Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телдәренә – ҡеүәт, рухтарына – көс!
Телдәренә – ҡеүәт, рухтарына – көс!Урал батырҙың йәнтөйәгендә йәшәп, ул эскән һыуҙарҙы эсеп, эҙҙәренә баҫып, һүнмәҫ рухы менән һуғарылып та, ҡаһарманлығына мәҙхиәләй яңғыраған эпосты белмәй үҫеү үҙе гонаһ булыр ине. Нәҡ ошо маҡсаттан сығып, 1996 йыл башында Бөрйәндә мәшһүр әҫәрҙе яттан һөйләүселәр конкурсы ойошторолғайны. Ул республикала хуп­лау табыу арҡаһында райондарҙы гиҙеп-айҡап сыҡҡандан һуң, 2014 йылда үҙебеҙҙең хакимиәт етәкселеге, мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән яңынан тарихи ерлегенә ҡайтарылды.
Абруйлы яҡташыбыҙ, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы методисы Роза Ғүмәрованың йәнә бер идеяһының бойомға ашыуы был: Бөрйәндә өсөнсө йыл инде балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында ла “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһе үткәрелде. Тәүгеһендә үк етмешләгән кескәй һүҙ оҫтаһы майҙан тотҡайны. Балаларының сығышын тамаша ҡылырға һәм күтәрмәләргә атайҙарҙың да күпләп йыйылыуы ойоштороусыларҙы тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Үҙенә күрә оло тәрбиә һәм рух мәктәбе ул был конкурс.
Быйылғыһына ла бәләкәй яҡташтарыбыҙ бик етди әҙерләнгәйне. Кескәйҙәрҙән бигерәк атай-әсәйҙәр борсола, балаһының сығыш мөҙҙәтен түҙемһеҙләнеп көтә. Ул-ҡыҙҙарына үҙҙәренең шәхсән приздарын тотоп килгәндәр ҙә күренә. Балаларға, йәшенә ҡарап, 50 – 250 юллыҡ өҙөк ятлау шарт итеп ҡуйылғайны.
Телдәренә – ҡеүәт, рухтарына – көс!– Халҡыбыҙҙың баһалап бөткөһөҙ эпик ҡомартҡыһын яттан һөйләп, уның асыл-мәғә­нәһенә төшөнөргә тырышып, ысын мәғәнәһендә Урал батыр вариҫы икәнегеҙҙе сәсәнлегегеҙ менән раҫлап, бик ҙур эш башҡараһығыҙ, – тине район хакимиәтенең мәғариф идаралығы методисы Роза Ғүмәрова, йәш һүҙ оҫталарына уңыш теләп. – Мәшһүр эпосыбыҙ яҡшыны ямандан айырырға, атай һүҙен тоторға, ер-һыуыбыҙға һаҡсыл, хужаларса ҡарашта булырға өйрәтә. Әҫәрҙәге мәсьәләләр әле лә көнүҙәк. Әйтәйек, атай-әсәй һүҙен тотмай, халҡының ғөрөф-ғәҙәтенән ситләшеп, ярамағанды ҡулланып, күпме йәштәребеҙ ғүмерен ағыулай, яҙмышын яралай. Эпосҡа халҡыбыҙҙың быуаттар буйы туплаған аҡылы, тәрбиә өлгөһө, тел байлығы, рух бөйөклөгө, тормошҡа, тәбиғәткә, кешелеккә һөйөүе һыйған. Уны уҡып, яттан һөйләп, һеҙ, балалар, рух ҡанаттарығыҙҙы үҫтерәһегеҙ, ҙур осоштарға әҙерләйһегеҙ. Ошо юлда фәҡәт уңыштар насип булһын үҙегеҙгә!
Ҡатнашыусылар майҙанға сыҡты. Ике төркөмгә (өс-биш һәм алты-ете йәшлектәр) бүленеп һынау тотто улар. Ата-әсәләре, тәрбиәселәре ярҙамында ғәжәйеп матур, үҙенсәлекле костюмда сығыш яһағандар бихисап булды. Күпселек милли кейемде үҙ иткән.
