Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илһөйәрлек тәрбиәләү – мөҡәддәс бурыс
Үҙ илеңдең патриотын тәрбиәләү – ул күп яҡлы хеҙмәт. Балала илһөйәрлек тойғоһо үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәй, эҙмә-эҙлекле эш алып барғанда ғына ул формалаша. Сибайҙа йәш быуынды Ватанға һөйөү рухында тәрбиәләүгә ныҡлы иғтибар бүленә. Ҡаланың 5-се мәктәбе был йәһәттән бай тәжрибә туплаған. Элекке традицияларҙы ҡайтарыу һәм йәштәргә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү, хәрби хеҙмәткә әҙерләү йәһәтенән мәктәптә 2001 йылда “Батырлыҡ” хәрби-патриотик клубы булдырыла.

Йәш быуынға төплө белем биреү, уны үҙаллы тормошҡа әҙерләү менән бер рәттән, егет һәм ҡыҙҙарҙы ватансылыҡ һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре уртаға һалып тикшерелә. Кадет клубы – ысын мәғәнәһендә ғорурлығыбыҙ.
Бында тәрбиәләнгән ҡыҙ һәм егеттәр, белем алыу менән бер рәттән, Ватан һаҡсылары булып үҫә, үҙаллы тормошҡа әҙерлекле, ныҡлы рухлы булып аяҡ баҫа. Йәштәр әрме тормошоноң бар нескәлектәрен үҙләштерә: сафта атлау, автоматтан атыу, уставты, граждандар оборонаһы элементтарын өйрәнеү кеүек мөһим талаптар аша үтә. Аныҡ көн тәртибе үтәлә, бөхтәлек һәм таҙалыҡ урынлаштырыла. Кадеттар хәрби форма кейеп йөрөй.
“Ватансылыҡ – тыуған илгә, ергә, уның хал­ҡына, теленә, диненә, тарихы һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү. Тыуған илгә мөхәббәт хисе һәм тыуған ил үҙе – юғары ҡиммәттәр, кеше өсөн иң изге, ҡәҙерле төшөнсәләр. Йәш быуында тотороҡло патриотик, юғары рухи-әхлаҡи сифаттар, ысын граждан итеп тәрбиәләү – төп бурыс”, – тигән фекерҙә ололар.
Йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү мәсьәләһе һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Йәм­ғиәтебеҙ өсөн төплө белемле һәм рухлы граждандар әҙерләү менән бергә милли-мәҙәни традицияларҙы һаҡлап ҡалыуҙа ла өлкән быуын­дың өлөшө ифрат ҙур, һәр ветеран йәш быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә. Ҡалалағы “Фронтташ әхирәттәр” клубы, ҡала ветерандар советы, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Руслан Сафиуллин – йыш ҡунаҡтар. Тормош тәжрибә­һенә эйә өлкәндәрҙең файҙалы һәм урынлы кәңәше үҫмерҙәргә бер ваҡытта ла артыҡ булмай. Малай һәм ҡыҙҙарҙың йәмәғәт эшенә һәм үҙаллылыҡҡа өйрәнеп үҫеүенә булышлыҡ итә, уларҙа үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү, үҙеш­мәкәрлек, үҙаллы ойошоу һәм үҙидаралыҡ кеүек киләсәк тормош өсөн кәрәкле сифаттар тәрбиәләй.
“Ватансылыҡ рухында тәрбиәләгәндә, иң беренсе, йәш быуындың донъялағы, илдәге, тө­бәктәге дөйөм сәйәси хәлде, ҡуйылған маҡсат­тарҙы, был тәңгәлдә үҙеңдең патриотик буры­сыңды, Ватандың намыҫын һәм мәнфә­ғәттәрен һаҡларға, яҡларға әҙер булыу кеүек социаль һәм әхлаҡи сифаттарҙы үтәүе кәрәк”, – ти полковник, ветерандарҙың ҡала Советы етәксеһе Рәшит Иҙрисов.
Кадеттар төрлө быуын, төрлө вәкил кешеләре менән осрашып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә ватансылыҡ темаһына төрлө проекттар әҙерләй, сығыш яһай. Ватан өсөн ғүмерен аямай фиҙа ҡылған яҡташтарыбыҙ бихисап. Тап ошо ҡаһар­мандарыбыҙ үҫеп килеүсе быуынға батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Намыҫ, хөрмәт, тәртип, иптәшлек хисе, әҙәп һүҙҙәренең мәғәнәһен яҡшы аңлаған кадет клубы тәрбиә­ләнеүселәре, ошоларҙы иҫкә алып, тематик сәғәттәр үткәрә, уларға оҡшарға тырыша.
Спорт һәм ватансылыҡ берҙәм, улар бер-береһен тулыландыра, йәш быуынды тағы ла көслөрәк итә тигән фекер менән тулыһынса килешә балалар. Буш ваҡыттарында спорт менән шөғөлләнәләр, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар, өҫтәмә дәрестәргә йөрөйҙәр. Үткәрелгән төрлө спорт сараларында, мәҙәни конкурстарҙа, ярыштарҙа беҙҙең кадеттарҙың өлөшө бик ҙур. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған хәрби парадта ла беҙҙекеләр төп көстө тәшкил итә.
Кадет клубы етәксеһе Рәшит Иҙрисов әйтеүенсә, кадеттар үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, артабан кәрәкле белгестәр булып китә, хәрби хеҙмәттә элиталы ғәскәрҙәргә эләгеүҙәре лә улар өсөн оло ҡыуаныс. Армиянан егеттәрҙең ата-әсәләренә Рәхмәт хаттары килеү ҙә шул турала һөйләй.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518