Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Биш көн йүгерһәң дә...
Яҙыусы һәм эшҡыуар Флүр Ғәлимовтың “Донъяны иман ҡотҡарыр” тип аталған яҙмаһы изге, әммә сиселеше үтә лә ҡатмарлы маҡсат ҡуйыуы менән әһәмиәтле. Хәҙерге хәлебеҙгә тәрән борсолоу белдерелеү менән бергә һәр кемде битараф ҡалдырмаған йәмғиәт көнкүреше һәм киләсәге өсөн мөһим мәсьәләләр күтәрелә. “Ни өсөн ошондай хәлгә тарыныҡ?”, “Уны яҡшыртыу өсөн шарттар бармы?” һәм “Артабанғы йәшәйешебеҙ ни рәүешле булыуы ихтимал?” кеүек һорауҙар тыуа.
Авторҙың “иғлан итмәйенсә, тоттолар ҙа реформалар башланылар, халыҡ быны белмәй ҙә ҡалды, аңламаны ла” тигән фекере XXI быуат өсөн сәйер, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсе хәҡиҡәт. Ундай кәйефте, капиталистик ҡоролошто тергеҙеү башланғандан һуң сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, әле лә күҙәтергә мөмкин. Ләкин тарих шаһит: элекке СССР-ҙың һәм КПСС-тың күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сығыуын йәмғиәтебеҙҙең тыныс ҡына күҙәтеүе – аҡылға һыймаған күренеш.

Ә бит 1941—1945 йылдарҙа социалистик ҡоролошто, донъяла берҙән-бер эшсе-крәҫтиән дәүләтенең азатлығын яҡлап 26 миллиондан күберәк, 1918—1921 йылдарҙағы Граждандар һуғышында яңы ҡоролош өсөн һәм уға ҡаршы көрәшеп, тағы ла миллиондарса ватандашыбыҙ шәһит киткән. Уларҙың яҙмышы яңы быуындарҙы бер нәмәгә лә өйрәтмәүе үкенесле.
Ни өсөн шулай? Был һорауға яуап, минеңсә, ябай: күп милләтле һәм күп конфессиялы дәүләттә халыҡтарҙы теге йәки был маҡсатҡа көс йәки һүҙ менән генә тупларға мөмкин, ә бына хоҡуҡ, юғары аң кимәлендә – юҡ. Рәсәй империяһының, унан һуңғы Советтар Союзының барлыҡ ҡаҙаныштары ла мобилизация һәм көслө пропаганда һөҙөмтәһендә тыуған. Быны асыҡлау өсөн тарихты төрлө сығанаҡтарҙан һәм иғтибар менән өйрәнергә кәрәк. Власть даирәләре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ҡасан да, хатта халыҡ исеменән эш иткәндә лә уның теләк-ынтылыштары менән иҫәпләшеп торманы. Аҡылға һыймаҫтай тойолған һығымта: халыҡ тәүҙә быға ҡаршы көрәшкән, аҙаҡ тешен ҡыҫып түҙгән, һуңынан күнеп киткән. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында капиталистик ҡоролоштоң аяҡҡа баҫтырылыуы – быға асыҡ дәлил.
Ә Көнбайыш даирәләрендә халыҡты элекке кеүек көс менән тотоу урынына яңы алымдар эҙләп тапҡандар: кеше (граждан) хоҡуҡтары һәм уның төп сағылышы — көслө социаль сәйәсәт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быларҙың икеһе лә Рәсәй Конституцияһында (2-се һәм 7-се статьялар) нығытылыуға ҡарамаҫтан, сирек быуат дауамында ла ысынбарлыҡҡа әүерелә алмай. Яҙыусы хаҡлы: беҙ, совет осоронда тәрбиә алғандар, “бөтөнләй икенсе илдә йәшәйбеҙ”. Тик ул ҡоролоштоң реаль социализм менән уртаҡлығы бар инеме һуң? Европа өлгөһө феодализм ҡалдыҡтарынан арынып бөтмәгән, көнкүреш сифаты түбән дәүләттә ысын мәғәнәһендә социализм төҙөү мөмкин түгеллеген күрһәтә. Әгәр ҙә беҙ, оло быуын вәкилдәре, ысынлап үҙебеҙҙе социализмда йәшәйбеҙ тип инанһаҡ, уны яҡларға бурыслы инек түгелме?
