Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ай ҙа ярамай, ҡояш та…
“Ай менән ҡояш та ярамағанды, кеше бер-береһенә ярай аламы инде” тигән һүҙҙәрҙе ишеткә­негеҙ барҙыр. Ысынлап та, әҙәм балаһы эҫе көндәрҙә “Ниңә был тиклем ҡыҙҙыра икән” тип ҡояшҡа ризаһыҙлыҡ белдерһә, ҡараңғы төндәрҙә “Исмаһам, айы ла нығыраҡ яҡтыртмай бит әле” тип әйтеп ҡуя.
Кеше ни тиклем генә камиллыҡҡа ынтылмаһын, бөтөнөһө менән идеаль мөнәсәбәт ҡорорға тырыш­ма­һын, барыбер ҙә барыһына ла ярай алмай. Һәм быға ынтылырға кәрәкмәй ҙә, сөнки һәммәһенә яҡшы булам тип, үҙеңә зыян килтерергә, ваҡытыңды сарыф итергә, асы­лыңды юғалтырға була. Эйе, эргә-тирәләге кешеләр һеҙҙең менән мөнәсәбәттән нимәлер көтә, нимә­гәлер өмөт итә. Әммә тормошоғоҙ тик һеҙҙеке генә һәм уны башҡа кешенең ышанысын аҡлауға бағышларға тейеш тә түгелһегеҙ. Иң мөһиме – үҙегеҙ көткәндәргә, хыял иткәндәргә өлгәшергә тырышығыҙ, тәү сиратта һеҙҙең өмөт аҡланһын.
Көндәлек тормошта беҙгә бихисап кеше менән аралашырға тура килә. Улар араһында бәләкәй генә яҡшылыҡты ла ҙур итеп ҡабул итеп, рәхмәтле була белгәне лә, күберәк изгелек ҡылған һайын, уны шулай тейеш тип ҡабул итеп, елкәгә менеп ултырғаны ла бар. Һуңғыларының бер йомошон үтәмәгән осраҡта һеҙҙең быға тиклем эшләгән яҡшылыҡта­ры­ғыҙҙы онотоп, үпкәләп, ғәйеп тойғоһо тағырға маташыуы ла күҙәтелә.
Бындай төр кешеләр менән мөнә­сәбәтте нисек ҡорорға? Барыһына ла ярарға тырышыуҙан, кеше фекеренә артыҡ бәйлелектән нисек арынырға?
Беренсенән, бар кешенең дә тормош ҡиммәттәре һәм ҡараштары һеҙҙеке менән тура килә алмай – шуны аңларға кәрәк. Күпме кеше – шул сама фекер. Кемдеңдер тормош фәлсәфәһе, донъяуи ҡиммәттәре, йәшәйешкә ҡараштары һеҙҙекенә тап килмәһә, бында бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ. Әгәр ҙә һеҙ кем менәндер ниндәйҙер бер мәсьәләлә уртаҡ тел табаһығыҙ икән, бик яҡшы, ә юҡ икән – үлемесле түгел, һәр берегеҙ үҙ фекерендә ҡала, тик бер-берегеҙгә “минеке генә дөрөҫ” тип үҙ принцибығыҙҙы тағырға тырышмағыҙ.
Тормош ҡиммәттәре тураһында һүҙ барғанда, тағы ла шуны әйтеп үтергә кәрәк. “Һин яҡшыраҡҡа лайыҡһың” тигән һүҙҙәр менән бер кеше икенсе­һен нимәгәлер өндәй: мәҫәлән, йәше­рәк һәм сибәрерәк кәләш, байыраҡ кейәү, яңы эш, ҙурыраҡ өй… Икенсе кеше ризалашмаған осраҡта: “Мин һиңә бәхет теләп, яҡшыраҡ тормошҡа саҡырам, ә һин ҡабул итмәйһең”, – тип үпкәләргә лә күп һорамай. Ә быларҙың тәғәйен кеше өсөн ысынлап яҡшыраҡ икәнлеген ниндәй күҙлектән сығып ҡарар итә, шулай иткәндә һәйбәтерәк булғанлығын ҡайҙан белә ул? Нимә яҡшы, нимә насар икәнлеген һәр кем үҙе өсөн үҙе хәл итә, сит кешеләр үҙ тәжрибәһенән сығып фараз ғына ҡыла ала. Нисек йәшәргә, нимә эшләргә кәрәклеген һәр кем үҙе билдәләргә хоҡуҡлы.
Икенсенән, нимәлер һеҙҙе бәхетле итә икән, тимәк, ул һеҙҙең өсөн иң яҡшыһы. Әгәр ҙә нимәлер эшләп, кем менәндер аралашып, үҙегеҙҙе бәхетле тояһығыҙ икән, тимәк, был ысынлап һеҙҙеке һәм башҡа кешеләрҙең фекере бер ниндәй ҙә әһәмиәткә эйә түгел. Әлбиттә, ошо эштәр һәм һүҙҙәр үҙегеҙгә, башҡа кешеләргә һәм йәмғиәткә зыян килтермәҫкә тейеш – быны ла күҙ уңынан ысҡындырып ебәрмәгеҙ. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: әгәр ҙә башҡалар һеҙҙең ҡарашты, һеҙ яратҡан нәмәне ҡабул итә алмай һәм бер туҡтауһыҙ тәнҡитләй икән – был шәхсән уларҙың проблемаһы. Иң мөһиме, күңелегеҙҙә яҙмышығыҙ­ҙан, эштәре­геҙҙән, һөйләгән һүҙҙәре­геҙ­ҙән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо булһын, эске гармония һәм бәхет осҡоно һүн­мәһен.
Өсөнсөнән, үҙегеҙгә бирелгән ғүмерҙе бар кешегә лә ярайым, уларҙың өмөтөн аҡлайым тип үткәреү дөрөҫ булмаҫ.
Хаталарҙан беребеҙ ҙә азат түгел. Яңылышҡан ваҡытта, беҙгә ысынлап яҡшылыҡ теләп, беҙҙе ҡайғыртҡан кешеләр ярҙамға киләсәк, ә һәр ваҡыт тәнҡитләп, ғәйеп тойғоһо тағырға маташҡандар йә иһә “Башҡа кешеләр миңә тейеш” тип ҡарарға күнеккәндәр ярҙам итеү урынына яңы проблемалар өҫтәргә лә һәләтле. Шуға күрә бындай кешеләр менән аралашыуҙан күңелегеҙҙә ауыр тойғолар ҡала, улар һеҙҙең рухи һәм башҡа яҡтан үҫеше­геҙҙе тотҡарлай икән, мөнәсәбәттәрҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡартырға була. Кәрәк ваҡытында ҡәтғи генә итеп “юҡ” тип әйтә белеү ҙә үҙенә күрә бер оҫталыҡ. Барыбер һеҙ ундай кешеләргә 100 процентҡа ярай алмаясаҡһығыҙ һәм быға ваҡыт әрәм итеү хата булыр. Бер генә тапҡыр бирелгән ошо матур ғүмерҙе үҙебеҙ теләгәнсә ҡороп, үҙебеҙҙең хыял-маҡсаттарыбыҙға ирешеп йәшәйек!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518