Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балҡантау рухы
Балҡантау рухы Ижад. Уның менән йәшәү. Кешелеккә ҡояш күтәреп килеү. Янып көлгә ҡалыу... Был һүҙбәйләнештәрҙә үҙен әҙәбиәткә, сәнғәткә арнаған кешеләрҙең булмышы, ғүмере сағылған төҫлө. Ижадсы бар донъяны йөрәгендә бәпләп йөрөтөп, уның болғанышын, хәрәкәтен, ҡайнар һыуыҡлығын үҙ һәләте, аңы еткәнсә ҡабул итеп, аңлаған-тойғандарын аҡ ҡағыҙға төшөрә, көйгә һала, һынландыра. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә һәм үткер ҡәләмле журналист Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина ана шул ижад уты менән йәшәй.
Беҙҙең ауыл китапханаһына шағирәнең “Балҡантау рухы” тигән мажаралы фантастик повесы килде. Әҫәр бигерәк тә йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү мәсьәләләрен күтәреүе менән оҡшаны. Ә повесть менән яҡындан танышыуҙы Ҡаран урта мәктәбенең VII класс уҡыу­сыларынан башланыҡ. Класс етәксеһе Асия Сәмиғуллина менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Фәр­хетдинова был эшкә бик теләп ҡушылды.
Иң әүәл үҙе уҡыған “Телем”, “Өфө аэропортында” тигән шиғыр аудиояҙ­маларын барыбыҙ ҙа ҙур иғтибар менән тыңланыҡ. Асия Әхсән ҡыҙы шағирәнең тормош һәм ижад юлы менән таныш­тырҙы. Унан инде уҡыусылар Лариса Абдуллинаның шиғырҙарын сәнғәтле итеп уҡыны. Йәнә Асия Әхсән ҡыҙы ла шағирәнең яҡташы Рәшиҙә Йомаҙилова инглиз теленә тәржемә иткән ике шиғырын ишеттерҙе. Лариса Хашим ҡыҙының байтаҡ ҡына поэтик әҫәрҙәренә йырҙар ҙа яҙылған, шуларҙан “Телем”, “Бәхет йыры” тигәндәрен бик яратып тыңланыҡ.
Китапханасы Зөһрә Асҡарова Баш­ҡортостанда XI республика “Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы” конкурсы башланыуы тураһында һөйләне. “Йыл да уҙа торған әлеге сара кешеләрҙә туған әҙәбиәткә һөйөү уятыуҙы, китапҡа ҡыҙыҡһыныу арттырыуҙы күҙ уңында тота. Конкурсты Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана ойошторҙо. Конкурстың маҡсаты – китап уҡыуҙы популярлаштырыу һәм ауди­торияның ҡайһы авторға, ниндәй әҫәргә өҫтөнлөк биреүен асыҡлау. Был йәһәттән рес­пуб­ликабыҙҙа иң күп уҡылған әҙип билдәләнә. Беҙ ҙә был саранан ситтә ҡалманыҡ. Йыл дауамында килгән китаптарҙы барлап, Лариса Абдул­линаның “Балҡантау рухы” китабына туҡталдыҡ”, – тине ул үҙ сығышында.
Был китап яҙыусының “Беҙ бәләкәй саҡта китап уҡырға ярата торғайныҡ. Мин әкиәттәргә, мажаралы хикәйәләргә, фантастик яҙмаларға айырыуса өҫтөнлөк бирҙем. Шуға күрә бөгөнгө заман уҡыу­сыларына – һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтарым, ошо китап аша өндәшеп ҡарағым килде. Минең улдарым да – һеҙҙең тиҫтерҙә­регеҙ. Балҡантау рухы беҙҙе таныштырып ҡына ҡалмаһын, дуҫлаштырһын да! Мин быға бик ныҡ өмөт итәм!” тигән инеш һүҙе менән башлана.
