Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милләттең дәрәжәһе ниҙә күренә?
Педагог яҙмалары
Үткән быуат аҙағында бөйөк дәүләтебеҙ СССР-ҙың тарҡалыуы биләмәлә урынлашҡан аҙ һанлы милләттәрҙең рухи яҡтан уяныуына алып килде. Илдә 15 союздаш республиканың ғына туған телен дәүләт статусында файҙаланыу, рухи ҡиммәттәрен үҫтереү хоҡуғы булһа, автономиялы төбәктәрҙә ундай мөмкинлек, конституцияларында яҙылһа ла, ысынбарлыҡта сикләнгәйне. Үҙгәртеп ҡороу, яңы демократик лозунгтар, мөстәҡиллек яулау аҙ һанлы милләттәргә, милли мәғариф мәсьәләләренә яңы күҙлектән ҡарарға булышлыҡ ҡылды.
Етмәһә, ЮНЕСКО был йәһәттән ярҙам итәсәген белдерҙе. Мәскәү ҙә милли мәктәп мәсьәләләренән ситтә түгеллеген дәлилләгәс, 16 төбәктән 70-тән ашыу вәкил ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрергә ҡарар ителде. Сараға беҙҙең республиканан Мәғариф министрлығының милли мәктәптәр бүлеге мөдире Р.Ф. Абдуллин, Рәсәй Милли мәктәптәр институтының Башҡортостандағы филиалы директоры Ф.Ф. Аҙнабаева, Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Х.С. Хәйбуллин һәм Әбйәлил районының Байым урта мәктәбе директоры булып эшләгән мин саҡырылдыҡ.
Сәфәргә 9 май көнө ҡуҙғалдым. Юлдаштарым баш ҡаланан булғас, улар Мәскәүгә Өфө аэропортынан билет алған, мин иһә металлургтар ҡалаһынан тура остом. “Домодедово” аэродромына барып төшөп, унан тәүге метроға тиклем автобуста килеп, артабан электропоезда Измайлово паркында урынлашҡан ҡунаҡханаға барыу бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Делегаттарҙы ҡаршы алып, үҙҙәре урынлаштырғас, кәйеф тә күтәренке.
Яҡташтарым Өфөнән килеп етмәгәйне әле. Ике кешелек бүлмәлә яңғыҙым. Бүлмәлә тилмереп ултырғансы тип, бөгөн – Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығы – оло байрамды үткәргән Ҡыҙыл майҙанды барып күрергә ҡарар иттем. Урамдарҙа, метрола Советтар Союзы Геройҙарын, Дан орденының тулы кавалерҙарын күпләп күреү бәхетенә өлгәштем. Улар бөтәһе лә хәрби парадта ҡатнашырға саҡырылғайны.
Ҡыҙыл майҙанда Еңеү тантанаһы тамамланып, башҡаларға ла инергә рөхсәт ителгән мәлгә тура килдем. Майҙандың үҙенә ҡарағанда, халыҡтың күпселеге маршал Г.К. Жуковҡа әле генә асылған һәйкәл тирәһендә ҡайнаша. Ат өҫтөндә ултырған мәғрур полково­децтың һынын тәүгеләрҙән булып күрә алыуыма сикһеҙ шат инем. Һәйкәлгә һоҡланып, ғорурланып ҡарап торғандан һуң аяҡтарым үҙенән-үҙе Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә табан алып китте. Бынан ун һигеҙ йыл элек Германияға китешләй һалдат кейемендә баш эйгәйнем уға. Һәйкәлдә тауҙай өйөлгән сәскә гөлләмәләре ҡаршы алды. Мәңгелек утҡа, унан да сағыуыраҡ ҡып-ҡыҙыл ҡәнәферҙәргә ҡарап күңелем тулышты...
Ҡунаҡханаға бик тәьҫирләнеп ҡайт­тым. Бүлмәмдә монголдарға хас йөҙлө кеше ҡаршы алды. Эстән генә: “Башҡортто ҡара тигән булалар, беҙҙән дә былайыраҡтар бар икән дәбаһа”, – тип уйлап ҡуйҙым.
– Санжаев Жалсан Батуевич – Бүрәт Республикаһындағы Улан-Удэ ҡала­һының 1-се гимназияһы директоры, – тип таныштырҙы бүлмәләшем үҙе менән. Минең Башҡортостандан икәнде белгәс, йөҙө яҡтырып, ҡыҫыҡ күҙҙәре асылып, осҡонланып китте.
– А вы знаете песню “Кубаляк”? – тине лә, ыңғай яуабымды көтөп тә тормай, саф башҡортса йырлап ебәрҙе. Мәскәү һынлы Мәскәүҙә үҙ ырыуымдың гимны һаналған “Күбәләк”те быға тиклем күрмәгән-белмәгән бүрәт кешеһенән ишетеп, күңелем тулды. Танышым, йәнә аптыратып, ауыҙ эсенән көйләй-һөйләй “Байыҡ”ты, “Гөлнәзирә”не бөтөн нескә­лектәрендә бейеп күрһәтте.
Һүҙ артынан һүҙ ялғанды. Яңы танышым институтта уҡыған осоронда “Байкал – Амур” магистрален төҙөргә барған Башҡортостан студенттары менән аралашып, беҙҙең йырға, бейеүгә ғашиҡ булған, уларҙы отоп алған икән. Егерме биш йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, онотмаған, күңелендә яҡты иҫтәлек итеп һаҡлай.
Иртәгәһен конференция эшендә ҡатнашыусыларҙы Мәскәүҙәге Корея милли мәктәбенә тәжрибә уртаҡлашырға алып барҙылар. Белем усағының шефы Көньяҡ Корея иленең “LG” фирмаһы булып сыҡты. Бүлмәләш дуҫымдың был илдекеләр менән һин дә мин инглиз телендә аралашыуына шаҡ ҡатып ҡарап торҙом. Шулай бүрәт милләтенең бер генә вәкиле әллә ҡайҙа – Байкал күле эргәһендә – көн иткән халыҡҡа ҡарата күңелемдә ҙур ихтирам-хөрмәт тойғоһо уятты.
Халҡымда “Ҡарама йөҙөнә – ҡолаҡ һал һүҙенә” тигән бик фәһемле әйтем бар. “Милләт дәрәжәһен бер генә кешегә ҡарап та билдәләп була икән. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, был хәҡиҡәтте оноторға ярамай” тигән һабаҡ алып ҡайттым сәфәремдән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512