Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Киндервиль” кескәйҙәрҙе көтә
“Киндервиль” кескәйҙәрҙе көтәРеспубликала балаларҙың һәләтен төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Әлбиттә, ҡалала йәшәгән ғаиләләргә бәләкәстәрен төрлө үҙәктәргә йәки клубтарға алып барыу мөмкинлеге бар. Күптән түгел бындай үҙәк Ауырғазы районында ла асылды. Талбазы ауылының “Киндервиль” балалар клубы етәксеһе Гөлназ ӘҘИЙӘНОВА менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.
– Гөлназ Рәжәп ҡыҙы, ра­йон балаларын хәстәрләп тор­мошҡа ашырылған маҡ­сатлы эшегеҙ хаҡында һөй­ләгеҙ әле.
– “Киндервиль” балалар клубы быйыл яҙ асылды. Беле­үе­беҙсә, бигерәк тә мәктәпкәсә осорҙа балаларҙың аҡыл үҫеше әүҙемләшә, шуға ла кескәй йәштәгеләргә айырыуса иғтибар бүлеү мөһим. Беҙҙең клубта 3 – 7 йәшлек бәләкәстәр шөғөл­ләнә. Йәштәренә ҡарап дүрт төркөмдә төрлө мауыҡтырғыс дәрес-уйындар үткәрелә.
– Дәрестәр ниндәй йүнә­лештәрҙә алып барыла?
– Балаларға математика, тирә-яҡ мөхит тураһында баш­ланғыс белемде бик ҡыҙыҡлы итеп бирергә тырышабыҙ. Ижади, музыкаль һәләттәрен асыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Шулай уҡ телмәр үҫтереү буйынса ла төрлө дәрестәр ҡаралған, бынан тыш балалар бейеү, ҡул эштәре түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Һәр төрлө шөғөл күңелле уйындар, музыкаль тәнәфестәр, бармаҡ­тар өсөн ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр менән аралашып бара. Балалар менән ҙур тәжрибәле бел­гестәр эшләй.
– Тағы ла ниндәй үҙен­сә­лек­ле саралар ҡаралған һеҙҙә?
– Мәҫәлән, 3–5 һәм 5–7 йәш­лектәрҙе туплаған төркөмдәрҙә инглиз теленән уйын форма­һында ҡыҙыҡлы күнекмәләр үткәрелә. Кескәйҙәр бит бөтә нәмәне тиҙ отоп алыусан. Балалар менән бергә инглиз телендә йырҙар өйрәнәбеҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ, хатта бәләкәй генә спектакль ҡуйыу уйы ла бар. Шулай уҡ балаларға мәктәпкәсә әҙерлек үтергә лә мөмкинлек булдырылған. Ә 3 йәштән балалар хореография буйынса дәрестәргә йөрөй, логопедия дәрестәрендә иһә индивидуаль һәм төркөмдәрҙә шөғөлләнәләр.
“Киндервиль” кескәйҙәрҙе көтә – Нисек уйлайһығыҙ, районда ошондай балалар клубын асыу унда йәшәгәндәр өсөн әһәмиәтлеме?
– Урындарҙа ошондай клуб йәки үҙәктәрҙең асылыуы ата-әсәләр тарафынан да хуплау табыр, тип уйлайым. Беҙ мәғлүмәт заманында йәшәйбеҙ, кешеләр ситтән килгән төрлө мәғлүмәт-белемде ҡабул итеп өлгөрөргә лә тейеш. Айырыуса был мәктәп йәшендәге балаларға ҡағыла. Уларҙы заман ағымына алдан әҙерләү, аң һәм ижади һәләттәрен үҫтереү йәмғиәттәге мәғлүмәти белемдең кәрәклеһен алып өйрәнергә ярҙам итәсәк. Ә аң-белемде төрлө алымдар менән ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп еткереү балаларҙың үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Билдәле, балаларға саҡ ҡына ваҡыт бүлгәндә лә (мәҫәлән, төрлө уйындар уйнау, картиналар күрһәтеү, китап уҡыу) уларҙың ҡыҙыҡһыныуы арта, улар күҙгә күренеп төрлө яҡлап үҫешә.
Икенсе яҡтан, балалар өсөн ойошторолған маҡсатлы танып-белеү дәрестәре – бәләкәйҙәргә кире йоғонто яһаусы компьютер, планшет, телефондарҙан йыраҡ тороу мөмкинлеге лә. Күп осраҡта көнө буйы эштә булған ата-әсәләрҙең балалар менән айырым шөғөлләнергә ваҡыты етмәй. Беҙҙең клубҡа иһә балалар аҙнаһына ике тапҡыр, киске алтынан алып бер сәғәт дауамында шөғөлләнә ала, уларға йүгереп алырға, төрлө уйындар уйнарға, аралашырға, һәр яҡлап үҫешергә мөмкинлек бар. Ғөмүмән, күңелһеҙләнеп ултырырға урын ҡалмай. Ошо яғы менән балалар клубының булыуы әһәмиәтле тип уйлайым.
– “Киндервиль” балалар клубы ҡайҙа урынлашҡан, ата-әсәләр үҙҙәрен ҡыҙыҡ­һын­дырған һорауҙар менән ҡайҙа мөрәжәғәт итә ала?
– Ул Талбазы ауылының “Бизнес үҙәге”нең икенсе ҡатында урынлашҡан. Ә өҫтәмә һорауҙар буйынса “Бәйләнештә” социаль селтәренең “Киндервиль-Талбазы” төркөмөнә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Тиҙлекте үҙ иткән үҙгәреүсән заман шарттарында был тормошта үҙ урынын табырға бурыслы йәш быуындың киләсәген бәләкәйҙән хәстәрләү мөһим. Шуға ла кесе йәштәгеләргә һәм уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә иғтибар бүлеү – ата-әсәләрҙең төп бурысы. Һәр ата-әсә балаларының шөғөлдәренә һәм үҫешенә ваҡытында иғтибар итһә ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 597

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 205

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 096

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 086

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436