Әҫәр геройҙары Салауат, уның ҡус­тыһы Айбулат һәм дуҫы Хансура Дәүләкән районындағы өс ташлы Балҡантау ҡыуы­шына сәйәхәт итә. Башта улар Бәрәкәт илендә була, унда сауҙа үҙәген күреп, икмәк алырға уйлайҙар. Баҡтиһәң, бында ул мең һум тора икән! Малайҙарҙы оҙата килгән ярҙамсы, бәләкәй генә буйлы Самабай аңлатыуынса, икмәккә ҡояш нурҙары төшә, иң саф шишмәләр һуғарған баҫыуҙа үҫә, уны яҡты күңелле кешеләр үҫтерә, изгеләр бешерә.
Унан малайҙар “Башҡорт хәрефтәре баҡсаһына” килеп керә. Бында бик йылы, уңайлы һәм рәхәт. “Туған телегеҙ рәхмә­тен әйтеп, яҡты нурын һибә. Уны белмәгән кешеләрҙең Йыһан менән бәйләнеше өҙөлә. Үҙ телеңдә матур, дөрөҫ итеп һөйләшә белеү телде ололауға, хөрмәт итеүгә тиң! Уны кешеләр аралашыу ҡоралы ғына тип уйлай. Ләкин телдең төп бурысы – әҙәм балаһының рухи сәләмәтлеген һаҡлау. Ата-бабаларыбыҙ­ҙан мираҫ итеп ҡалған телде яратырға, һаҡларға кәрәк! Тамыры бик тәрәнгә барып тоташа, шуға күрә башҡорт теле иң боронғо телдәрҙең береһенән һанала. Тел йәшәй икән, халыҡ та, милләт тә, кеше лә йәшәй!”
Малайҙар Балҡантауҙа бик күп фай­ҙалы мөғжизәләргә юлыға. Ер батырҙы, Урал батырҙы осрата. Барыбыҙға таныш, беҙ рәхәтләнеп ял иткән Асылыкүлдең төбөндә йәшәгән Һыу аҫты батшаһы менән таныша. Уларға ул сүп-сар, төрлө пластик шешәләр, быялалар, ҡағыҙ ҡалдыҡтары менән тулған келәттәрен күрһәтә.
– Әйтегеҙ, зинһар, замандаштарығыҙға, күлде бысратмаһындар. Һыу аҫты тулы сүп-сар, – ти батша, күҙ йәшен түгеп.
Малайҙар Балҡантауҙан сығыу юлын эҙләй. Уларға ярҙамға Урал батыр килә: “Шәжәрәгеҙҙе белегеҙ, шунда һеҙҙең алда ғаләмдең бар ишектәре лә асылыр!” Ете быуын шәжәрәләрен дөрөҫ итеп әйткәстәре, тау асылып китә.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Зөһрә Йәғәфәр ҡыҙы ошо әҫәр буйынса рәсем бәйгеһен дә ойошторған. Балалар төшөр­гән һүрәттәрҙә тыуған яғыбыҙҙың күркәм тәбиғәте, уға булған һөйөү хистәре сағыла.
Китап уҡыусы хөрмәтле дуҫым! Һин ҡулыңа китап алдың. Һиҙҙеңме – уның тышлығын асҡанда һин гүзәл бер донъяның ишеген дә астың. Лариса Абдуллинаның ижад емеше “Балҡантау рухы” ла беҙҙе матурлыҡты күрергә, йәшәргә, тормошто аңларға өйрәтә, тәжрибә тупларға, аңды үҫтерергә һәм, ғөмүмән, шәхес булараҡ формалашыуға булышлыҡ итә. Мин һәр ата-әсәнең балаларына ошо китапты алып биреүен теләйем. Ә йылдың балалар өсөн яҙылған иң яҡшы башҡорт китабы булараҡ, Лариса Абдуллинаның беҙ яратып өлгөргән “Балҡантау рухы”н тәҡдим итер инем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511