Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарих арбаһында елербеҙме-юҡмы?
Тарих арбаһында елербеҙме-юҡмы?Глобалләшеү шарттарында беҙ Ер шары берәү, кешелек, бөтә донъя халҡы – дөйөм бер бөтөн система һәм уның ҡанундарын боҙмай, татыу йәшәргә кәрәк икәнлеген аңланыҡ. Әммә был төрлө халыҡтарҙың айырылғыһыҙ рәүештә уҡмашып, телдәр бөтөп, халыҡ мәҙәниәте лә киң мәҙәниәткә әйләнеп китә тигәнде аңлатмай. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, донъя тарихында глобалләшеү әле генә барлыҡҡа килмәгән, “Көслөнөкө – замана” тигәндәй, ниндәйҙер илдәр, халыҡтар йотолоп, яңылары барлыҡҡа килеп торған.
Заманыбыҙҙың төп үҙенсәлеге – кешенең йәне, аңы өсөн көрәш. Донъяға идара итәм тиһәң, кешенең аңын ең. Ҡалған яғын ул үҙе, үҙ теләге менән эшләйәсәк. Кешенең аңына “Беҙ гло­балләшеү осоронда йәшәйбеҙ, балабыҙҙы туған телдә уҡытыуҙан бер фәтүә лә юҡ, урыҫса уҡытһам, исмаһам, наҙан ҡалмаҫ” тигән ялған, хаталы ҡараш 60-сы йылдарҙан уҡ индерелә башлап, әле үтә киҫкенләшкән осоро. Хәҙер беҙ, башҡорт кешеләре, үҙ милләтебеҙҙән, телебеҙҙән оялмай, телебеҙҙең, йыр-моңдарыбыҙҙың Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән бер хазина икәнен аңлаһаҡ һәм ошо өлкәлә киҫкен саралар күрһәк, телебеҙҙең, иле­беҙҙең киләсәге буласаҡ. Рум сүрәһенең 22-се аятында былай тип әйтелә: “Уның күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар итеүе лә, Уға телдәрегеҙҙе, тән төҫтәрегеҙҙе төрлө-төрлө итеп яралтыуы ла – Аллаһтың бәхәсһеҙ дәлилелер. Хаҡтыр, быларҙа хәбәрҙәр өсөн ғибрәттәр бар”. Шулай уҡ “Хужүрәт”тең 13-сө аятында: “Эй, әҙәм балалары! Беҙ һеҙҙе ир һәм ҡатындан яралттыҡ. Бер-берегеҙ менән аралашығыҙ (танып белегеҙ), тип һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәүемдәр итеп айырҙыҡ”, – тиелгән.
Тимәк, Ер йөҙөндә төрлө халыҡтарҙың булыуы хаҡ. Халыҡты халыҡ итеп торған бер нисә фактор бар: тел, генетика (ҡан), тыуған ер, ошо ерҙә генә тыуған моң. “Туған тел – аралашыу ҡоралы ғына түгел, ул ҡанға (генға) һалынған, быуындан быуынға күсә килгән һәләтте үҫтергән төп шарт. Ҡан хәтерен уятҡан да, һәләтте ас­ҡан да, үҫтергән дә – туған тел. Бала­ларыбыҙҙы туған телдән яҙҙырып, әллә ниндәй һәләттәрен юҡҡа сығарабыҙҙыр.
Икенсенән, туған тел – ул туған моң. Ә туған моң – нерв күҙәнәктәрен дауалаған төп сараларҙың береһе. Тәбиғәт беҙгә моңдо, йырҙы, шиғриәтте, башҡа төр сәнғәтте күңел дауаһы итеп бар иткән. Туған телһеҙ ҡалған кеше күңел дауаһын ниҙән алыр, ниндәй телдә йырлар? Тәбиғәттең өйрәнелеп бөтөлмәгән серле бүләге бит ул – күңелде дауалаған туған моң”, – тип яҙа Мәрйәм Бураҡаева.
Кешенең теле ниндәй телдә асылған, ата-әсәһе, туғандары менән ғаиләһендә ниндәй телдә аралаша, мәктәптең тәүге баҫҡысында ошо телдә уҡытыу айырыуса мөһим икәнен педагогика фәненә нигеҙ һалған чех ғалимы Ян Амос Коменский ХVII быуат башында уҡ “Бөйөк дидактика” тигән эшендә яҙып ҡалдырған: “Учить кого-либо иностранному языку, прежде чем ребенок овладеет родным языком, – это то же самое, как если бы кто-либо вздумал учить своего сына ездить верхом ранее, чем он научится ходить”. (Я.А. Коменский, “Идея школы родного языка”, 29-я глава).