“Тәүҙә иман кәрәк, — тип дауам итә автор. — Халҡыбыҙ үҙ еренә, үҙенә хужа булып, үҙен тәьмин итеп, тормоштан ҡурҡмайынса, гөрләтеп донъя көтөп йәшәһә генә ҡоллоҡ психологияһынан ҡотоласаҡ һәм цивилизациялы донъяға ҡушылып китәсәк”. Хаҡ һүҙҙәр. Тик теләк ысынбарлыҡтан сығып эш итеүе менән ҡиммәт. Ерҙә эшләр өсөн техника һәм финанстар ғына түгел, етештергәнде үҙең һатып, үҙеңә капитал туплар өсөн уңайлы шарттар ҙа кәрәк. Тап ошо билдәһеҙлек ауырлыҡтары, иң мөһиме — ойоштороусылар, тәжрибә һәм ышаныс булмау сәбәпле, күптәр, аҡса эҙләп, Себер, ҙур ҡалалар юлын тапарға мәжбүр. Был хәлдең тағы күпме дауам итере лә билдәһеҙ.
Хикмәт, моғайын, социаль-иҡтисади шарттарҙың еңелдән булмауынан бигерәк, психологик яҡтан әҙерлектең самалылығындалыр. Бер быуаттан да аҙыраҡ дәүер эсендә йәмғиәттең ике социаль ҡоролош – феодализм һыҙаттарынан арынып бөтмәгән капитализм — феодаль социализм — ҡырағай капитализм аҙаптарын кисерергә мәжбүр ителеүе кеүек тиңдәшһеҙ тетрәнеүҙе донъяла Рәсәй халыҡтарынан башҡа берәү ҙә кисермәгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡот осҡос тәжрибәнең эҙемтәләре һәр яҡлап һәм ентекле өйрәнелмәгән, һәм уның генетик кимәлдә ниндәй эҙ ҡалдырасағы әлегә беҙгә билдәһеҙ. Ошо күҙлектән ҡарағанда, башҡорттарҙың биш процентының ғына эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүе тәбиғи, сөнки бында күсеп ултырған халыҡтарҙан айырмалы, үҙ ерҙәренә тулыһынса хужа булған аҫаба башҡорттар уға мохтажлыҡ кисермәгән.
Иман иң элек ғаилә сиктәрендә үҙләштерелә, артабан мәктәп һәм хеҙмәт коллективы йоғонтоһонда йә нығый, йә юҡҡа сыға. Элек иман таратыусы ролен муллалар атҡарһа, совет власы осоронда ул “Коммунизм төҙөүсенең әхлаҡ кодексы”на йөкмәтелеп, ниндәйҙер дәрәжәлә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәште. Бөгөн был эшмәкәрлекте кем үҙ иңенә алыр? Фәҡирлек сигендә көн иткәндәр иҫәбе 20 миллионға етеп барғанда, был мөмкинме? Халыҡ юҡҡа ғына “астың күҙе – икмәктә, туҡтың күҙе – хикмәттә” тимәгән бит. Ә инде эшҡыуарлыҡ өлкәһендә иманға ҡарап торһаң, төп башына ултырыуыңды көт тә тор! Хәйер, кеше аҡсаға туйһа, мәшәҡәт-хәсрәттәре артта ҡалһа, ысынлап та, иманды иҫкә төшөрөүе, айырыуса олоғайып барғанда, бик тә ихтимал.
