Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙербеҙме ҡорбан булырға?
***
Беҙҙең халыҡта бер ваҡытта ла ҡоралды, хатта яһалмағанын, боҙолғанын да, хатта уйынсығын да алъюҫыҡҡа кешегә тоҫҡамайҙар. Хатта икмәк бысағын да һап яғы менән һоналар.
***
Илмир Ишбаев исемле егет “Бәйләнештә” селтәрендә: “Мин үҙемдең ауыл-тирә атамаларын ентекләп яҙып ҡуйҙым. Әтеү турис­тар үҙҙәре теләһә ниндәй исем ҡуша ла Интернетҡа һала. Һуңынан шул атамалар турист карталарына инеп китә...” – тип яҙҙы.
Бөтәбеҙгә лә шулай итергә кәрәк! Мөмкин булғанса, турист һуҡмаҡ­тары үткән урындарҙа яҙып та ҡуйырға ине. Атама юғалтыу – ул тарихты юғалтыу!
***
Беҙҙең ауылда япа-яңғыҙ ғына йәшәгән Хәмиҙә әбей була торғайны (йәне йәннәттә булһын). Балалары ла юҡ ине. Шул мәрхүмәкәй, иртә яҙҙан алъяпҡысына төрөп, өйөнә үлән ташый башлар ине. Беҙҙә бит тауҙар, урман, сабынлыҡтар – ботама ғына, йәғни ағастан таҙартып алынған. Йыл һайын сабынлыҡ өсөн талаш булыр ине. Ә ул өй аръяғын­дағы ҙур булмаған баҫыуынан һыйырына етерлек бесән ала алмай. Көн дә тиерлек урман буйындағы берәй уйпаттан бер йөкләм генә булһа ла үлән урып алып ҡайтып, һарай башына киптерергә һала. Шулай бесән еткереп алыр ине мәрхүмә. Игенһеҙ ерҙә тауығын да, ҡаҙын да тотто, ғаиләбеҙгә йоморт­ҡаны унан һатып ала торғайныҡ. Гел йөҙө балҡып торор ине, зарлан­ғанын ишетмәнек. Хәҙер шуны иҫкә төшөрәм дә, ниндәй сабыр, ауылдың ябай ғына, әммә бер матур шәхесе булған, тип уйлайым.
***
Бик күп башҡорт ғаиләләрендәге кеүек үк, беҙҙә лә тыуған көндәрҙе үткәреү ғәҙәте юҡ ине. Минең беренсе юбилейымды – 10 йәшемде – билдәләнеләр: әсәйем башҡаларға – берәр йомортҡа, миңә икәүҙе бирҙе... Беҙҙең ашлыҡһыҙ, таулы яҡта ул бик дефицит ине. Шуға был тыуған көнөм ғүмерлеккә күңелемә уйылып ҡалды!
***
Хәләл аҡсаның бәрәкәте лә, сауабы ла була. Килем ҡулға ингән аҡса менән генә иҫәпләнмәй.
***
Халҡыбыҙҙа ғибәрә бар бит – һүҙ баҫа. Һүҙ баҫҡан кеше ауырый башлай. Бына шулай ул яман һүҙ, ғәйбәт шауҡымы. Үҙе күренмәй, үҙе ҡаныңды һура.
***
Пәйғәмбәребеҙҙең этте яратма­ғаны билдәле, ул уны өйҙә тоторға рөхсәт итмәгән. Әммә бер сәфәрҙә китеп барғанда сереп еҫләнгән эт мәйетенә осрағас, ҡарағыҙ әле, теш­тәре ниндәй ап-аҡ, матур, тип иғти­барҙы ерәнгес нәмәнән икенсегә йүнәлткән. Ошо үҙе бер һабаҡ түгелме?
***
Кейем өсөн кәмһенеү тойғоһо һалырға ярамай балаға! Киреһенсә, ниндәй генә кейем булғанда ла таҙа, бөхтә, килешле булһын тиеү күпкә дөрөҫ, сөнки тормош хәле нисек булмаҫ, фәҡир генә кейенергә тура килгән саҡтар булыуы ихтимал. Бала, иң мөһиме, ни хәлдә лә үҙен кәм тоймаҫҡа өйрәнергә тейеш!
***
Википедияла монголса-башҡорт­са һүҙлек эшләүҙе яйлап ҡына дауам итәм. Әлегә ул инкубаторҙа. Яңыраҡ учрах тигән һүҙҙе яҙып ҡуйҙым. Танылып тора, уйлап ҡараһаң. Был – ҡылым формаһы. Осрау, осратыу, тап булыу тип тәржемә ителә.
Өргөн тигән һүҙ ҙә осраны. Киң, яҫы тигәнде аңлата икән. Әле 650 һүҙҙе тәржемә иткәнмен. Оҡшаш һүҙҙәр килеп сыға. Бигерәк тә мал-тыуарға бәйле һүҙҙәрҙә уртаҡлыҡ бар. Мәҫәлән, уларҙа ветеринар – малын эйч.
***
Хәҙер балалар башҡортса һөйләшә белмәй, ә беҙ мәктәптә уҡығанда урыҫ телен аңлап етмәй яфалана инек.
“Пуссида будит сонсы, пуссида будит нибы, пуссида будит мама, пуссида буду я!” – тип йырлаған була торғайныҡ.
***
Һуғыш ваҡытында ҡайнағам, 13 йәшлек малай, астан шешенгәс, ҡәй­нәмә һыйырҙы һуйырға рөхсәт итмә­гән (өйҙә иң ҙур ир кеше ул булған). Минең өсөн һыйырыңды һуйһаң, бөтәбеҙ ҙә, күпмелер үткәс, астан үләсәкбеҙ, тигән. Әмәлгә ҡал­ғандай, бер юлсы килеп кереп, ҡыйпылсыҡ ҡына икмәк биреп, бала­ны үлемдән ҡотҡарғандар.
Шул бала кеүек үҙеңде башҡалар хаҡына ҡорбан итер­гә әҙер тороу беҙгә һуғышта еңеп сығырға ярҙам иткәндер ҙә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 446

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 239

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 095

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 085

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436