Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөғжизәләр донъяһында
Мөғжизәләр донъяһындаҠайҙа ул донъя, тип уйлайһығыҙмы? “Ҡурай” балалар баҡсаһында! Унда барып ингәс, ғәжәп матур, тылсымлы һәм мөғжизәле мөхиткә килеп юлыҡҡандай булаһың. Кескәйҙәрҙең һәләтен бар яҡлап асыу һәм үҫтереү, уларҙың күңелендә бала саҡтан тыуған еренә, халҡына, яратҡан ҡалаһына, яҡындарына хөрмәт, һөйөү тойғоһо уятып, кескенә йөрәктәрендә изгелек, матурлыҡ, ғорурлыҡ, илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү буйынса ҙур эш башҡара бындағы хеҙмәткәрҙәр.
Патриотик тәрбиә балалар баҡсаһының һәр төркөмөндә программаға ярашлы алып барыла. Бында башҡорт рухы хатта стеналарҙа ла сағыла. Башҡортостандың ете мөғжизәһенә арналған коридор – балалар баҡсаһының йөҙөк ҡашы. Шартлы рәүештә һигеҙенсе мөғжизәне балалар тип билдәләүҙәре лә оло символик мәғәнәгә эйә.
Исеме есеменә тап булырлыҡ Ҡурай музейы булдырылыуы ла йәш быуында милли музыка ҡоралына һөйөү тәрбиәләп кенә ҡалмай, киләсәктә ҡурайҙа уйнарға теләгән малайҙарҙың күңелендә дәрт уята. Халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев һәйкәлен, башҡорт балын, умартасыны, нәҙекәй бил – бал ҡортон, Красноусол минераль һыу сығанаҡтарын, мәғрур Ян­ғантауҙы, мәшһүр “Урал батыр” эпосын сағылдырған һүрәттәрҙе һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин бында. Уларҙың барыһы ла коридор стеналарында урын алған, балалар баҡсаһының алмаштырғыһыҙ рәссамы Альбина Өмөтбаеваның оҫта ҡулдары менән төшөрөлгән.
Балалар баҡсаһының үҙ планетарийы ла бар. Йыһан, йондоҙҙар, галактика тураһындағы тәүге мәғлүмәт менән бер рәттән йыһанға осҡан космонавтарҙың фотоһүрәттәре эленгән.
– Аш-һыу, медицина блоктары тулы­һынса заманса ҡорамалдар менән йыһаз­ландырылған. Иркен, яҡты музыка, физкультура залдары, төрлө студия, түңә­рәктәрҙә шөғөлләнеү өсөн айырым бүл­мәләр булдырылған. Кескәйҙәрҙең һәләт­тәрен һәр яҡлап үҫтереү маҡсатында робот техникаһы, шахмат, бейеү түңә­рәктәре эшләй.
– Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйлә­нештәбеҙ, бер байрам да уларһыҙ үтмәй. Иң шатландырғаны – мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары араһында үткәрелгән ҡала, республика конкурстарында ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар яулайбыҙ, – ти балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Хәлисова.
Ысынлап та, коллективта үҙ һөнәренең оҫталары эшләй. Күбеһе – йәштәр. Тәр­биәселәрҙең барыһы ла тиерлек юғары белемгә эйә, юғары һәм беренсе категориялы белгестәр. Гөлназ Тләүсина, Гөлшат Хасаева, Айгөл Ғәзизова – ысын педагогтар. Уларҙың “Буласаҡ инженерҙар беҙҙә үҫә!” – тип әйтеүҙәрендә лә тулы хаҡлыҡ бар.
Бында бер бүлмә робот техникаһы йүнәлешендә махсуслашҡан. Бәләкәй “инженерҙар” башта йомшаҡ, артабан тимер һәм электрон конструкцияларҙы үҙҙәре йыя. Малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн роботтар эшләү – бик ҡыҙыҡлы шөғөл. Кем белә, бәлки, тап улар – Сибай предприятиеларында эшләйәсәк буласаҡ инженерҙарҙыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 096

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 086

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436