“Каждый язык нужно изучать отдельно. Сперва, конечно, родной язык, затем тот, которым нужно пользоваться в местности родного языка, т.е. язык соседнего народа (ведь впереди, по моему мнению, должен идти именно язык народный, а не научный), а затем латинский язык и после него греческий, еврейский, и др. – всегда один за другим, а не вместе, иначе один язык будет мешать другому... Наконец, так как мы стремимся к реальному образованию, то ученики одинаково легко могут пройти то, что относится к внешнему миру, с помощью книг на родном языке, которые дают названия вещей. После этого они тем легче изучат латинский язык, прилагая к известным уже вещам только новые названия, прибавляя в хорошей последовательности к фактическому познанию вещей познание их причинных связей”. (Я.А. Коменский, “Метод языков”, 22-я глава).
Тимәк, үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып һығымта яһала: бала мәктәпкә барғандан алып сағыштырмаса ауыр теүәл фәндәрҙе үҙләштерә башлағанға тиклем туған телендә уҡырға тейеш. Был – бер.
Икенсенән, атай-олатайҙарыбыҙҙың милли традицияларында, рухи ныҡлыҡтың, ихтыяр көсөнөң нигеҙендә Аллаға инаныу, иманлыҡ һалынған. Был фекерҙе иҫбатлау өсөн ошондай дәлилдәр килтерергә була: башҡорт йә урыҫ, йә ҡытай математикаһы, йә физикаһы булмай. Әммә фәлсәфә милли һыҙаттарға эйә. Быны донъя тарихында “грек фәлсәфәһе”, “немец классик фәлсәфәһе”, “урыҫ дини фәлсәфәһе” булыу дәлилләй. Фәлсәфә – ул донъяға ҡарашты, быуаттар буйы формалашҡан үҙаңды, рухи ҡиммәттәрҙе берләштергән фән. Матди фәлсәфәгә ярашлы, йәнәһе, кеше ошо тормошо менән генә сикләнгән, шуға күрә был тормошта бөтә ләззәттәрҙе татып ҡалырға, ниндәй юл менән булһа ла мал табырға кәрәк, йәнең тәнең менән бергә үлгәс, һин бер кем алдында ла яуап тотасаҡ түгелһең. Ошо уй матди фәлсәфә һәм донъяға дини ҡараш араһында төп айырма булып тора. Кешенең тик матди донъя менән генә сикләнмәгәненә, байлыҡ йыйып ҡына йәшәү мәғәнәһен таба алмағанына бер генә дәлил килтерә алам: торорға урыны, ашарға ризығы, миллион­лаған долларҙар менән иҫәпләнгән бай­лығы булып та, шуның бер ни тиклем миҡдарын юғалтҡандан һуң үҙ-үҙенә ҡул һалған миллионерҙар бар. Тимәк, йән, күңел талаптарын инҡар итеп, тик матди донъя артынан ҡыуып йәшәй икән, бындай кешенең бәхетле, гармониялы булыуы мөмкин түгел. Башҡорт халҡы был фәлсәфәне тән ҡиммәттәре мәңгелек түгел, үлемдең – йәшәйештең кисектер­геһеҙ бер ҡануны икәнен, йәшәүҙең иң ҙур ҡиммәте яҡшылыҡ икәнен беҙгә меңәр йылдар аша килеп еткән рухи ҡомарт­ҡыбыҙ “Урал батыр” эпосында әйтеп ҡалдырған.
Башҡорттар бер ваҡытта ла динһеҙ халыҡ булмаған. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙ тарихында тәрән яҡты эҙ ҡалдырған арҙаҡлы шәхестәребеҙ: Ҡол Ғәли, Салауат Юлаев, Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдинов, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Зәки Вәлиди, Хәниф Кәримов һ.б. – барыһы ла дин тотҡан, тәрән рухлы кешеләр булған.
Шулай итеп, глобалләшеү осоронда асыҡ дошман юҡ, әлеге заман афәтенә рухи тотҡаһы, зирәк, айыҡ аҡыллы, тәрән зиһенле кеше генә (халыҡ) бирешмәйәсәк. “Аң ҡан аша күсә. Әммә башҡа йән эйәләре менән сағыштырғанда, Аллаһ Тәғәлә кешене үҙ яҙмышын үҙе хәл итерлек аҡыл менән яралтҡан. Кеше үҙ-үҙен тәрбиәләү менән шөғөлләнә һәм ҡанындағы холоҡ-фиғелен үҙгәртә ала. Уның өсөн маҡсат, йүнәлеш билдәләй белеү кәрәк”, – тип яҙа Мәрйәм апай Бураҡаева. Был фекер менән килешмәү мөмкин түгел. Беҙҙең илгә сағыштырмаса һуңлап килеп ингән “Европаса йәшәү ҡиммәттәре” нимәгә алып барғанын, телен түгел, тамырын, ата-бабаларын бар тип белмәгән, ғаилә ҡороп бала үҫтерергә теләмәгән, кешенең гонаһтарына “түҙемле” (толерантлы) булырға өйрәткән европалар үҙҙәре үк аҙ һанлы, юғалып барған халыҡтар исемле­генә инде бөгөн.