Ә бына “ҡоллоҡ психологияһынан ҡотолоу”, “гөрләтеп донъя көтөү һәм цивилизациялы донъяға ҡушылып китеү” өсөн иман ғына аҙ. Бының өсөн граждандар йәмғиәте институттары, үҫешкән хоҡуҡи аң, кеше хоҡуҡтарын тайпылышһыҙ яҡлаған хоҡуҡ институттары һәм юғары әҙерлекле кадрҙар зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәһәттән дә йәмғиәтебеҙ проблемалы булып ҡала.
Шул уҡ ваҡытта хоҡуҡи база, мәҫәлән, Рәсәй Конституцияһы, аҙмы-күпме үҫешкән иҡтисад, заманына күрә ярайһы белем алған кадрҙар – тейешле шарттар бар. Бәләнең башы Төп законға ярашлы “властың берҙән-бер сығанағы булған күп милләтле Рәсәй халҡы”ның ул хоҡуҡтан файҙаланыу өсөн... өлгөрөп етмәүендә түгелме? Был да 70 йыллап ҡына ғүмер иткән социалистик ҡоролош эҙемтәһе, сөнки, танылған инглиз тарихсыһы Артур Тойнби әйтмешләй, тарихи мираҫтан тиҙ генә ҡотолоу мөмкин түгел, ул һәр даим эҙәрлекләй килә.
“Рәсәйҙә һаман милли идеяны таба алмайҙар”, тип дауам итә яҙыусы. Үрҙә телгә алыныуынса, күп милләтле, күп конфессиялы, өҫтәүенә йоҡа ҡатлам серегән байҙар һәм миллиондарса фәҡирҙәр өсөн уртаҡ идея табылыу ышандырмай. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе, ижтимағи ойошмалар, ғалимдар уны күптән тәҡдим иткән булыр ине. Ә бит эҙләмәнеләр түгел, 90-сы йылдар тап шул девиз менән үтте. Ахыр сиктә Александр Солженицын “халыҡты һаҡлау”, “земстволарҙы еректереү” кеүек идеялар тәҡдим итте. Һуғыштарҙан йонсоған ил өсөн быларҙың икеһе лә мөһим. Мәҫәлән, батша заманында башҡорттар ғәскәри ҡатлам системаһында йәшәп, һайлап ҡуйылған старшиналар тарафынан идара ителгән. Дөрөҫ, бөгөн хәл күпкә ҡатмарлыраҡ, халыҡтар ғына түгел, традициялар ҙа буталды. Автор хаҡлы, “совет кешеһе булыуыбыҙ бәкәлгә һуҡты”.
Ысынлап та, донъя алға бара. Ҡайһылыр халыҡтар — XVIII, икенселәр XIX һәм XX быуаттарҙа уҡ үҙ мәмләкәттәрен ҡороп, ата-бабалары традициялары нигеҙендә һис бер тетрәнеүҙәр кисермәй, һәүетемсә генә көн итә. Әйткәндәй, милли идеялар ҙа эҙләмәй. “Синфи көрәш” менән мауыҡҡан, “синфи ҡаршылыҡтар”ҙы үҙ файҙаһына хәл итеүҙе ҡайырған Советтар Союзы эволюцион үҫеште йоҡлап ҡалды. Бер көн артта ҡалғас, биш көн йүгереп тә башҡаларҙы ҡыуып етә алмайбыҙ.
Теге йәки был халыҡ (дәүләт) үҙен нисек кенә “үҙенсәлекле”гә һанамаһын, үҙенең үҫеш юлы барлығына ышандырырға (ышанырға) тырышмаһын, материяның үҫеш закондары берҙәй: дәүләттәр барлыҡҡа килә, үҫеш этаптары үтә һәм тарҡала. Ирекһеҙҙән билдәле шағирҙың быуат ярым элек әйтелгән “Рәсәйҙе дөйөм аршын менән үлсәп, аҡыл менән аңлап булмай” тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Беҙҙең бөтә бәлә шунда. Александр Солженицынға эйәреп, “Как нам обустроить Россию?” тигән һорау өҫтөндә баш ватып, фекерҙәрен матбуғатҡа сығарғандар аҙ булдымы ни? Тик һөҙөмтәһе генә күренмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512