла ҡыҙының уҡыусылары — хәҙер инде тәжрибәле табиптар, летчиктар, уҡытыусылар, инженерҙар, иҡтисадсылар, һатыусылар, хәрби кешеләр. Уларҙың күңеле менән йәш булып ҡала алыуы ҡыуандыра. Мәктәп йылдарындағы кеүек күңелдәре яҡты хыял-маҡсаттарға бай уларҙың.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498