Кескәй сәсән-сәсәниәләрҙең сығышын тамашасылар хайран ҡалып ҡараны, һәр һүҙен әсирләнеп тыңланы. Ә бына сәхнә түренә март аҙағында ғына ике йәше тулған Фаягөл Асҡарова сыҡҡас, залда себен осһа ла ишетелерлек тынлыҡ урынлашты. Әсәһенең ҡулындағы сабый эпостың 40 юлын ятлап ишеттерҙе! Күптәр Ҡурғашлы ауылы ҡыҙсығының сығышын күҙенә йәш алып тамаша ҡылды. Шунһыҙ мөмкин дә түгел ине: бәғзе тиҫтерҙәре әлегә йүнләп һөйләшә лә алмағанда, был сабый, ҙур сәхнәгә сығып, үлемһеҙ “Урал батыр”ҙы яттан һөйләп торһон әле! Бына ҡайҙа ул рух бишеге, бына ҡайҙа ул Урал вариҫтары!
Яңы Монасиптан Софья Григорьеваның эпос­ты башҡортса сатнатып тасуири ятлауы, Әтектән Наҙгөл Әбдрәхимованың әҫәрҙең өлөшөн урыҫ һәм башҡорт телдәрендә яңғыратыуы, тыпырлатып бейеп китеүе, Иҫке Собханғолдағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан Розалия Буранованың сығышын тулыһынса тиерлек ҡобайыр рәүешендә башҡарыуы, ҡумыҙ сиртеүе, Наҙгөл Ваһапованың уҡ-һаҙаҡ менән “ҡоралланып” килеп, егеттәрсә таһыллыҡ, мәргәнлек менән уҡ атып ебәреүе, Баҙал биҫтәһенән Ләйсән Ҡарабаеваның тиренән тегелгән кейемендә ялан аяҡ сығып баҫыуы, Байназарҙан Алмас Ишбулатовтың “йәнлек аулауы” һәм башҡа күренештәр иҫ китмәле тамаша булды. Кескәйҙәрҙең сәхнәлә үҙен иркен тотоуы, тасуирилыҡҡа баҫым яһауы, “р” өнөн әйтә алмаған балаларҙың да һынатмаҫҡа тырышыуы күңелгә дәрт өҫтәп кенә ҡалманы, киләсәгебеҙ бар, һәм ул ышаныслы ҡулдарҙа, тигән өмөттө баҙлатып ебәрҙе.
Конкурстың төп героиняһы Фаягөл Асҡарова “Тамашасы һөйөүе” номинацияһы еңеүсеһе булды. Бүләген генә сәхнәгә үҙе сығып ала алманы: ике йәшлек сәсәниә арып-талып йоҡлап киткәйне. Шулай уҡ “Өмөт”, “Иң сағыу сығыш”, “Зауыҡлы башҡарыусы”, “Сая ҡыҙ”, “Сая егет”, “Йәш сәсәниә”, “Оҫта башҡарыусы”, “Урал батыр вариҫы” номинацияларында еңеүселәр ихлас тәбрикләнде. Өс-биш йәшлектәр араһында тәүге урындарҙы Наҙгөл Ваһапова, Айлина Иҫәнгилдина, Илзидә Ғиззәтуллина, Луиза Мөхәмәтова, Алмас Ишбулатов, Азалия Юлдашева, Тайфур Сәйетбатталов бүлеште, төп бүләккә иһә Ләйсән Ҡарабаева лайыҡ булды. Ә алты-ете йәшлектәр араһынан Юлиә Ишбулатова, Наҙгөл Абдрахманова, Айзилә Дилмөхәмәтова, Яҙгөл Зыянбаева, Гөлиә Ғайсина, Тимерхан Мәжитов, Рамаҙан Исмәғилев, Айзәниә Сәғитова еңеүселәр тип табылды, Гран-при хужаһы – Розалия Буранова.
Урал батыр исемен сығышы менән аҡланы, үҙҙәренең башҡортлоғон, рухын яҡланы йәш сәсәндәр. Телдәренә – ҡеүәт, таланттарына – балҡыш, рухтарына көс булһын уларҙың йондоҙло сәғәте!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506