Атай-олатайҙарыбыҙҙың рухи ныҡлы­ғының, ихтыяр көсөнөң нигеҙендә ниндәй тойғо, ниндәй өмөт-ынтылыш ятҡан? Азатлыҡ һөйөү, ғәҙеллек яратыу, кәмһетелеүгә һәм иҙелеүгә юл ҡуймау, тыуған ереңде, тәбиғәтте яратыу, үҙеңде уның бер өлөшө итеп ҡабул итеү.
Шулай булғас, аңы булған кеше шуны белергә тейеш: дини тотҡа, рухи йүнәлеш булдырмай тороп, глобалләшеү осоронда юғалып ҡалырға, ассимиляцияға, киң мәҙәниәткә йәлеп ителеп юҡҡа сығырға барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Хәҙер һәр бер кеше ирекле тигән ялған фекер тараттылар. Ысынлап та, физик яҡтан һине берәү ҙә баҫып алмаған, өйөңдән ҡыуып сығармаған, хатта балаңды ла теләгән телдә уҡытырға иреклеһең. Ләкин күпме кеше кредит бурысы түләй – былмы азатлыҡ? Күпме кеше телевизор, компьютер янынан тора алмай ултыра – былмы иреклек? Хәҙер замана афәте, дошман (шайтан) һинең өйөңә (телевизор, компьютер арҡаһында) килеп инде, шәхси тормошоңа, йоҡо, аш бүлмәләренә генә түгел, кешенең аңына үтеп урын алды. Иң ҙур ҡурҡыныс беҙҙең балаларға янай: уларҙың нығынып бөтмәгән аңына агрессия орлоҡтары, рухи наҙанлыҡ, сихыр орлоҡтары һалына. Был кешелек менән идара итеүселәрҙең иң ҙур ҡаҙанышы: үҙен ирекле тип һанаған кеше бөтөнләй азат түгел, һәм ул был турала белмәй ҙә, хатта аңламай ҙа!
Ошондай осорҙа Прометей ише ҡулына факел тотҡан, барыр юлды аң, иман, зиһен менән яҡтыртҡан замандаш­тарыбыҙҙың һәм беҙгә тиклем килеп киткән бөйөк милләттәштәребеҙҙең һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Был юҫыҡта ике генә төп таяу, рухи тотҡа бар: дин һәм милли рухиәт (тел, моң хазинаһы). Шуларға таянһаҡ, меңәр йылдар буйына, Хоҙайҙың бер изге халҡы булып, артабан да елербеҙ тарих арбаһында, Алла бирһә!
Донъяға ҡарашты формалаштырғанда ниндәй принциптарға таяныуың бик мөһим, сөнки тәү нәүбәттә милли идея, милли традициялар, башҡорт бер ҡасан да суҡынып, фанатик рәүештә дингә йығылмаған, тиеү – бик ҡурҡыныс фекер. Әгәр ҙә кеше был тормошто Илаһи бер көс барлыҡҡа килтергәнен танып, тәү сиратта шул Көс булдырған ҡанундарҙы үтәп, уның принциптарына таянып йәшәй икән, уның ғүмере оҙоная, тоҡомо арта. Был һорауҙа “алтын урталыҡ”ты тотоу мөмкин түгел, был – принципиаль һорау. Өй нигеҙен һалғандағы кеүек. Ниндәй нигеҙгә ҡораһың тормош фәлсәфәңде?!
90-сы йылдар башында күпме “милли идея”, “башҡорт халыҡ традициялары” тип янып йөрөгән матур, уҡымышлы егеттәребеҙ йә араҡы упҡынында батты, йә үлеп бөттө! Ни өсөн? Уларҙы ялған идея менән һуғарҙылар. Иман тотҡаһы, дини белем булманы. Иман тотҡаһы, тимәк, мине, халҡымды, телемде Алла барлыҡҡа килтергән, шуға күрә иң беренсе мин Уға ғибәҙәт ҡылам, доға, рәхмәттәремде Уға бағышлайым һәм, әгәр Ул рөхсәт итһә, халҡыма хеҙмәт итәм тигән уй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 597

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 205

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 096

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 086

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436