Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тере етем” үгәйһетелә
Гәзитебеҙҙең йома һандарының береһендә Рәшит Кәлимуллиндың “Етем хаҡы – тәңре хаҡы” тигән мәҡәләһе баҫылғайны. Билдәле журналист уйланырға урын ҡалдырырҙай етди көнүҙәк мәсьәлә күтәреп сыҡҡан, етем бала-сағаның киләсәгенә тәьҫир итерҙәй борсоулы хәлдәргә туҡталған. Уның урынлы фекерҙәрен дауам итеп, ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙың тағы бер төркөмөнә ҡағылышлы күҙәтеүҙәрем менән уртаҡлашырға тәүәккәлләнем.
Һүҙем – ата-әсәләре була тороп, ҡарауһыҙ ҡалған бала-саға хаҡында. Халыҡ элек ундайҙарҙы “тере етем” тип йөрөткән. Был әйтеп бөткөһөҙ аяныслы күренештең сәбәптәре лә билдәле: наркотиктар, араҡы, һыра, хатта “фанфурик” ҡолдарына әүе­релгән ата-әсәләр үҙ балаларына ҡул һелтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сабый­ҙарының яҙмышы ундайҙарҙы һис ҡыҙыҡһын­дырмай, уларҙың бар мәшәҡәте кәйеф-сафа ҡороуҙы дауам итеү өсөн мөмкинлек эҙләүгә генә ҡайтып ҡала. Әлбиттә, уларҙың төрлө сәбәптәр арҡаһында насар юлға баҫыуы үҙе ҙур фажиғә. Уйлауымса, күбеһе үҙҙәре ярҙамға (әйтәйек, мәжбүри дауалауға) мохтаждыр. Әммә был – айырым иғтибар талап иткән борсоулы тема. Әле һүҙем ул хаҡта түгел.
Шөкөр, Хөкүмәт “тере етемдәр” хаҡында ла етди хәстәрлек күрә: иң яҡын кешеләре ташлаған сабыйҙарҙың байтағы балалар йорттарында тәрбиә­ләнә, күпмелер өлөшө – туған-тыума­саһы ҡарамағында. Йәштәре, һаулыҡ­тары, көнкүреш шарттары мөмкинлек биргән осраҡта ейән-ейәнсәрҙәрен өләсәйҙәре үҙҙәренә тәрбиәгә ала. Дөрөҫ, бының өсөн улар иң тәүҙә ҡырҡмаһа-ҡырҡ белешмә юллай, ентекле медицина комиссияһы үтә, хатта махсус ойошторолған опекунлыҡ курсында уҡып ала. Хөкүмәт опекундарға ла баланы ҡарауға ай һайын биш мең һум самаһы күләмендә пособие түләй.
Шул тәңгәлдә яңыраҡ троллейбуста осраҡлы ишетеп ҡалған бер хәбәрҙе килтереү урынлы булыр, моғайын. Ярайһы уҡ оло йәштәге ике ҡатындың береһе икенсеһенә:
– Ейәнемде бер үҙем бағам, – тип һөйләп ултырҙы. – Айына биш мең самаһы һум пособие алабыҙ. Элегерәк был пособиеның күләме һәр йыл башында бер аҙ арта торғайны, һуңғы бер нисә йылда бер тин дә өҫтәлгәне юҡ. Үҙемдең пенсиям 10 мең һум...
– Мин дә ике ейәнсәремде үҙем үҫтерәм бит, – тип һүҙгә ҡушылды икенсеһе. – Ҡыҙҙарымдың береһенә шундай уҡ пособие килә, икенсеһе тыуғандан алып шәкәр ауырыуынан яфалана, шуға уның пособиеһы мең һумдан ашыуға күберәк, уға пенсия ла түләнә. Дөрөҫ, ул балаҡайымдың пенсияһы үҙенә дарыу-фәләнгә генә етеп ҡала. Үҙемдең пенсиям 11 мең һум. Һеҙгә ауырыраҡҡа тура киләлер инде. Аҙыҡ-түлеккә лә, ут-һыуға ла хаҡ артып ҡына тора бит. Балаларҙы ашатырға, кейендерергә, уҡытырға ла кәрәк.
– Тырыштырабыҙ инде, ҡайҙа бараһың, – тине тәүгеһе. – Улым менән киленем ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителде, алимент түләргә тейештәр ҙә бит, әммә уларҙан ни өмөт итәһең инде...
– Был хаҡта һөйләйһе лә түгел, ҡыҙым менән кейәүем дә балаларын иҫтәренә лә төшөрмәй, – тип әңгәмәне дауам итте икенсе ханым. – Күптән айырылғандар, һәр кеменең үҙ тормошо, баштарын бер йүнһеҙлеккә һалғас, әҙәм хурлығында көн итәләр шунда, яҡшылап йәшәп киткән урындары, даими эштәре лә юҡ.
– Телевизорҙағы тапшырыуҙарҙан күренеүенсә, ҡайһы бер өлкәләрҙә опекундарға беҙҙекенән ике-өс тапҡырға артығыраҡ пособие түләнә икән, – тип әйтеп ҡуйҙы тәүге апай.
– Ярай инде, Хөкүмәт беҙҙең ише­ләрҙе бөтөнләй ташламай бит әле, – икен­сеһе шулай тип һүҙҙәрен йомғаҡ­ланы. – Ауырлыҡтарға күнегел­гән инде. Ғәзиз ейән-ейәнсәрҙәребеҙ генә яны­быҙ­ҙа булһын...
Ысынлап та, етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған сабыйҙар хаҡында дәүләт хәстәрлек күрә. Рәшит Кәлимуллиндың мәҡәләһенән күренеүенсә, балалар йорттарында тәрбиәләнгәндәр бәлиғ булғас, айырым торлаҡ алыу хоҡуғына ла эйә. Балалар йорттарына һәр бала иҫәбенә бүленгән аҡсаның да 5250 һумға ғына ҡайтып ҡалмауы билдәле.
Ә шулай ҙа бер уй тынғы бирмәй: Башҡортостан хөкүмәтенең 2016 йылдың 12 декабрендә ҡабул иткән 518-се ҡарарына ярашлы, республи­кабыҙҙа балалар өсөн йәшәү минимумы 8342 һум тип билдәләнгән. Тере етемдәргә йәшәү минимумынан 3092 һумға кәмерәк пособие түләнә. Ошо һандарҙан күренеүенсә, ата-әсә­лә­ренең йүнһеҙлеге арҡаһында өләсәй­ҙәре ҡарамағында ҡалған тере етемдәр һәр яҡлап үгәйһетелгән хәлдә килеп сыға түгелме һуң? Хәйер, улай уҡ түгел – бындай сабыйҙарҙың үҙ өлә­сәйҙәренең хәстәрлеген, яратыуын, ҡулдарынан килгәнсә ҡәҙерләүен тойоп үҫеүе үҙе генә ни тора! Ә өләсәйҙәр зарланмай, ҡайһы берҙә әлеге троллейбустарҙа бер-береһенә “күңел бушатып” ҡына ала...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 445

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 640

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514